Сағыу мәрйендәр кеүек һибелгән кескәй ҡыҙҙар һәм малайҙар аҡ ҡағыҙҙан яһалған ҙур самолеттарға һүрәт төшөрә. Берәүҙәр тотош буяһа, бәғзеләре сәскә, йондоҙ, төрлө яҙыу менән биҙәргә тырыша... Төҫлө ҡәләмдәр ҙә, һыуға, гуашҡа мансылған бумалалар ҙа сикһеҙ күренгән “аҡ ялан”да эскерһеҙ сабый күңелдәренең бар матурлығын, илаһилығын асып һала кеүек. Әммә, самолеттар ниндәй генә һүрәт, хәреф менән биҙәлмәһен, һуңынан улар өҫтөндә дары шартлатыласаҡ... Ҡыҙғаныс: ҡағыҙ киҫәктәрендә дәһшәтле һуғыш эҙҙәре ҡаласаҡ...Өфөнөң Киров районындағы 51-се балалар баҡсаһында республиканың Хәрби дан музейы ойошторған сара йөрәктә Бөйөк Ватан һуғышы шаңдауын яңыртҡандай булды. Башҡортостанда тыуып үҫкән, әле Шотландияла йәшәгән профессиональ рәссам Динә Маккинс, балалар ҡатнашлығында ошондай саралар үткәреп, замандың донъяуи фажиғәләренә иғтибар йәлеп итергә, кеше ғүмеренең нескәлеген күрһәтергә тырыша. 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышына арналған “Өтөлгән йөрәктәр – татыулыҡ өсөн дары һүрәттәре” исемле күргәҙмә өсөн Динә балаларҙан самолеттарҙы буята, артабан рәсемдәрҙе дары менән “эшкәртеп”, бергә туплап, уларҙан ҙур бөтөн композиция яһаясаҡ.
– Олатайым да, апам да хәрби кешеләр ине, Ватан өсөн тоғро хеҙмәт иттеләр. Күпселек эштәремде Рәсәйҙең, Бөйөк Британияның хәрби һәм күнекмәләр үҙәктәрендә яһайым. Күптән түгел Татарстанда “Һуғыш балалары” исемле күргәҙмәм булды. Халыҡ ихлас ҡабул итте, 20 меңгә яҡын кеше килде. Күргәҙмә барышында студенттар менән яу заманындағы балалар хаҡында тематик дәрестәр ойошторолдо. Эштәрем башлыса дары менән бәйле: йә төшөрөлгән, йә уның ярҙамында “биҙәлгән”. Ошондай аҙым менән мин быуындар араһында йылы бәйләнеш булдырырға тырышам, илдәрҙе үҙ-ара татыу, килешеп йәшәүгә әйҙәйем. Сөнки кескәй балалар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә, олатай-өләсәйҙәре лә һуғыш яҡлы түгел, бер кемгә лә ҡан ҡойош күрергә яҙмаһын, – ти рәссам.
...Ҡыҙҙар һәм малайҙар иһә әрме, флот ветерандарының, партизандарҙың, тыл хеҙмәтсәндәренең, блокадасыларҙың, эвакуацияланғандарҙың, һуғыш балаларының яҡты иҫтәлегенә, батырлығына арнап самолеттарға сағыу һүрәттәр төшөрөүен дауам итте. Кескәйҙәрҙең ижады 18 февралдә Хәрби дан музейындағы күргәҙмәлә композиция рәүешендә ҡуйыласаҡ.