Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яратҡан эш ауыр булмай
Яратҡан эш ауыр булмай Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы Ринат Нагаевтың хеҙмәт стажы – утыҙ йылға яҡын. Хәйер, табиптың эшен ваҡыт түгел, ә ҡотҡарылған ғүмерҙәр, һаҡлап алып ҡалынған яҙмыштар менән баһалау дөрөҫөрәк булыр кеүек. “Етәксе “дилбегәһен” тоттороуҙарына ла ун йыл инде. Шуға еңеүҙәремде лә тәү сиратта егәрле һәм профессиональ коллективымдың уңыш-ҡаҙанышы тип ҡабул итергә күнеккәнмен”, — тигәйне ул.

Кисә иһә Ринат Йәүҙәт улына “Рәсәй Феде­рацияһының атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡулынан был көндө башҡа һөнәр эйәләре лә — инженер, табип, агроном, мал ҡараусы, иретеп йәбеш­тереүсе, уҡытыусы — Рәсәйҙең һәм Башҡортос­тандың дәүләт наградаларын алып ҡыуанды.
– Төрлө һөнәр эйәләре, төрлө тармаҡ белгестәре һеҙ. Асылда иһә барығыҙҙы ла фиҙакәр хеҙмәт, яуаплылыҡ, тырышлыҡ һәм сәм бер бөтөн итә. Унан һуң һеҙ икеләтә бәхетлерәк тә, ни өсөн тигәндә яратҡан эшегеҙ һәм юлығыҙҙы дауам итерҙәй уҡыусыларығыҙ бар, – тине тантанаға йыйылыусыларҙы тәбрикләп Рөстәм Зәки улы. – Иҡтисади йәһәттән дә, сәйәси яҡтан да ауырлыҡтар етерлек, әлбиттә. Әммә хеҙмәт һөҙөмтәһе юғары булғанда барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңергә мөмкин.
Бүләкләнеүселәр араһында таныш йөҙҙәр бихисап. Мәҫәлән, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының төп ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы, танылған сәсәниә Розалия Солтангәрәева Башҡортостан Респуб­ликаһының Почет грамотаһы менән бүләк­ләнде. Милли халыҡ ҡоралдары оркестрының баш дирижеры Рөстәм Әхмәтйәновҡа – “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәткәре”, “Башҡортостан” телерадио­компа­нияһы тапшырыуҙары мөхәррире, комментатор Хәбирә Хәмиҙуллинаға “Баш­ҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Республика Башлығының Указына ярашлы, Көйөргәҙе районының “Искра” ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе Рәмил Мос­тафиндың да эшмәкәрлеге был көндө “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәте өсөн” маҡтау билдәһе менән баһаланды.
— Яратҡан эштең ауыры, ҡыйыны булмай. Бөгөн хужалыҡта биш меңдән ашыу һыйыр малы аҫрайбыҙ, 400-ҙән ашыу йылҡыбыҙ бар. Йыл да 16 мең гектар ерҙе эшкәртеп, уңыш алабыҙ. Әлеге көндә һыйырҙарыбыҙ быҙаулай башланы, тәүлегенә 11 тонна һөт һауып һатабыҙ, яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек бара. Кешене сабырлыҡ һәм хеҙмәт тәрбиәләй, тигәйне бер остазым. Ғүмерем буйы ошо фатихаға тоғро ҡалырға тырыштым. Форсаттан файҙаланып, ил, республика етәкселегенә һәм, әлбиттә, туған коллективыма рәхмәтемде еткерәм, – тине Рәмил Ғиниәт улы.
Дәүләт наградаларын тапшырыу тантана­һына килгәндәрҙең һәр ҡайһыһы хаҡында, уларҙың ҡаҙаныштары, еңеүҙәре тураһында әллә күпме һөйләргә булыр ине. Шулай ҙа хеҙмәт батырҙарын берләштергән бер сифатты билдәләп үтмәү мөмкин түгел: ул да булһа – һөнәри оҫталыҡ. Ҡайҙа ғына, ниндәй генә тармаҡта эшләһәң дә, һайлаған шөғөлөңә тоғро ҡалып, башҡарған бурыстарыңды халыҡ мәнфәғәтенә йүнәлткәндә генә ошондай бейеклектәргә өлгәшергә мөмкиндер ул.


Автор: Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә