“Ырыуым – Ҡатай,
Ауылым – Бирҙеғол,
Һыуым – Инйәр,
Ҡошом – ҡауҙы,
Ағасым – артыш,
Ораным – аҡтайлаҡ,
Тамғам – балта”.
Ауылға ҡунаҡҡа ҡайтыусыларҙы ла, юлаусыларҙы ла сәләмләп тора был яҙыу. Ҙур булмаған Бирҙеғол быйыл үҙенең 240 йыллығын билдәләйәсәк. Оло юлдың ситендәге ауыл эргәһенән үткәндә уның тәбиғәтенең гүзәллегенә һоҡланмаған кеше юҡ. Әйтергә кәрәк: ниндәй миҙгел һәм көн булмаһын, тауҙарҙан яңынан-яңы күренештәр асыла. Ауылға инер алдынан Ятыу тауына һоҡланып үтәһең. Ысынлап та, бейек, ғорур тау-ҡая ауылда йәшәгән эскерһеҙ, ябай башҡорттарҙы сит ел-күҙҙән һаҡлап торған батырҙай. Ә Бирҙеғол иһә, ҡояшҡа ынтылған йәш ҡыҙҙай, тау итәгендә һуҙылған, уның билен нәҙек көмөш билбау менән бәйләп ҡуйғандай, сылтырап Һатҡаҙы йылғаһы аға. Бында эшһөйәр, уңған халыҡтың йәшәгәнен уларҙың аллы-гөллө йорт-ҡураһы иҫбатлап тора. Ғөмүмән, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, алға ынтылып йәшәй ауылдаштарым.
Йәйгеһен ауылдың юбилейын байрам итер алдынан атҡарылған эш, аҫыл кешеләр тураһында йәнә бер бәйән итмәксемен, сөнки бирҙеғолдарҙың милләтте туплау, йәштәрҙе тәрбиәләү буйынса үткәргән саралары бөтөн республика халҡына өлгө булырҙай.
Ауылда өсөнсө йәй рәттән “Ҡатай ырыуы йәштәре” байрамы үткәрелә. Был изге башланғысҡа Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев нигеҙ һалды. Сарала ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта. Байрам үткән аҡланда милли аш-һыу бешерелә. Ырыуҙаштар төрлө спорт уйындарында, ярыштарҙа ихлас ҡатнаша. Иң мөһиме – йыйында Ҡатай ырыуының боронғо йола һәм ярыштары яйлап тергеҙелә. Мәҫәлән, ир-егеттәр өсөн таш күтәреү йолаһы ҙур асыш булды. Борон башҡорттар шулай ярышҡан булған бит. Байрамда егеттәр 6 килограмдан башлап 90 килограмға тиклемге ауыр таштарҙы күтәреп көсөн һынаны. Учалы, Бөрйән, Белорет батырҙары таһыллыҡ күрһәтте, әммә 90 килограмлыҡ ташты Бирҙеғол егете Айҙар Мәхмүтов, Рәдис Йосопов, Инйәр һәм Ҡаҫмаҡты ауылдары егеттәре генә күтәрә алды. Йәштәр көнө буйы аҡланда матур ял ойошторҙо. Кис иһә эстрада йондоҙо Рәил Өмөтбаев менән бәләкәй йырсы, оҫта ҡурайсы Аслан Алтынбаев “Ҡатай гимны”н башҡарҙы. Был сараның иң тетрәндергес мәле булғандыр.
Шуны билдәләгем килә: йыйын уйын-көлкө, йыр-моң менән күңел асыуға ғына ҡоролоп ҡалманы, ә йәштәрҙе ата-бабаларыбыҙҙың боронғо йолаларына ылыҡтырыуға, тарихи тамырҙарыбыҙҙы, рухиәтебеҙҙе өйрәтеүгә йүнәлеш бирҙе. Силәбе, Ҡурған, Свердловск, Ырымбур өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан да йәштәрҙең килеүе байрамға мәртәбә өҫтәне.
