Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тау-тау хеҙмәте –халыҡҡа бүләк
Тау-тау хеҙмәте –халыҡҡа бүләк Ҡыш уртаһының матур бер көнөндә, 7 февралдә, бар донъя ап-аҡ юрғанға төрөнгән мәлдә Башҡортостандың арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарының береһе, филология фәндәре докторы, республиканың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершинаға 80 йәш тулды. Уны даими баҫылып торған ғилми хеҙмәттәре, радио, телевидение тапшырыуҙары буйынса гәзит уҡыусыларыбыҙ яҡшы белә.
XX быуаттың 60-сы йылдар башында Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия инс­титутын уңышлы тамамлаған Фәнүзә Нәҙершина, яҙмышын фән менән бәйләү маҡсатында, бөгөн дә арымай-талмай эшләп йөрөгән институттың аспирантураһына уҡырға инә. Ғилми етәксеһе, һуңынан күренекле яҙыусы, билдәле ғалим-педагог булараҡ танылған Әхнәф Нурый улы Кирәев менән улар кандидатлыҡ диссер­тацияһын башҡорт фольклорының афористик жанрҙарына арнап, эште уңышлы атҡарып сыға. Йәш кенә ҡыҙ башҡорт фольклор ғилемендә беренселәрҙән булып ошо өлкәне ентекле өйрәнеп диссертация яҡлай, һуңынан монография баҫтыра. Фольклорсы тигән тынғыһыҙ һөнәр – китапханаларҙа, кабинетта ғилми әҙәбиәт уҡып, фәнни эштәр яҙып ултырыу, әлегә тиклем йыйылған һәм ғилми архивта һаҡланған материал­дарҙы өйрәнеү генә түгел, ауылдан ауылға йөрөп, халыҡтан ауыҙ-тел ижады өлгөләрен табыу, ҡағыҙға теркәү һәм эшкәртеү ҙә ул. Буласаҡ ғалимәнең аспирантурала уҡыған йылдарында Кирәй Мәргән республикабыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең ауыҙ-тел ижадын яҙып алыу һәм өйрәнеү маҡсатында Свердловск, Ҡурған, Пермь өлкәләренә бер-бер артлы экспедициялар ойоштора. Шул экспеди­ция­ларҙа Фәнүзә Нәҙершина ла ҡатнаша һәм фольклор ғилеменең был мөһим йүнәлешен үҙ итә. Уның ошо сәфәрҙәр мәлендә яҙып алған материалдары “Башҡорт халыҡ ижады” томдарында баҫылып сыҡҡан, айырым китаптарҙа донъя күргән. Шуларҙан халыҡ араһында киң билдәле, шулай уҡ һирәк осраған боронғо йырҙар, һамаҡтар, таҡмаҡтар, сеңләүҙәр урын алған “Рухи хазиналар: Асылыкүл, Дим, Өршәк буйы башҡорттарының фольклоры”, “Башҡорт халыҡ көйҙәре, йырлы-бейеүле уйындар”, “Әбйәлил дәфтәре” йыйынтыҡтарын айырып күрһәтергә кәрәк. Уның күптән түгел донъя күргән “Халыҡ күңеленә сәйәхәт” китабында ла республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ янына ойошторолған экспедицияларҙың һө­ҙөм­тәләре сағылыш тапҡан. Унда хәтирә-тәьҫораттар, уйланыуҙар туп­лан­ған. Китаптың һәр бите күңелгә ятышлы, бай мәғлүмәтле, халыҡ ижадын йыйыу методикаһы ла урын алған.
ХХ быуаттың 70-се йылдары башында институтта “Башҡорт халыҡ ижады”ның ун һигеҙ томлығы өҫтөндә ҡыҙыу эш башлана. Был мәлдә Совет власы урынлашыу менән, 20-се йылдарҙа уҡ йыйыла башлаған, артабан 60-сы йылдарҙан башлап даими ойошторолған экспедициялар, командировкалар ваҡытында яҙып алынған башҡорт халҡының бай ауыҙ-тел ижадын ташҡа баҫтырып сығарыу талабы көнүҙәк мәсьәлә булып баҫа. Институтта көс самалы булғанлыҡтан (Әхнәф Харисов, Мөхтәр Сәғитов, Фәнүзә Нәҙершина, Ғайса Хөсәйенов), был эшкә Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары ғалимдары ла ылыҡтырыла. Улар рәтендә мәрхүмдәр Марат Минһажетдинов, Лев Бараг, Салауат Галин һәм бөгөн дә фән өлкәһендә уңышлы эшләгән Әхмәт Сөләймәнов була.
Һүҙ барған ҙур хеҙмәттең өс томын (“Йомаҡтар”, “Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр”, “Риүәйәттәр, легендалар”) төҙөй Фәнүзә Нәҙершина. Юғары фәнни кимәлдә әҙерләнгән эштәре, шул иҫәптән атап үтелгән томдары әле лә әһә­миәтен юғалтмаған, китапханаларҙың түренән урын алған һәм башҡорт фольклор ғилеменең алтын фондына ингән. Ошо оло маҡтаулы эштәре өсөн 1987 йылда бер төркөм ғалимға, улар иҫәбендә Фәнүзә Нәҙершинаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә. Киләсәктә уның томдары тулыландырылып, урыҫ телендә сыҡҡан ун ике томлыҡ эсендә лә донъя күрә. Ғалимә – ҙур күләмле һигеҙ томдың автор төҙөүсеһе.
Том төҙөү – үтә ауыр эш. “Ашаған белмәй, тураған белә” тигәндәй, уның ауырлығын өлкән быуын ғына түгел, урта, хатта йәш быуын фольклорсылары ла аңлай хәҙер, сөнки әлеге мәлдә “Башҡорт халыҡ ижады”ның утыҙ алты томлығы өҫтөндә эш бара. Халыҡ ижады әҫәрҙәрен халыҡ араһына сығып, табып, яҙып алаһың, ҡайтҡас уны ҡырҡ мәртәбә диктофонды әйләндереп, ҡағыҙға төшөрәһең, артабан жанрҙар буйынса, шунан жанр эсендә темаһы буйынса “ояларға” урынлаштыраһың, шулар араһынан йәнә ғилми архивтан, юғары уҡыу йорттарының фольклор фондтарынан үҙең төҙөгән томға яраған текстарҙы һайлап алаһың, уларға аңлатмалар, томға баш һүҙ яҙаһың. Коллега­ларымдың ҡайһы саҡта: “Том төҙөүе монография яҙыуҙан ауыр”, – тигәндәрен дә ишетергә тура килде.
Был, ысынлап та, шулай. Ә Фәнүзә Айытбай ҡыҙы ошо йүнәлештә уңышлы эшләүен дауам итә. Ғалимәнең 1985 йылда урыҫ телендә сыҡҡан “Башҡорт халыҡ риүәйәттәре һәм легендалары”, башҡорт телендәге “Алтын ҡумта” исемле йыйынтыҡтары ла йәмәғәт­селектең ыңғай баһаһын алды.
Фәнүзә Айытбай ҡыҙы – башҡорт фольклорының көнүҙәк проблемаларын өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән ғалимә. “Халыҡ һүҙе”, “Халыҡ хәтере”, “Халыҡ хәтере: башҡорт халыҡ риүәйәт, легендаларының тарихи ерлеге, жанр үҙенсәлектәре” исемле монографияларында ул афористик жанрҙарҙы һәм тарихи прозаны сағыштырма планда өйрәнеп, башҡорт фольклористикаһы тарихында мөһим аҙым яһаны. Һанап үтелгән хеҙмәттәр афористик жанрҙарҙы, тарихи прозаны монографик планда ентекле өйрәнгән, көнүҙәклеген юғалтмаған мөһим теоретик тикшеренеүҙәр булып ҡала. Уның шулай уҡ “Хайуандар тураһында әкиәттәр” исемле хеҙмәте, башҡорт халыҡ йырҙарын, эпосын өйрәнеүгә арналған бихисап мәҡәләләре бар. Фәнүзә Нәҙершина – шулай уҡ “Башҡорт энциклопедияһы”ның, “Салауат Юлаев: энциклопедия”һының да әүҙем авторҙарының береһе.
Ғалимәнең күп яҡлы эшмәкәрлеген, өҫтә әйтелгәндәрҙән сығып, өс ҙур этапҡа бүлеп ҡарап булыр ине. Тәүге этап – юбилярҙың ғалимә булараҡ формалашыу йылдары. ХХ быуаттың 60 – 70-се йылдар башын эсенә алған был дәүерҙә Фәнүзә Нәҙершина ғилми әҙәбиәтте ентекле өйрәнеү, экспеди­цияларҙа әүҙем ҡатнашыу, материал туплау һәм диссертация яҙыу, яҡлау эштәрен атҡара.
Икенсе этап ХХ быуаттың 70-се йылдар уртаһынан ХХI быуат башына тиклем дәүерҙе ала. Тәжрибәле ғалим булып танылған Фәнүзә Айытбай ҡыҙы өс ғилми тупланманың автор-төҙөү­сеһе, ике етди монография авторы булараҡ, ун йыл буйына башҡорт телевидениеһында “Йыр тарихы – ил тарихы” тигән тапшырыуҙы алып барыусы, көндәлек матбуғатта ла башҡорт фольклорын әүҙем пропагандалаусы, СССР-ҙа ғына түгел, сит илдәрҙә (Англия, Германия, Финляндия һ.б.) ғилми трибуналарҙан сығыш яһаусы сифатында башҡорт фәне тарихына инә.
Ғилми эшмәкәрлегенең өсөнсө этабында, 1995 – 2010 йылдарҙа, олпат ғалимә өр-яңы ҙур проект асып, тәржемәселәр менән төркөм туплап, халыҡ ижады әҫәрҙәренең аҫыл өлгөләрен урыҫ, инглиз телдәрендә әҙерләп, һигеҙ китап баҫтырып сығарҙы. Башҡорт фольклорын донъя ғилеме әйләнешенә индереүҙә был тәүге һәм мөһим аҙым булды.
Танылған ғалимә һуңғы йылдарҙа “Башҡорт халҡының тарихы”, “Башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте” тигән ете томлыҡ ҙур хеҙмәттәрҙең авторҙар коллективы составында уңышлы эшләне.
Юбилей алды мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, ул әле лә яңы китап өҫтөндә баш күтәрмәй тир түгә һәм, олпат йәшенә ҡарамай, яңынан-яңы ижади пландар менән янып йәшәй.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан күгендә БПЛА күргәндәр

Башҡортостан күгендә БПЛА күргәндәр 04.07.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн Краснокама районы күгендә БПЛА осоп йөрөгән....

Тотош уҡырға 11

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм йәшен тураһында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм йәшен тураһында иҫкәртте 04.07.2025 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм йәшен тураһында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 10

Яҡташыбыҙ 72,2 миллион һум отҡан

Яҡташыбыҙ 72,2 миллион һум отҡан 04.07.2025 // Йәмғиәт

Уға лотереяла уңыш йылмайған....

Тотош уҡырға 11

Өфөлә Радий Хәбиров Антон Котяков менән эшлекле осрашыу үткәрҙе

Өфөлә Радий Хәбиров Антон Котяков менән эшлекле осрашыу үткәрҙе 04.07.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Радий Хәбиров Антон Котяков менән эшлекле осрашыу үткәрҙе...

Тотош уҡырға 12

Башҡортостанда мәғариф өлкәһендә түләүле хеҙмәттәр буйынса ҡыҙыу бәйләнеш асыла
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡойма ямғыр һәм йәшен хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда республика дауаханаларының баш табиптары менән телекүперҙәр асыла

Башҡортостанда республика дауаханаларының баш табиптары менән телекүперҙәр асыла 03.07.2025 // Йәмғиәт

Ике аҙна һайын медицина округтарының үҙәк дауаханалары һәм республика дауаханалары табиптары тура...

Тотош уҡырға 16

Өфөлә түләүле парковкалар буйынса кол-үҙәккә көнөнә 100-гә яҡын шылтыратыу ҡабул ителә
Республика райондарының береһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары бойомға ашырыла

Республика райондарының береһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары бойомға ашырыла 02.07.2025 // Йәмғиәт

Мәләүез районында йәш табиптарға торлаҡты ҡуртымға алыу хаҡы ай һайын 10 мең һум күләмендә...

Тотош уҡырға 18

Радий Хәбиров Башҡортостанда ҡалырға хәл иткән йәш ғалимдарға шәхсән ярҙам итергә вәғәҙәләне

Радий Хәбиров Башҡортостанда ҡалырға хәл иткән йәш ғалимдарға шәхсән ярҙам итергә вәғәҙәләне 02.07.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан бер ҡасан да ошондай күп талантлы, сағыу йәш ғалимдарҙы ҡабул иткәне юҡ ине,...

Тотош уҡырға 42

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан 02.07.2025 // Йәмғиәт

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан...

Тотош уҡырға 23

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола 02.07.2025 // Йәмғиәт

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола...

Тотош уҡырға 23