Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Балаңдың булмышын биләүҙән ҡайғырт
Балаңдың булмышын биләүҙән ҡайғыртТүбәндә бәйән итәсәк ғаиләне күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Бер-береһе өсөн өҙөлөп торған, ихтирамлы, лайыҡлы донъя көткән Хәмиҙуллиндарҙы бына тигән ғаиләләр рәтенә индерәм. Һәр саҡ ыҫпай, зауыҡлы кейенгән, йөҙөнән йылмайыу китмәгән, автомобилдә елдереп кенә йөрөгән был ханым менән осрашҡан һайын, ул миндә һоҡланыу уята. Резеда Альберт ҡыҙы — Өфө районының Зубов ауылы мәҙәниәт йорто директоры, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы. Былтыр Хәмиҙуллиндар “Йәш ғаилә” район конурсында ҡатнашҡайны. Уларҙың сәхнәлә үҙҙәрен һыуҙағы балыҡ кеүек хис итеүе, ҡыйыулығы, телмәренең байлығы бар тамашасыны әсир итте.
Сибай ҡалаһында үҫә Резеда менән Ринат. Кистәрен йәштәр күмәкләшеп ритайымға йөрөй. Кеше ғүмеренең иң гүзәл сағы бит ул йәшлек. Мөхәббәт хистәре, киләсәккә маҡсаттар тап ошо осорҙа бөрөләнә. Бер-береһенә эҫенеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡала ике йәш йөрәк. Бәләкәйҙән сәнғәтте һөйгән Резеда Силәбе ҡалаһының сәнғәт училищеһына уҡырға китә. Араларҙың алыҫлығы ҡайнар тойғоларға һис тә кәртә була алмай. Һөйгән йәре ҡулына диплом алыу менән егет уға тәҡдим яһай.
Ғаилә ҡорғас, алтын ҡуллы, машина “ене” ҡағылған Ринат үҙенең етештереү цехын ойоштороп ебәрә. Бар булмышы менән кешеләргә байрам бүләк итеү өсөн яратылған Резеда иһә ҡала балалар сәнғәт мәктәбендә эш башлай. Тиҙҙән етәкселәр йәш хореографҡа “Фристайл” өлгөлө балалар эстрада ансамблен ышанып тапшыра. Һәм яңылышмай: ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ансамбль республика, Рәсәй конкурстары лауреатына әүерелә. Халыҡ-ара бәйгеләрҙә лә еңеүҙәр яулап Европа илдәрендә йөрөп ҡайта бейеүселәр.
Хәмиҙуллиндарҙың шатлыҡ-ҡыуаныстарын арттырып, улдары Роман донъяға килә. Бәләкәйҙән сәхнә артында үҫкән баланың бейеүсе булырға теләмәүе икеле. Алты йәштән бейеү менән шөғөлләнгән Романды хыял ҡанаттары Рудольф Нуриев исемендәге хореография училищеһына килтерә. Ата-әсә улдарының талантын үҫтереү өсөн Өфөгә күсергә ҡарар итә. Был ваҡытта ҡалала күп кеше ҡатнашҡан сараларҙың режиссер-ҡуйыусыһы, Сибай институтының хореография буйынса өлкән уҡытыусыһы була Резеда Альберт ҡыҙы. Оҫта белгесте һис кенә ебәрергә теләмәйҙәр, сөнки юғары уҡыу йортонда бейеү бүлеген башлап ойоштороусыға оло өмөттәр бағлай сибайҙар. Тик ижад кешеһен һәр саҡ яңы башланғыстар әйҙәй шул, эҙләнеүҙәрҙән туҡтай икән, тимәк, кеше ижадтан ситләшә.
Зубов мәҙәниәт йортон ярым ташландыҡ хәлдә ҡабул итеүҙән һис ҡурҡмай Резеда. Көс-дәрте ташып торған кешегә тиҙ арала бинаға ремонт яһатып, ауылдың һүнгән мәҙәни усағын дөрләтеп ебәреү бер ни тормай. “Смайлики” балалар эстрада бейеүҙәре ансамбленә нигеҙ һала. Талапсан педагогтың тырыш хеҙмәте һөҙөмтәләрҙе оҙаҡ көттөрмәй: ансамбль район һәм республика бәйгеләрендә бер-бер артлы еңеүҙәр яулай.
“Минең төп ярҙамсым, кәңәшсем — Ринатым. Барлыҡ башланғыстарымды хуплап, яҡлап тороусы һөйөклө кешем: “Ҡуйсы, ниңә шул тиклем эш тип бөтөрөнәһең, үҙеңде һаҡла!” – тиһә лә, мин барыһын да еренә еткереп үтәп өйрәнгәнмен. Илке-һалҡы башҡарыу тигән нәмә ят миңә”, — ти ул. Ҡатын һәр саҡ яңы маҡсаттар менән янып, тормош ҡаҙанының уртаһында ҡайнарға яратһа, ир — тыныс тәбиғәтле, аҙ һүҙле, ғәзиздәрен матди яҡтан тейешенсә тәьмин итә белгән булдыҡлы зат. Йәғни ут менән һыу кеүектәр һәм шуға ла бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, килешеп, яратышып йәшәйҙәр.
Ғаилә ағзаларының һәр көнө, сәғәте алдан планлаштырылған. Яңынан-яңы ҡыҙыҡһыныуҙар табып ҡына тора ҡатын. Әле ата-әсә улдары менән бергә инглиз телен өйрәнә.
— Беҙ Европаның 15 илен гиҙеп сыҡтыҡ, ғаилә менән сәйәхәт итергә яратабыҙ. Германияға барышлай Владивосток ҡалаһынан бер төркөм юлдаш булды. Танышып, аралашып барҙыҡ. Илгә килеп төшөү менән улар һин дә мин сит телдә һөйләшә башланы. Ә мин икмәк-тоҙлоҡ ҡына беләм. Шул ваҡытта телдәр белмәгәнемә ғәрләндем. Улыбыҙ инглиз, француз телдәрендә иркен һөйләшә.
Балаға үҫер өсөн ерлек кәрәк. Ә Роман был йәһәттән бик бәхетле. Әсәһе: “Минең улым Мария театрының буласаҡ солисы”, — тип кенә ебәрә бит. Бәләкәйҙән үк баланың күңеленә ышаныс орлоҡтары һалып, уны шәхес итеп үҫтерә белеү маҡтауға лайыҡ, әлбиттә. Үҫмер ата-әсәһенең йылы ҡанаты аҫтында маҡсаттарына табан ҡыйыу юл яра. Хәйер, Роман тураһында гәзит биттәрендә һөйләргә икенсе мәл тыуыр әле, Алла бирһә.
“Сит илдәрҙең мәҙәниәте хайран итте. Тәү тапҡыр Парижға барғанда, Эйфель башняһына юл тоттоҡ. Ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан, хәтфә үлән менән ҡапланған был гүзәл ерҙә шундай тыныс. Мегаполистың машина геүе лә тоноп ҡала. Ә француздар ошо илаһи тынлыҡты боҙмаҫ өсөн үҙ-ара шыбырлап ҡына һөйләшә, ашыҡмай ғына ҡултыҡлашып яныбыҙҙан үтә. Ғөмүмән, Европа илдәре этикет, үҙ-ара мөнәсәбәттәр мәктәбе булды. Хәҙер берәйһенә яңылыш төртөлөп үтһәм, шунда уҡ боролоп, ысын күңелдән ғәфү үтенәм. Сөнки мәҙәнилек беҙҙең ҡаныбыҙға һалынған, тик уны уята белергә, үҫтерергә кәрәк, — тине Резеда тәрбиә тураһында һүҙ сыҡҡас. — Улым тыуғас, уны киләсәктә бейеүсе итеп күрергә теләй инем, тик һөнәр һайлау, үҫкәс, үҙ иркендә булыр, тинек. Ауырлы саҡта ла, имеҙгән саҡта ла уй-тойғоларым менән баламдың булмышына ҙур тәьҫир яһай алғанмын, тимәк, тәрбиә бына ҡайһы ваҡытта башлана!”
Бер аҡыл эйәһе, ысын ижадсы маҡсатты үҙ кимәленән юғарыраҡ ҡуйырға өйрәнергә тейеш, тигән. Көслө ихтыярлы Резеда Альберт ҡыҙы һәр эштә баҫҡыстың иң юғарыһын маҡсат итеп ҡуя. Янында ныҡлы терәк-таянысың булыуы, эшеңде дауам итеүсе киләсәгеңдең үҫеүе иң бейек үрҙәрҙе яуларға илһамландыра, ҡанатландыра.
Лилиә ХӘЛИТОВА.
Өфө районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә