Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы Ринат Нагаевтың хеҙмәт стажы – утыҙ йылға яҡын. Хәйер, табиптың эшен ваҡыт түгел, ә ҡотҡарылған ғүмерҙәр, һаҡлап алып ҡалынған яҙмыштар менән баһалау дөрөҫөрәк булыр кеүек. “Етәксе “дилбегәһен” тоттороуҙарына ла ун йыл инде. Шуға еңеүҙәремде лә тәү сиратта егәрле һәм профессиональ коллективымдың уңыш-ҡаҙанышы тип ҡабул итергә күнеккәнмен”, — тигәйне ул. Кисә иһә Ринат Йәүҙәт улына “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡулынан был көндө башҡа һөнәр эйәләре лә — инженер, табип, агроном, мал ҡараусы, иретеп йәбештереүсе, уҡытыусы — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын алып ҡыуанды.
– Төрлө һөнәр эйәләре, төрлө тармаҡ белгестәре һеҙ. Асылда иһә барығыҙҙы ла фиҙакәр хеҙмәт, яуаплылыҡ, тырышлыҡ һәм сәм бер бөтөн итә. Унан һуң һеҙ икеләтә бәхетлерәк тә, ни өсөн тигәндә яратҡан эшегеҙ һәм юлығыҙҙы дауам итерҙәй уҡыусыларығыҙ бар, – тине тантанаға йыйылыусыларҙы тәбрикләп Рөстәм Зәки улы. – Иҡтисади йәһәттән дә, сәйәси яҡтан да ауырлыҡтар етерлек, әлбиттә. Әммә хеҙмәт һөҙөмтәһе юғары булғанда барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңергә мөмкин.
Бүләкләнеүселәр араһында таныш йөҙҙәр бихисап. Мәҫәлән, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының төп ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы, танылған сәсәниә Розалия Солтангәрәева Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Милли халыҡ ҡоралдары оркестрының баш дирижеры Рөстәм Әхмәтйәновҡа – “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы тапшырыуҙары мөхәррире, комментатор Хәбирә Хәмиҙуллинаға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Республика Башлығының Указына ярашлы, Көйөргәҙе районының “Искра” ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе Рәмил Мостафиндың да эшмәкәрлеге был көндө “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәте өсөн” маҡтау билдәһе менән баһаланды.
— Яратҡан эштең ауыры, ҡыйыны булмай. Бөгөн хужалыҡта биш меңдән ашыу һыйыр малы аҫрайбыҙ, 400-ҙән ашыу йылҡыбыҙ бар. Йыл да 16 мең гектар ерҙе эшкәртеп, уңыш алабыҙ. Әлеге көндә һыйырҙарыбыҙ быҙаулай башланы, тәүлегенә 11 тонна һөт һауып һатабыҙ, яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек бара. Кешене сабырлыҡ һәм хеҙмәт тәрбиәләй, тигәйне бер остазым. Ғүмерем буйы ошо фатихаға тоғро ҡалырға тырыштым. Форсаттан файҙаланып, ил, республика етәкселегенә һәм, әлбиттә, туған коллективыма рәхмәтемде еткерәм, – тине Рәмил Ғиниәт улы.
Дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһына килгәндәрҙең һәр ҡайһыһы хаҡында, уларҙың ҡаҙаныштары, еңеүҙәре тураһында әллә күпме һөйләргә булыр ине. Шулай ҙа хеҙмәт батырҙарын берләштергән бер сифатты билдәләп үтмәү мөмкин түгел: ул да булһа – һөнәри оҫталыҡ. Ҡайҙа ғына, ниндәй генә тармаҡта эшләһәң дә, һайлаған шөғөлөңә тоғро ҡалып, башҡарған бурыстарыңды халыҡ мәнфәғәтенә йүнәлткәндә генә ошондай бейеклектәргә өлгәшергә мөмкиндер ул.