Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Быйыл ниндәй ҡағиҙәләр ғәмәлгә инә?
Быйыл ниндәй ҡағиҙәләр ғәмәлгә инә? Йылына өс тапҡыр юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙғандарҙың танытмаһын тартып аласаҡтар. Юлда тикшергәндә алкоголдең күләмен түгел, ә барлығын күрһәткән приборҙар ҡулланыласаҡ.

Йәнә водителдәрҙе ниндәй яңылыҡтар көтә? Хөкүмәт Дәүләт Думаһына Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа өҫтәмәләр индерелгән закон проектын тәҡдим итте. Унда өстән күберәк юл тәртибен боҙғандарҙы бер йылға танытмаһынан мәхрүм итеү ҡарала. Шоферҙың машинаға идара итеүгә хоҡуғы булмаған осраҡта ун мең һум штраф янай.
Әлбиттә, совет осоронда ошонда­йыраҡ яза төрө бар ине: һәр тәртип боҙған өсөн танытмаға тишек ҡуйыла. Өсәүгә еттеме – танытмаңдан ҡолаҡ ҡағаһың. Был юлы Хөкүмәт һәм депутаттар башҡасараҡ хәл итә, бөтә тәртип боҙоуҙар ҙа иҫәпкә алынмаясаҡ, бары иң хәүефлеләре генә.
Шулай уҡ водителде һалмыш килеш эләктереү йәһәтенән дә яңы проект әҙерләнгән. Хәҙер водителдең эскәнлеген билдәләү юҫығында ла үҙгәрештәр бар. Ошоға ҡәҙәр водителдәрҙең эскәнлеген уны приборға өрҙөртөп, организмдағы алкоголь кимәлен тикшерәләр, алкотес­тер ярҙамында күпме миллиграмм алкоголь булыуын билдәләйҙәр ине. Яңы төҙәтмәләр индерелгәндән һуң эскәнһеңме-юҡмы икәнлекте белеү ҙә етәсәк.
Әйткәндәй, был прибор водител­дәр­ҙе күпләп тикшергәндә файҙа­ла­ныласаҡ. Был осраҡта юл ябылып, бер кем дә тикшерелмәйенсә үтмә­йәсәк. Әлбиттә, эскәнлек беленә ҡалһа, шунда уҡ танытма тартып алынмай. Ғәйепле шоферҙы табипҡа оҙатып, уның айыҡ йәки иҫерек булыуын билдәләү өсөн юллама бирелә. Медицина һығымтаһы өсөн критерийҙы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бил­дәләй.
Әгәр инспектор шоферҙың теле тотлоғоуын, ауыҙынан еҫ килеүен, аяғында ныҡ тормауын һиҙһә, тында спирт күләмен тикшерергә тейеш.
Өсөнсө өҫтәмә – ҡурҡыныс йөрөү. Был төшөнсәлә водителдең башҡалар өсөн хәүеф тыуҙырыуы, юл ҡағи­ҙә­ләрен үтәмәүе, дистанцияны һаҡ­ла­мауы, нигеҙһеҙ туҡталыш яһауы инә.
Әйткәндәй, 15 ғинуарҙан штрафы, алименты йәки башҡа талаптар буйынса бурысы ун мең һумдан артып китһә, суд приставтары машинаға идара итеүгә хоҡуғын сикләй ала. Әлбиттә, был танытманы тартып алыу тигән һүҙ түгел. Бары суд ошо хоҡуҡҡа эйә. Бурысығыҙҙы түләһәгеҙ, хоҡуғығыҙ кире ҡайтарыласаҡ. Шулай ҙа водитель был сикләү ваҡытында яңынан эләкһә, уға 50 сәғәткә ҡәҙәр мәжбүри эш йәки ысын мәғәнәһендә танытмаһынан мәхрүм ителеү хәүефе янай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә