Алло! Һеҙгә уғрылар шылтырата...16.02.2016
Мобиль элемтә киң таралыу менән мутлашыуҙар ҙа күбәйҙе. Кешенең шәхси телефон һанын табыуы бөгөн әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, шуға алдашыу осраҡтары ла арта. Ара-тирә булһа ла шикле хәбәрҙәр яҙып, шылтыратыусылар табылып тора. Миҫалын да йыраҡ эҙләйһе түгел.
“Машина отоуығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Хәҙер фәлән кодты фәлән номерға ебәрәһе генә ҡалды һеҙгә”. Йә, Аллам, инде илленсе машинам булды! Был хәбәргә берәү ҙә ышанмаҫ тип уйлаһам да, күрше инәйҙең туплаған бар пенсияһын енәйәтселәргә тоттороуына һаман эс боша. Эйе, күптәр кешелек йөҙөн юғалтты хәҙер... Өйҙә тыныс ҡына яҡын кешең менән сәй эсеп ултырғаныңда: “Әсәй, телефонды тартып алдылар, ошо номерға 500 һум һал әле, барыһын да һуңынан аңлатырмын”, – тигән хәбәр килеп төшөүенә лә аптырайһы түгел.
Телефон махинацияларын ойоштороуҙа, ғәҙәттә, бер нисә енәйәтсе ҡатнаша. Араларында холоҡ төҙәтеү учреждениеларында ултырып сыҡҡандар йышыраҡ осрай. Улар кеше психологияһын яҡшы белә, аралашҡанда ҡорбан үҙе лә һиҙмәҫтән биргән мәғлүмәттәрҙән оҫта файҙалана.
Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, мутлашыусыларҙың ауына йыш ҡына оло йәштәгеләр һәм бер ҡатлы үҫмерҙәр эләгә. Шулай ҙа, әгәр ябай ғына ҡағиҙәләргә күҙ һалмаһа, һәр кемдең алдашыу ҡорбаны булыуы ихтимал.
Киң таралған мутлыҡтарҙың схемаһы:
телефон аша алдау: имеш, танышыңды йәки туғаныңды полиция бүлегенән сығарыу өсөн түләү йәки ришүәт талап итеү;
СМС аша ярҙам һорау: “әсәй”, “дуҫ”, “улым” тигән мөрәжәғәт менән билдәле күләмдәге аҡсаны күрһәтелгән номерға ебәреүҙе үтенеү;
“бур” телефон: түләүле номер, унан шылтыратыу ҡабул итһәгеҙ йә ҡайтанан шылтыратһағыҙ, иҫәптән күп аҡса алына;
бәйләнеш операторы йәки радио станцияһы уҙғарған лотерея отошо: һеҙҙән экспресс-түләү картаһы һатып алып, кодын әйтеүегеҙҙе йәки иҫәбегеҙгә ҙур суммала аҡса һалып, билдәле бер код һандарын йыйыуығыҙҙы һорайҙар;
бәйләнеш операторынан ябай ғына код: уңайлылыҡ йәки табыш тәҡдиме – ни бары код һанын йыйыу етә, иҫәбегеҙҙән шунда уҡ аҡсаһын да һыпыралар;
“штраф санкцияһы” йә номерҙы өҙөү менән янау: имеш, элемтә операторы менән килешеүҙе боҙған өсөн;
“яңылыш күсерелгән аҡса”: аҡсаны ҡайтарыуығыҙҙы һорайҙар, һуңынан чек буйынса өҫтәмә сумманы алалар;
билдәле бер хаҡҡа башҡа кешенең шылтыратыуҙарын тыңлау, хаттарын уҡыу мөмкинлеген тәҡдим итәләр.
Мутлашыусыларҙың ауына эләкмәҫ өсөн ошоларҙы белергә кәрәк:
әгәр һеҙ шылтыратыусының ысынлап та дуҫығыҙ йә туғанығыҙ булыуында шикләнһәгеҙ, үҙегеҙҙә булған номерына шылтыратып ҡарағыҙ. Ул һүнгән булһа, мәғлүмәтте аныҡлау өсөн хеҙмәттәштәре, таныштары йә иптәштәре аша бәйләнешкә инергә тырышығыҙ.
Экспресс-түләү карталарының кодын берәү ҙә талап итергә тейеш түгеллеген иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Табышты эйәһенә тапшырыу телефон йә Интернет аша атҡара торған эш түгел. Әгәр документтарығыҙ менән офисҡа килеүегеҙҙе һорамаһалар, был – мутлыҡ. Акция ҡағиҙәләре, яңы тариф һәм башҡаһы буйынса элемтә операторына ла шылтыратырға ялҡауланмағыҙ. Номерға яңылыш һалған аҡсаны ҡайтарыу өсөн иһә чек бар. Ә башҡа кешенең шылтыратыуҙарын тыңлау, хәбәрҙәрен уҡыу мөмкинлеге закон тәртибе буйынса оператор тарафынан ғына бирелә, башҡаса мөмкин түгел.
Күҙәтергә кәрәкле бер нисә ҡағиҙә:
барлыҡ туғандарҙың, дуҫтарҙың һәм яҡындарҙың номерҙарын ҡағыҙға теркәп барырға;
таныш булмаған номерҙан ебәрелгән хәбәрҙәргә яуап бирмәҫкә;
ят номерҙан шылтыратыуға иғтибарлы булырға.
Әгәр инде хәйлә ауына эләгә ҡалһағыҙ, иң тәүҙә бәйләнеш операторын иҫкәртергә кәрәк. Мутлашыусылар биргән номерға аҡса күсергән булһағыҙ йә шылтыратыуҙарынан һуң күпмелер суммағыҙ юғалһа, оператор уны кире ҡайтарасаҡ.
Мутлашыу ҡармағына эләкһәгеҙ, мотлаҡ ғариза менән полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итегеҙ.