“Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативы районда иң эреләрҙән һанала. Хужалыҡ баҫыусылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнеүе, ерҙең уңдырышлылығын күтәреү, иген һәм мал аҙығы культураларының уңышын арттырыу маҡсатында тәүгеләрҙән булып “нуль” технологияһы ҡулланыуы менән дә республикала киң билдәле.Кооператив менән эште һәр яҡлап дөрөҫ ойоштора белгән Раил Фәхрисламов етәкселек итә. Һуңғы йылдарҙа малсылыҡты үҫтереүгә, тармаҡтың продуктлылығын күтәреүгә лә иғтибарҙы көсәйткәндәр. Бөгөн хужалыҡтың дүрт һөтсөлөк фермаһында ике меңгә яҡын ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы аҫрала.
Былтыр “500 ферма” маҡсатлы республика программаһы сиктәрендә реконструкцияланған Озерный фермаһында әле ике йөҙ баш һауын һыйыры тотола. “Почет Билдәһе”, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры Фәүҡинур Солтанова исемен йөрөткән ферманы төҙөкләндереүгә хужалыҡтан 25, программа буйынса бүленгән 10 миллион һум аҡса тотонолған.
Заман талаптарына ярашлы яңыртылған базала бөгөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған, һәр белгескә айырым кабинет ҡаралған, иҫәп-хисабы менән йыһазландырылып, һауынсыларҙың эшен күпкә еңеләйткән заманса һөт үткәргес, шнеклы тиҙәк сығарыу, йылытылған һыу эсереү системалары ҡуйылған. Ферма янында ғына бына тигән теплица төҙөгәндәр.
– Киләсәктә көтөүҙе ишәйтергә ниәтләйбеҙ, Свердловск өлкәһе менән килешеү төҙөлгән, тиҙҙән мал һаны тағы ла 100 башҡа артасаҡ. Өс аппарат менән эш иткән бер һауынсыға 75 һыйыр тура киләсәк, – ти ферма мөдире Алексей Кощеев. – Көнөнә ике тапҡыр һауабыҙ. Әҙер продукцияны Магнитогорск һөт комбинатына литрын 17-18 һум менән үҙебеҙҙең һөт ташыу машинаһында оҙатабыҙ.
Озерный бүлексәһендә 12 кеше эшләй. Ҡасандыр ул ғаилә фермаһы булараҡ төҙөлә. Уны асыуға Рәсимә Кощеева менән балалары Алексей, Тарас, Анна һәм Венера күп көс һала. Килендәре лә ошонда. Оҙаҡ йылдар Рәсимә Сабирйән ҡыҙы Озерный бүлексәһе менән етәкселек итә, әле хужалыҡта зоотехник йөгөн тарта. Бөгөн эште өлкән улы Алексейға ышанып тапшырғандар.
– Аллаға шөкөр, элекке осорҙо иҫләргә генә ҡалды. Фәүҡинур апай Солтанова бөгөнгө ферманы күрһә, аптырар ине! Йылы, таҙа һәм иркен заманса биналарҙа һыйыр һауыуы бигерәк рәхәт. Ял бүлмәһе лә бар, – ти 1987 йылдан бирле ошо хужалыҡта һауынсы булып эшләгән Гүзәл Ғибәҙәтова. – Хәҙер эшкә байрамға килгән кеүек йөрөйбөҙ, хеҙмәт хаҡы ла һәйбәт, ваҡытында түләйҙәр.
Һауынсылар Әлфинә Солтанова, Валентина Мильто, быҙау ҡараусы Алина Хисмәтова – хужалыҡтың алдынғы хеҙмәткәрҙәре исемлегендә. Мал ҡараусылар Илгиз Солтановты, Тарас Кощеевты, мал табибы Илгиз Йомағужинды ла етәкселек тик яҡшы яҡтан ғына маҡтап телгә ала.
Хужалыҡ етәкселеге малсыларҙың тырыш хеҙмәтен лайыҡлы баһалай. Теләгән һәр кем төрлө ял йорттарында һаулығын нығыта. Шәхси хужалығында мал аҫрағандар иһә бесән-һалам менән бушлай тәьмин ителә. Быныһы ла мөһим.