Аҡылыбыҙ, донъяға ҡарашыбыҙ, бер-беребеҙгә булған мөнәсәбәтебеҙ тормошта мөһим урын биләй. Һайлаған һөнәрең менән генә ихтирам ҡаҙаныу аҙ, кешеләргә ауыр саҡта ярҙам итеү, файҙалы эштәр башҡарыу – бына нимә биҙәй кешене!Нисек бармын, шулай ҡабул итәләр ул, тип кенә йәшәү килешмәй. Ғаиләһен һаҡлағандар, үҙ мөхитен ҡәҙерләгәндәр башҡаларҙы ла ихтирам итеп, үҙҙәрендә иң яҡшы сифаттар тәрбиәләй.
Ғаилә тормошо һөйөү менән һуғарыла, ҡәҙерле кешеләрһеҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтереүе бик ҡыйын. Кеше, ғәҙәттә, өйҙә генә үҙе булып ҡала. Һәр аҙымды аҡыл менән башларға кәрәк, асыуланыу тойғоһо онотолһон. Шул саҡта ғына тормошобоҙ йәмле, күркәм булыр.
Мөнәсәбәттәрҙә итәғәтлелекте инҡар итергә ярамай. Һәр кемдең үҙен генә хаҡлы һанауы – килешмәҫ ғәмәл. Түҙемле булыу мөһим, сабырлыҡтың төбө һары алтын бит. Бала баҡҡанда ла ошо әйтемде ҡулланыу урынлы, сөнки сабый иң алда ата-әсәһенең һүҙен, ҡылыҡтарын күрә, өлгө итеп ала, уларға оҡшарға тырыша. Ғаиләлә генә ихлас хәстәрлек, ҡурсалау таба, ҡайғыла, шатлыҡта ла яңғыҙ ҡалмай.
Балаларҙың йәш араһындағы айырма ла оло әһәмиәткә эйә. Йәш ата-әсәгә сабыйының һәр хәрәкәте, һүҙе, көлөүе һоҡланғыс тойола. Бәләкәс бындай иғтибарға тиҙ өйрәнеп, үҙен быға лайыҡлы һанай башлай. Ҡустыһы йә һеңлеһе тыуғас, һөйөүҙе бүлешеүҙе бик ауыр кисерә. Шуға күрә балаларҙы тиң яратып, үҙ-ара дуҫ, татыу йәшәргә кәрәк. Ошонан сығып, ғаиләлә баланы бәхетле итеү – һәр өлкән кешенең мөҡәддәс бурысы, тип әйтә алабыҙ. Тейешле йөрәк йылыһы бирһәң, балаңа дөрөҫ йәшәү юлын күрһәттең, тигән һүҙ.
Тормош, йәшәү сәнғәтен тотошлай үҙләштереп бөтөү мөмкин түгел. Ҡайһы саҡта ауыр холоҡло балаларҙан да бынамын тигәндәр үҫеп сыға. Шулай ҙа хәҡиҡәт бер: сабыйға бәхетле бала саҡ бүләк итһәк, беҙ уның артабанғы тормошон да еңеләйтәсәкбеҙ. Үҙең ниндәйһең, холоҡ-фиғелең, эргә-тирәң, солғанышың нисек – балаң да шулай булыр.
Бер йылын алдан хәстәрләгән – иген үҫтерер, ун йылын алдан хәстәрләгән – баҡса үҫтерер, йөҙ йылын алдан хәстәрләгән халыҡ иманлы, тәрбиәле, аҡыллы, эшһөйәр, илһөйәр балалар үҫтерер. Ошо мөһим һүҙҙәрҙе иҫебеҙҙән сығармаһаҡ ине.
Әлиә МИРЗАЯНОВА,
“Толпар” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.