Һөйөнсө! Ғәли һалдаттан ҡайтты. Быны ишетеп, ауыл халҡы ғәҙәттәгесә егетте ҡотлап, күрешергә йыйылды. Ғәлиҙең машинала елдергәнен күреп, күҙҙәре дүрт булды. “Москвич”, “Жигули”ҙан башҡаһын күрмәгән халыҡ аһ итте. Төрлө шыш-быш ишетелеп ҡалды.
– Шул тиклем ерҙән был машинаны нисек алып ҡайтты икән?
– Ул шофер булып хеҙмәт иткән, генералды йөрөткән!..
Шундай һүҙҙәр таралды. Тик машина ғына өнһөҙ ултыра бирҙе. Һөйләшә белһә, дөрөҫөн әйтер, халыҡты ыҙалатмаҫ ине. Ғәлиҙең атаһы Фәтих ҡарт та әллә шатлыҡтан, әллә тулҡынланыуҙан телһеҙ ҡалды. Күршеләренә сәй эсергә әйтергә лә онотто. Аптырарлыҡ шул. Был бит башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Шундай бола ваҡытында күрше-тирә юҡ аҡсаһын бар итеп, хеҙмәттәге улдарына итек, кейем алырға аҡса һала, ә уның Ғәлийе машинала ҡайтып төштө...
Фәтих ҡарт улынан нисек итеп бер тин аҡсаһыҙ машина алыуын төпсөнөп һорашмаҡсы булғайны, малайы:
– Атай, һин армияла хеҙмәт итмәгәнһең бит, һөйләһәм, аңламаҫһың. Был – хәрби сер. Иҫән-һау ҡайтҡаныма шатлан, – тип кенә ебәрҙе.
Фәтих ҡартты бер һорау ныҡ борсоно. Был малай кемгә оҡшаған һуң? Заттарында ҡыйыу кешеләр юҡ таһа. Бер кис йоҡларға ятҡас, ҡатынынан ҡыймай ғына һораны:
– Беҙҙең малай кемгә оҡшаған икән ул?
– Мин Ғәлиҙе йөрөп тапҡан тип уйлайһыңмы? Йөрөп тапҡан хәлдә лә, һин уны үҙеңә оҡшатып тәрбиәләнең бит. Үҙеңде ҡасан саф, таҙа кешегә һанай башланың әле? Һинең дә уғрылыҡ эштәрең аҙ булманы. “Ҡара эт бәләһе аҡ эткә төшә” тигәндәй, һинең этлегең арҡаһында күпме кеше янды. Ҡар аҫтына ут төртөүсе, һанап китәйемме?
Фәтих, асыуы килеп, ҡатынының күҙ төбөнә ултыртҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Әсәләре ҡысҡырғанға, һуҡмыш малайҙар йоҡонан тороп, атайҙарын арыу ғына “тәрбиәләп” алды. Ир, үҙенең һорауына дөрөҫ яуап алып, малайҙарының ысынлап та үҙенә оҡшағанлығына ышанып, тынысланып йоҡлап китте.
Был машина, ысынлап та, ауыл кешеләренә яу килтерҙе. Халыҡтың тыныслығы юғалды. Ғәли ҡайҙалыр машинаның глушителен төшөрөп ҡалдырған. Глушителһеҙ машина, немецтарҙың пикелағы “юнкерс”тарының тауышын сығарып, ауылдың бер осонан икенсеһенә осоп йөрөнө. Атай менән әсәй йортона ялыу менән килгәндәр күбәйҙе. Миңә лә әбей-һәбей килеп:
– Улым, һин дәрәжәле кеше, һөйләшеп ҡара, – тине.
Мин дә үҙемсә ҡарттарҙы тынысландырып:
– Машинаһы ватылғас, туҡтар. Ярай бәхетегеҙҙән генерал аҡыллы булған, танк биреп ҡайтармаған, – тип йыуатҡан булам.
Ғәли ҡайтҡан көндән ауылда ла бер аҙ үҙгәрештәр булып алды. Урамда быжҡылдаған өйрәктәр, көтөү-көтөү ҡаңғылдашҡан ҡаҙҙар күренмәй башланы. Төнөн йоҡо бирмәй лауылдашҡан эттәр ҙә тынып ҡалды. Ғәйбәтсе бисәләр ҙә өйҙән сыҡмауҙы өҫтөн күрҙе. Һүҙҙәре лә тик Ғәли тураһында барғас, һөйләй-һөйләй үҙ ғәйбәттәренән ялҡтылар.
Ғәли хеҙмәттән иҫән-һау ҡайтыуын “йыуып”, малайҙарҙы машинаһына ултыртып, һыймағандарын башына тейәп, типтереп йәшәүен дауам итте. Әммә һәр нәмәнең дә сиге була. Фәтих ҡарт та йонсоно. Әбейе менән һөйләшеп, Ғәлигә кәләш әйттерҙеләр. Гөрләтеп туй үткәрҙеләр. Ҡарттар өйҙәрен йәштәргә ҡалдырып, икенсе ауылда йорт алып, улынан алыҫыраҡ йәшәй башланы.
Ғәлиҙең “баллы айы” башланып, ауылда тыныслыҡ урынлашты. Кистәрен серәкәй безләгән тауыштар ҙа бик яғымлы ишетелгәндәй булды. Дауыл алдынан була торған тынлыҡ…
“Баллы ай” үтеп тә өлгөрмәне шикелле, Ғәли машинаһында тағы сабауыллай башланы. Шулай ҙа элекке кеүек бик иркенләй алманы. Кәләше башта юғалып ҡалды. Егеттең ҡылығына бик тиҙ төшөнгәс, ҡатындарға хас булған тактикаға күсте. Тәмле-татлы ашап үҫкән Ғәлигә ашарына ҡатҡан икмәк менән һыуҙан башҡа ризыҡ ҡуйманы. Был ғына ла ярҙам итмәгәс, уның машинаһына ултырып йөрөй башланы. Йәнәһе, ирен ҡарауыллап, күҙ уңынан ысҡындырмай. Хәҙер Ғәли өйгә ҡайтмай башланы. Йәш ҡатын бирешмәне, бер көн уны ҡарауыллап, ҡапҡанға эләктерҙе. Ярһыған ҡатын балта менән машинаны сапҡылап, төҙәткеһеҙ итеп ҡуйҙы. Атай-әсәйҙәрен дә эшкә егеп, ирен ауыҙлыҡлап алды.
Хәҙер Ғәлиҙең ике малайы үҫә. Улар кемгә оҡшар? Хоҙай үҙе генә белә. Машина йәшлек йылдарының иҫтәлеге булып, ябыу аҫтында ҡаплаулы тора. Кем белә, бәлки, был сәйер “тимер аттың” сере бер ваҡыт сиселер...