Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Серле машина Һөйөнсө! Ғәли һалдаттан ҡайтты. Быны ишетеп, ауыл халҡы ғәҙәттәгесә егетте ҡотлап, күрешергә йыйылды. Ғәлиҙең машинала елдергәнен күреп, күҙҙәре дүрт булды. “Москвич”, “Жигули”ҙан башҡаһын күрмәгән халыҡ аһ итте. Төрлө шыш-быш ишетелеп ҡалды.
– Шул тиклем ерҙән был машинаны нисек алып ҡайтты икән?
– Ул шофер булып хеҙмәт иткән, генералды йөрөткән!..
Шундай һүҙҙәр таралды. Тик машина ғына өнһөҙ ултыра бирҙе. Һөйләшә белһә, дөрөҫөн әйтер, халыҡты ыҙалатмаҫ ине. Ғәлиҙең атаһы Фәтих ҡарт та әллә шатлыҡтан, әллә тулҡынланыуҙан телһеҙ ҡалды. Күршеләренә сәй эсергә әйтергә лә онотто. Аптырарлыҡ шул. Был бит башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Шундай бола ваҡытында күрше-тирә юҡ аҡсаһын бар итеп, хеҙмәттәге улдарына итек, кейем алырға аҡса һала, ә уның Ғәлийе машинала ҡайтып төштө...
Фәтих ҡарт улынан нисек итеп бер тин аҡсаһыҙ машина алыуын төпсөнөп һораш­маҡсы булғайны, малайы:
– Атай, һин армияла хеҙмәт итмәгәнһең бит, һөйләһәм, аңла­маҫһың. Был – хәрби сер. Иҫән-һау ҡайтҡаныма шатлан, – тип кенә ебәрҙе.
Фәтих ҡартты бер һорау ныҡ борсоно. Был малай кемгә оҡшаған һуң? Заттарында ҡыйыу кешеләр юҡ таһа. Бер кис йоҡларға ятҡас, ҡатынынан ҡыймай ғына һораны:
– Беҙҙең малай кемгә оҡшаған икән ул?
– Мин Ғәлиҙе йөрөп тапҡан тип уйлайһыңмы? Йөрөп тапҡан хәлдә лә, һин уны үҙеңә оҡшатып тәрбиәләнең бит. Үҙеңде ҡасан саф, таҙа кешегә һанай башланың әле? Һинең дә уғрылыҡ эштәрең аҙ булманы. “Ҡара эт бәләһе аҡ эткә төшә” тигәндәй, һинең этлегең арҡаһында күпме кеше янды. Ҡар аҫтына ут төртөүсе, һанап китәйемме?
Фәтих, асыуы килеп, ҡатынының күҙ төбөнә ултыртҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Әсәләре ҡысҡырғанға, һуҡмыш малайҙар йоҡонан тороп, атайҙарын арыу ғына “тәрбиәләп” алды. Ир, үҙенең һорауына дөрөҫ яуап алып, малайҙарының ысынлап та үҙенә оҡшағанлығына ышанып, тынысланып йоҡлап китте.
Был машина, ысынлап та, ауыл кешеләренә яу килтерҙе. Халыҡтың тыныслығы юғалды. Ғәли ҡайҙалыр машинаның глушителен төшөрөп ҡалдырған. Глушителһеҙ машина, немецтарҙың пикелағы “юнкерс”та­рының тауышын сығарып, ауылдың бер осонан икенсеһенә осоп йөрөнө. Атай менән әсәй йортона ялыу менән килгәндәр күбәйҙе. Миңә лә әбей-һәбей килеп:
– Улым, һин дәрәжәле кеше, һөйләшеп ҡара, – тине.
Мин дә үҙемсә ҡарттарҙы тыныс­ландырып:
– Машинаһы ватылғас, туҡтар. Ярай бәхетегеҙҙән генерал аҡыллы булған, танк биреп ҡайтармаған, – тип йыуатҡан булам.
Ғәли ҡайтҡан көндән ауылда ла бер аҙ үҙгәрештәр булып алды. Урамда быжҡылдаған өйрәктәр, көтөү-көтөү ҡаңғылдашҡан ҡаҙҙар күренмәй башланы. Төнөн йоҡо бирмәй лауыл­даш­ҡан эттәр ҙә тынып ҡалды. Ғәйбәтсе бисәләр ҙә өйҙән сыҡмауҙы өҫтөн күрҙе. Һүҙҙәре лә тик Ғәли тураһында барғас, һөйләй-һөйләй үҙ ғәйбәт­тәренән ялҡтылар.
Ғәли хеҙмәттән иҫән-һау ҡайтыуын “йыуып”, малайҙарҙы машинаһына ултыртып, һыймағандарын башына тейәп, типтереп йәшәүен дауам итте. Әммә һәр нәмәнең дә сиге була. Фәтих ҡарт та йонсоно. Әбейе менән һөйләшеп, Ғәлигә кәләш әйттерҙеләр. Гөрләтеп туй үткәрҙеләр. Ҡарттар өйҙәрен йәштәргә ҡалдырып, икенсе ауылда йорт алып, улынан алыҫыраҡ йәшәй башланы.
Ғәлиҙең “баллы айы” башланып, ауылда тыныслыҡ урынлашты. Кистәрен серәкәй безләгән тауыштар ҙа бик яғымлы ишетелгәндәй булды. Дауыл алдынан була торған тынлыҡ…
“Баллы ай” үтеп тә өлгөр­мәне шикелле, Ғәли ма­шинаһында тағы сабауыллай башланы. Шулай ҙа элекке кеүек бик иркенләй алманы. Кәләше башта юғалып ҡалды. Егеттең ҡы­лығына бик тиҙ төшөнгәс, ҡатындарға хас булған тактикаға күсте. Тәмле-татлы ашап үҫкән Ғәлигә ашарына ҡатҡан икмәк менән һыуҙан башҡа ризыҡ ҡуйманы. Был ғына ла ярҙам итмәгәс, уның машинаһына ултырып йөрөй башланы. Йәнәһе, ирен ҡара­уыллап, күҙ уңынан ысҡын­дырмай. Хәҙер Ғәли өйгә ҡайтмай башланы. Йәш ҡатын бирешмәне, бер көн уны ҡарауыллап, ҡапҡанға эләктерҙе. Ярһыған ҡатын балта менән машинаны сапҡылап, төҙәткеһеҙ итеп ҡуйҙы. Атай-әсәйҙәрен дә эшкә егеп, ирен ауыҙлыҡлап алды.
Хәҙер Ғәлиҙең ике малайы үҫә. Улар кемгә оҡшар? Хоҙай үҙе генә белә. Машина йәшлек йылдарының иҫтәлеге булып, ябыу аҫтында ҡаплаулы тора. Кем белә, бәлки, был сәйер “тимер аттың” сере бер ваҡыт сиселер...



Автор: Ҡадир ЯУЫМБАЕВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә