Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ос, самолет, татыулыҡҡа!
Ос, самолет, татыулыҡҡа! Сағыу мәрйендәр кеүек һибелгән кескәй ҡыҙҙар һәм малайҙар аҡ ҡағыҙҙан яһалған ҙур самолеттарға һүрәт төшөрә. Берәүҙәр тотош буяһа, бәғзеләре сәскә, йондоҙ, төрлө яҙыу менән биҙәргә тырыша... Төҫлө ҡәләмдәр ҙә, һыуға, гуашҡа мансылған бумалалар ҙа сикһеҙ күренгән “аҡ ялан”да эскерһеҙ сабый күңелдәренең бар матурлығын, илаһилығын асып һала кеүек. Әммә, самолеттар ниндәй генә һүрәт, хәреф менән биҙәлмәһен, һуңынан улар өҫтөндә дары шартлатыласаҡ... Ҡыҙғаныс: ҡағыҙ киҫәктәрендә дәһшәтле һуғыш эҙҙәре ҡаласаҡ...

Өфөнөң Киров районындағы 51-се балалар баҡсаһында респуб­ли­каның Хәрби дан музейы ойош­торған сара йөрәктә Бөйөк Ватан һуғышы шаңдауын яңыртҡандай булды. Башҡортостанда тыуып үҫкән, әле Шотландияла йәшәгән профессиональ рәссам Динә Маккинс, балалар ҡатнашлығында ошондай саралар үткәреп, заман­дың донъяуи фажиғәләренә иғтибар йәлеп итергә, кеше ғүмеренең нес­кәлеген күрһәтергә тырыша. 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышына арналған “Өтөлгән йө­рәктәр – татыулыҡ өсөн дары һү­рәттәре” исемле күргәҙмә өсөн Динә балаларҙан самолеттарҙы буята, артабан рәсемдәрҙе дары менән “эшкәртеп”, бергә туплап, уларҙан ҙур бөтөн композиция яһаясаҡ.
– Олатайым да, апам да хәрби кешеләр ине, Ватан өсөн тоғро хеҙ­мәт иттеләр. Күпселек эштәремде Рәсәйҙең, Бөйөк Британияның хәрби һәм күнекмәләр үҙәктәрендә яһа­йым. Күптән түгел Татарстанда “Һуғыш балалары” исемле күргәҙ­мәм булды. Халыҡ ихлас ҡабул итте, 20 меңгә яҡын кеше килде. Күргәҙмә барышында студенттар менән яу заманындағы балалар хаҡында тематик дәрестәр ойошторолдо. Эштәрем башлыса дары менән бәйле: йә төшөрөлгән, йә уның ярҙамында “биҙәлгән”. Ошондай аҙым менән мин быуындар ара­һында йылы бәйләнеш булдырырға тырышам, илдәрҙе үҙ-ара татыу, килешеп йәшәүгә әйҙәйем. Сөнки кескәй балалар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә, олатай-өләсәйҙәре лә һуғыш яҡлы түгел, бер кемгә лә ҡан ҡойош күрергә яҙмаһын, – ти рәссам.
...Ҡыҙҙар һәм малайҙар иһә әрме, флот ветерандарының, парти­зандарҙың, тыл хеҙмәтсәндәренең, блокадасыларҙың, эвакуация­лан­ған­дарҙың, һуғыш балаларының яҡты иҫтәлегенә, батырлығына арнап самолеттарға сағыу һүрәттәр төшөрөүен дауам итте. Кескәй­ҙәрҙең ижады 18 февралдә Хәрби дан музейындағы күргәҙмәлә композиция рәүешендә ҡуйыласаҡ.




Автор: Гөлсәсәк МОСТАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә