Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йөҙ йылыңды алдан хәстәрлә
Аҡылыбыҙ, донъяға ҡарашыбыҙ, бер-беребеҙгә булған мөнәсәбәтебеҙ тормошта мөһим урын биләй. Һайлаған һөнәрең менән генә ихтирам ҡаҙаныу аҙ, кешеләргә ауыр саҡта ярҙам итеү, файҙалы эштәр башҡарыу – бына нимә биҙәй кешене!

Нисек бармын, шулай ҡабул итәләр ул, тип кенә йәшәү килешмәй. Ғаиләһен һаҡлағандар, үҙ мөхитен ҡәҙер­лә­гәндәр башҡаларҙы ла ихтирам итеп, үҙ­ҙә­рендә иң яҡшы сифаттар тәрбиәләй.
Ғаилә тормошо һөйөү менән һуға­ры­ла, ҡәҙерле кешеләрһеҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтереүе бик ҡыйын. Ке­ше, ғә­ҙәттә, өйҙә генә үҙе булып ҡала. Һәр аҙымды аҡыл менән башларға кә­рәк, асыуланыу тойғоһо онотолһон. Шул саҡ­та ғына тормошобоҙ йәмле, күркәм булыр.
Мөнәсәбәттәрҙә итәғәтлелекте инҡар итергә ярамай. Һәр кемдең үҙен генә хаҡлы һанауы – килешмәҫ ғәмәл. Түҙемле булыу мөһим, сабырлыҡтың төбө һары алтын бит. Бала баҡҡанда ла ошо әйтемде ҡулланыу урынлы, сөн­ки сабый иң алда ата-әсәһенең һүҙен, ҡылыҡтарын күрә, өлгө итеп ала, уларға оҡшарға тырыша. Ғаиләлә генә ихлас хәстәрлек, ҡурсалау таба, ҡайғыла, шатлыҡта ла яңғыҙ ҡалмай.
Балаларҙың йәш араһындағы айырма ла оло әһәмиәткә эйә. Йәш ата-әсә­гә сабыйының һәр хәрәкәте, һүҙе, көлөүе һоҡланғыс тойола. Бәләкәс бындай иғти­барға тиҙ өйрәнеп, үҙен быға лайыҡлы һанай башлай. Ҡустыһы йә һеңлеһе тыуғас, һөйөүҙе бүлешеүҙе бик ауыр кисерә. Шуға күрә балаларҙы тиң яратып, үҙ-ара дуҫ, татыу йәшәргә кәрәк. Ошонан сығып, ғаиләлә баланы бәхетле итеү – һәр өлкән кешенең мө­ҡәддәс бурысы, тип әйтә алабыҙ. Тейешле йөрәк йылыһы бирһәң, балаңа дөрөҫ йәшәү юлын күрһәттең, тигән һүҙ.
Тормош, йәшәү сәнғәтен тотошлай үҙ­ләштереп бөтөү мөмкин түгел. Ҡайһы саҡта ауыр холоҡло балаларҙан да бынамын тигәндәр үҫеп сыға. Шулай ҙа хә­ҡиҡәт бер: сабыйға бәхетле бала саҡ бүләк итһәк, беҙ уның артабанғы тормо­шон да еңеләйтәсәкбеҙ. Үҙең ниндәй­һең, холоҡ-фиғелең, эргә-тирәң, солға­ны­шың нисек – балаң да шулай булыр.
Бер йылын алдан хәстәрләгән – иген үҫтерер, ун йылын алдан хәс­тәрләгән – баҡса үҫтерер, йөҙ йылын алдан хәстәрләгән халыҡ иманлы, тәрбиәле, аҡыллы, эшһөйәр, илһөйәр балалар үҫтерер. Ошо мөһим һүҙҙәрҙе иҫебеҙҙән сығармаһаҡ ине.

Әлиә МИРЗАЯНОВА,
“Толпар” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.




Район: Баймаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә