Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Алло! Һеҙгә уғрылар шылтырата...
Мобиль элемтә киң таралыу менән мутлашыуҙар ҙа күбәйҙе. Кешенең шәхси телефон һанын табыуы бөгөн әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, шуға алдашыу осраҡтары ла арта. Ара-тирә булһа ла шикле хәбәрҙәр яҙып, шылтыратыусылар табылып тора. Миҫалын да йыраҡ эҙләйһе түгел.

“Машина отоуығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Хәҙер фәлән кодты фәлән номерға ебәрәһе генә ҡалды һеҙгә”. Йә, Аллам, инде илленсе машинам булды! Был хәбәргә берәү ҙә ышанмаҫ тип уйлаһам да, күрше инәйҙең туплаған бар пенсия­һын енәйәтселәргә тоттороуына һаман эс боша. Эйе, күптәр кешелек йөҙөн юғалтты хәҙер... Өйҙә тыныс ҡына яҡын кешең менән сәй эсеп ултырғаныңда: “Әсәй, телефонды тартып алдылар, ошо номерға 500 һум һал әле, барыһын да һуңынан аңлатырмын”, – тигән хәбәр килеп төшөүенә лә аптырайһы түгел.
Телефон махинацияларын ойошто­роуҙа, ғәҙәттә, бер нисә енәйәтсе ҡатнаша. Араларында холоҡ төҙәтеү учреждениеларында ултырып сыҡҡандар йышыраҡ осрай. Улар кеше психологияһын яҡшы бе­лә, аралашҡанда ҡорбан үҙе лә һиҙмәҫ­тән биргән мәғлүмәттәрҙән оҫта файҙа­лана.
Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүен­сә, мутлашыусыларҙың ауына йыш ҡына оло йәштәгеләр һәм бер ҡатлы үҫмерҙәр эләгә. Шулай ҙа, әгәр ябай ғына ҡағиҙә­ләргә күҙ һалмаһа, һәр кемдең алдашыу ҡорбаны булыуы ихтимал.
Киң таралған мутлыҡтарҙың схе­маһы:
телефон аша алдау: имеш, таны­шыңды йәки туғаныңды полиция бүле­генән сығарыу өсөн түләү йәки ришүәт талап итеү;
СМС аша ярҙам һорау: “әсәй”, “дуҫ”, “улым” тигән мөрәжәғәт менән билдәле күләмдәге аҡсаны күрһәтелгән номерға ебәреүҙе үтенеү;
“бур” телефон: түләүле номер, унан шылтыратыу ҡабул итһәгеҙ йә ҡайтанан шылтыратһағыҙ, иҫәптән күп аҡса алына;
бәйләнеш операторы йәки радио станцияһы уҙғарған лотерея отошо: һеҙҙән экспресс-түләү картаһы һатып алып, кодын әйтеүегеҙҙе йәки иҫәбегеҙгә ҙур суммала аҡса һалып, билдәле бер код һандарын йыйыуығыҙҙы һорайҙар;
бәйләнеш операторынан ябай ғына код: уңайлылыҡ йәки табыш тәҡдиме – ни бары код һанын йыйыу етә, иҫә­бе­геҙҙән шунда уҡ аҡсаһын да һыпыралар;
“штраф санкцияһы” йә номерҙы өҙөү менән янау: имеш, элемтә операторы менән килешеүҙе боҙған өсөн;
“яңылыш күсерелгән аҡса”: аҡсаны ҡайтарыуығыҙҙы һорайҙар, һуңынан чек буйынса өҫтәмә сумманы алалар;
билдәле бер хаҡҡа башҡа кешенең шылтыратыуҙарын тыңлау, хаттарын уҡыу мөмкинлеген тәҡдим итәләр.
Мутлашыусыларҙың ауына эләкмәҫ өсөн ошоларҙы белергә кәрәк:
әгәр һеҙ шылтыратыусының ысынлап та дуҫығыҙ йә туғанығыҙ булыуында шикләнһәгеҙ, үҙегеҙҙә булған номерына шылтыратып ҡарағыҙ. Ул һүнгән булһа, мәғлүмәтте аныҡлау өсөн хеҙмәттәштәре, таныштары йә иптәштәре аша бәйләнеш­кә инергә тырышығыҙ.
Экспресс-түләү карталарының кодын берәү ҙә талап итергә тейеш түгеллеген иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Табышты эйәһенә тапшырыу телефон йә Интернет аша атҡара торған эш түгел. Әгәр документтарығыҙ менән офисҡа килеүегеҙҙе һорамаһалар, был – мутлыҡ. Акция ҡағиҙәләре, яңы тариф һәм башҡаһы буйынса элемтә операторына ла шылтыратырға ялҡаулан­мағыҙ. Номерға яңылыш һалған аҡсаны ҡайтарыу өсөн иһә чек бар. Ә башҡа кешенең шылтыратыуҙарын тыңлау, хәбәрҙәрен уҡыу мөмкинлеге закон тәртибе буйынса оператор тарафынан ғына бирелә, башҡаса мөмкин түгел.
Күҙәтергә кәрәкле бер нисә ҡағиҙә:
барлыҡ туғандарҙың, дуҫтарҙың һәм яҡындарҙың номерҙарын ҡағыҙға теркәп барырға;
таныш булмаған номерҙан ебәрелгән хәбәрҙәргә яуап бирмәҫкә;
ят номерҙан шылтыратыуға иғтибарлы булырға.
Әгәр инде хәйлә ауына эләгә ҡалһағыҙ, иң тәүҙә бәйләнеш операторын иҫкәртергә кәрәк. Мутлашыусылар биргән номерға аҡса күсергән булһағыҙ йә шылты­ратыуҙарынан һуң күпмелер суммағыҙ юғалһа, оператор уны кире ҡайтарасаҡ.
Мутлашыу ҡармағына эләкһәгеҙ, мот­лаҡ ғариза менән полиция хеҙмәт­кәрҙәренә мөрәжәғәт итегеҙ.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә