Йылына өс тапҡыр юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙғандарҙың танытмаһын тартып аласаҡтар. Юлда тикшергәндә алкоголдең күләмен түгел, ә барлығын күрһәткән приборҙар ҡулланыласаҡ. Йәнә водителдәрҙе ниндәй яңылыҡтар көтә? Хөкүмәт Дәүләт Думаһына Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа өҫтәмәләр индерелгән закон проектын тәҡдим итте. Унда өстән күберәк юл тәртибен боҙғандарҙы бер йылға танытмаһынан мәхрүм итеү ҡарала. Шоферҙың машинаға идара итеүгә хоҡуғы булмаған осраҡта ун мең һум штраф янай.
Әлбиттә, совет осоронда ошондайыраҡ яза төрө бар ине: һәр тәртип боҙған өсөн танытмаға тишек ҡуйыла. Өсәүгә еттеме – танытмаңдан ҡолаҡ ҡағаһың. Был юлы Хөкүмәт һәм депутаттар башҡасараҡ хәл итә, бөтә тәртип боҙоуҙар ҙа иҫәпкә алынмаясаҡ, бары иң хәүефлеләре генә.
Шулай уҡ водителде һалмыш килеш эләктереү йәһәтенән дә яңы проект әҙерләнгән. Хәҙер водителдең эскәнлеген билдәләү юҫығында ла үҙгәрештәр бар. Ошоға ҡәҙәр водителдәрҙең эскәнлеген уны приборға өрҙөртөп, организмдағы алкоголь кимәлен тикшерәләр, алкотестер ярҙамында күпме миллиграмм алкоголь булыуын билдәләйҙәр ине. Яңы төҙәтмәләр индерелгәндән һуң эскәнһеңме-юҡмы икәнлекте белеү ҙә етәсәк.
Әйткәндәй, был прибор водителдәрҙе күпләп тикшергәндә файҙаланыласаҡ. Был осраҡта юл ябылып, бер кем дә тикшерелмәйенсә үтмәйәсәк. Әлбиттә, эскәнлек беленә ҡалһа, шунда уҡ танытма тартып алынмай. Ғәйепле шоферҙы табипҡа оҙатып, уның айыҡ йәки иҫерек булыуын билдәләү өсөн юллама бирелә. Медицина һығымтаһы өсөн критерийҙы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы билдәләй.
Әгәр инспектор шоферҙың теле тотлоғоуын, ауыҙынан еҫ килеүен, аяғында ныҡ тормауын һиҙһә, тында спирт күләмен тикшерергә тейеш.
Өсөнсө өҫтәмә – ҡурҡыныс йөрөү. Был төшөнсәлә водителдең башҡалар өсөн хәүеф тыуҙырыуы, юл ҡағиҙәләрен үтәмәүе, дистанцияны һаҡламауы, нигеҙһеҙ туҡталыш яһауы инә.
Әйткәндәй, 15 ғинуарҙан штрафы, алименты йәки башҡа талаптар буйынса бурысы ун мең һумдан артып китһә, суд приставтары машинаға идара итеүгә хоҡуғын сикләй ала. Әлбиттә, был танытманы тартып алыу тигән һүҙ түгел. Бары суд ошо хоҡуҡҡа эйә. Бурысығыҙҙы түләһәгеҙ, хоҡуғығыҙ кире ҡайтарыласаҡ. Шулай ҙа водитель был сикләү ваҡытында яңынан эләкһә, уға 50 сәғәткә ҡәҙәр мәжбүри эш йәки ысын мәғәнәһендә танытмаһынан мәхрүм ителеү хәүефе янай.