Былтыр Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләнек. Донъяны тетрәткән был һуғышта Бирҙеғолдан 54 ир-егет ҡатнашҡан, шуларҙың утыҙы яу яланында ятып ҡалған. Ҙур булмаған ауыл илебеҙгә бик күп талантлы, билдәле, үҙ ерен, халҡын һөйгән шәхестәр тәрбиәләп үҫтергән. Уларҙың һәр береһе – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һалдаттың балаһы йә ейән-ейәнсәре, тоҡомон дауам итеүсе. Ата-бабаларыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү ниәтенән стела асылды. Был урынды хәҙер ҡурҡмайынса ауылдың паркы тип атарға мөмкин. Унда атайым Ғүмәр Йомаҙиловтың да исеме бар.
1941 йылдың 26 июнендә атайым биш ауылдашы менән үҙе теләп һуғышҡа китә. Ҡаһарман яугирҙәр дошман илбаҫарҙарын еңеп, орден-миҙалдар менән тыуған төйәгенә имен-һау әйләнеп ҡайта. Һуғышта ул элемтәсе булып хеҙмәт итә. Украинаның Киев, Харьков ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша, Сталинград, Воронеж яғындағы һуғышта ҡаты яралана. Унан 1062-се уҡсылар полкының Калинин өлкәһендәге яуҙарында ҡатнаша. 1943 йыл аҙағында контузия ала, шунан атайҙы Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһына хәрби госпиталгә оҙаталар, оҙаҡ дауаланғандан һуң тыуған яғына ҡайтаралар. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн” һәм башҡа миҙалдары, бүтән наградалары хәҙер балалары өсөн ҡәҙерле аманат булып һаҡлана. Былтыр йәй балалары, ейән-ейәнсәрҙәре йыйылып ҡәҙерле атайыбыҙҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата хәтер кисәһе үткәрҙек.
Стела асыуға ауыл старостаһы Ренарт Ғиззәтуллин, Инйәр ауыл Советы ағзалары Ғайса Мөфтәхетдинов, район Советы етәксеһе Евгений Карепанов һәм башҡалар күп көс һалды.
Ауылдаштарым тағы ла шәжәрә байрамдарына йыйылыуҙы матур бер йола итеп алды. Төбәгебеҙҙә ата-бабаларыбыҙ кәсептәрен онотмай, ҡәҙерләп быуындан быуынға тапшыралар: септә һуғыу, һалабаш һалыу, кирбес эшләү, балыҡсылыҡ, ҡортсолоҡ. Шәжәрә байрамдарында быларҙың барыһын да йәмәғәтселеккә күрһәтәләр. Теләгән һәр кем үҙ көсөн, таһыллығын һынап ҡарай ала.
Шәжәрәһен белмәгән – тамырһыҙ ағас, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Ни генә тимә, был әйтемгә ҙур мәғәнә һалынған. Шуға ла байрамдарыбыҙҙы мөмкин тиклем күркәм, тулҡынландырғыс итеп уҙғарырға тырышабыҙ. Ауылда уҙғарылған һәр сараны “Нурания” мәсете имамы Заһир хәҙрәт Шәңгәрәев башлап ебәрә. Һәр зат-ара – “Яҡшылар”, “Оморҙаҡтар”, “Туғыҙҙар”, “Ғәлиәстандар”, “Бәшкәләр” – үҙҙәренең туғандары, ата-бабалары тураһында матур күргәҙмәләр әҙерләне, хәтирәләре менән уртаҡлашты. Әлеге сараның да йәштәр өсөн әһәмиәтен йәнә бер тапҡыр билдәләге килә, сөнки тап ошондай осрашыуҙар мәлендә улар ҡәрҙәшлектең ҡәҙерен белергә өйрәнә.
Ауылыбыҙ үҙе артынан халыҡты эйәртеп, ошондай төрлө сараларға әйҙәп тороусы шәхестәре менән көслө. Совет заманына тиклем ауылда мәсет булған, тик башҡа иман йорттары кеүек үк ул да ябылған. Халыҡҡа иман ҡайта башлағас, 18 йыл элек “Шәһиҙә” мәсетен төҙөп ултырттылар. Хәҙер Бирҙеғолда аҙан тауышы тынғаны юҡ. Мәсет төҙөтөү башланғысы менән ауылдашыбыҙ Планета Козлова (Йыһаниә апай тип йөрөтәбеҙ уны. – Авт.) сыҡты һәм ауылдаштарҙан аҡса йыйыу, мәсетте төҙөтөү эшендә әүҙем ҡатнашты. Хәҙер бында дини байрамдар, йома намаҙҙары, никахтар үткәрелеп тора. Сараларға халыҡ күпләп йыйыла.
Мәҙәниәт йортон һүндермәй, уның эшен йәнләндереп ебәргән клуб етәксеһе тураһында ла бер кәлимә һүҙ әйтеп үтке килә. Әнисә Зыяетдинова фольклор ансамблдәрен ойошторҙо, улар һәр сарала әүҙем ҡатнаша. Клубтың ишеге ябыҡ торғанын күрмәҫһең. Гел генә ниндәйҙер сара үткәрелә, конкурстарҙа ҡатнашалар. Ғорурланырлыҡ еңеүҙәрҙең береһе – Гармун байрамында ауылдашыбыҙ Мөбәрәк Ғәлиастановтың I урын яулап ҡайтыуы.
Ғөмүмән, бөгөн 240 йорт һаналған, әллә ни ҙур булмаған ауылдан республикала ғына түгел, Рәсәй кимәлендә билдәле шәхестәр сыҡҡан. Улар араһында уҡытыусылар ҙа, табиптар ҙа, юристар ҙа, иҡтисадсылар ҙа, төҙөүселәр ҙә, металлургтар ҙа, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә бихисап. Тәү сиратта ауыл халҡын иман юлына әйҙәгән дин әһелдәренең исемен атап үтергә рөхсәт итегеҙ: Биғастан Оморҙаҡов, Сәйетгәрәй Ғәлиастанов, Йомаҙил Яҡшыдәүләтов, Исмәғил Хажин, Сәлимгәрәй Ғәлиастанов, Заһир Шәңгәрәев, Яҡуп Бирғәлин. Фән кандидаттары: Вәкил Хажин, Планета Козлова, Рәнис Алтынбаев, Айбулат Хажин, Сулпан Сәлимова. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләүселәр: Линар Ғәлиастанов, Ризат Оморҙаҡов, Азамат Килдин, Гөлнара Оморҙаҡова, Раушания Таһирова, Ғайсар Бирғәлин. Ә бына Булат Йомаҙилов оҙаҡ йылдар Башҡортостан Адвокаттар коллегияһы етәксеһе булып эшләй, республиканың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған юрисы. Сәнғәт юлын Рәмил Ғәйзуллин, Рәнис Алтынбаев, Вилмир Әбүбәкиров, Әмир Әбүбәкиров, Ринат Ғайсин, Айтуған Ғәйзуллин, Шамил Ғәйзуллин, Ихсан Ғәйзуллин, Аслан Алтынбаев, Радим Муллағәләмов, Нурзиә Сабитова, Азамат Моратов, Руслан Фаршатов, Рәил Өмөтбаев һайлаған. “Рәсәйҙең почетлы тимер юлсыһы” тигән маҡтаулы исемгә Алтынбай Яҡшыдәүләтов, Сәлимйән Шәңгәрәев, Әҡсән Исрафилов лайыҡ булды. Һәр береһенең исемен атай башлаһаң, был исемлекте бер китап итеп яҙырға булыр ине. Бәләкәй генә башҡорт ауылынан күпме арҙаҡлы кеше сыҡҡан! Улар көстө ғәйрәтле Инйәр һыуын эсеп, тауҙарҙың, таштарҙың, урмандың саф һауаһын һулап, Ямантауҙан көс алып, Остотау, Кинйәбай тауҙарында ҡымыҙлыҡ ашап, Ҡаҙратауҙан ҡара һәм ҡыҙыл көртмәле емештәре тәмләп туплаған һәм хәҙер республика киңлегендә генә түгел, Рәсәйҙең төрлө тарафтарында Ҡатай ырыуын данлай.
Бирҙеғол ауылына нигеҙ һалыныуға 240 йыл туласаҡ. Был байрамға әҙерлек башланды ла инде. Уның юғары кимәлдә үтеүенә иманым камил, сөнки ауыл халҡы әүҙем, дәртле.
Тәнзилә ЙОМАҘИЛОВА,
хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы.