Ил-йортҡа ҡот биргән Бирҙеғол05.02.2016
Ил-йортҡа ҡот биргән Бирҙеғол “Ырыуым – Ҡатай,
Ауылым – Бирҙеғол,
Һыуым – Инйәр,
Ҡошом – ҡауҙы,
Ағасым – артыш,
Ораным – аҡтайлаҡ,
Тамғам – балта”.
Ауылға ҡунаҡҡа ҡайтыусыларҙы ла, юлаусыларҙы ла сәләмләп тора был яҙыу. Ҙур булмаған Бирҙеғол быйыл үҙенең 240 йыллығын билдәләйәсәк. Оло юлдың ситендәге ауыл эргәһенән үткәндә уның тәбиғәтенең гүзәллегенә һоҡланмаған кеше юҡ. Әйтергә кәрәк: ниндәй миҙгел һәм көн булмаһын, тауҙарҙан яңынан-яңы күренештәр асыла.


Ауылға инер алдынан Ятыу тауына һоҡланып үтәһең. Ысынлап та, бейек, ғорур тау-ҡая ауылда йәшәгән эскерһеҙ, ябай баш­ҡорттарҙы сит ел-күҙҙән һаҡлап торған батырҙай. Ә Бирҙеғол иһә, ҡояшҡа ынтылған йәш ҡыҙҙай, тау итәгендә һу­ҙылған, уның билен нәҙек көмөш билбау менән бәйләп ҡуйғандай, сылтырап Һат­ҡаҙы йылғаһы аға. Бында эшһөйәр, уңған халыҡтың йәшә­гәнен уларҙың аллы-гөллө йорт-ҡураһы иҫбатлап тора. Ғөмүмән, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, алға ынтылып йәшәй ауылдаштарым.
Йәйгеһен ауылдың юбилейын байрам итер алдынан атҡарыл­ған эш, аҫыл кешеләр тураһында йәнә бер бәйән итмәк­семен, сөнки бирҙеғолдарҙың милләтте туплау, йәштәрҙе тәрбиәләү буйын­са үткәргән саралары бөтөн республика халҡына өлгө булырҙай.
Ауылда өсөнсө йәй рәттән “Ҡатай ырыуы йәштәре” байрамы үткәрелә. Был изге башланғысҡа Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев нигеҙ һалды. Сарала ҡат­нашыусылар һаны йылдан-йыл арта. Байрам үткән аҡланда милли аш-һыу бешерелә. Ырыу­ҙаштар төрлө спорт уйындарында, ярыш­тарҙа ихлас ҡатнаша. Иң мөһиме – йыйында Ҡатай ыры­уының боронғо йола һәм ярыштары яйлап тергеҙелә. Мәҫә­лән, ир-егеттәр өсөн таш күтәреү йолаһы ҙур асыш булды. Борон башҡорттар шулай ярыш­ҡан булған бит. Байрамда егеттәр 6 килограмдан башлап 90 ки­лограмға тиклемге ауыр таш­тарҙы күтәреп көсөн һынаны. Учалы, Бөрйән, Белорет ба­тыр­ҙары таһыллыҡ күрһәтте, әммә 90 ки­лограмлыҡ ташты Бирҙеғол егете Айҙар Мәхмүтов, Рәдис Йосопов, Инйәр һәм Ҡаҫмаҡты ауылдары егеттәре генә күтәрә алды. Йәштәр көнө буйы аҡланда матур ял ойош­торҙо. Кис иһә эстрада йондоҙо Рәил Өмөтбаев менән бәләкәй йырсы, оҫта ҡурайсы Аслан Алтынбаев “Ҡатай гимны”н баш­ҡарҙы. Был сараның иң тетрән­дергес мәле булғандыр.
Шуны билдәләгем килә: йыйын уйын-көл­кө, йыр-моң менән күңел асыуға ғына ҡоролоп ҡалманы, ә йәштәрҙе ата-баба­ла­рыбыҙҙың боронғо йолаларына ылыҡ­ты­рыуға, тарихи тамырҙарыбыҙҙы, рухиә­тебеҙҙе өйрәтеүгә йүнәлеш бирҙе. Силәбе, Ҡурған, Свердловск, Ырымбур өлкәлә­ре­нән, Татарстан Республикаһынан да йәш­тәрҙең килеүе байрамға мәртәбә өҫтәне.
Былтыр Бөйөк Ватан һуғы­шын­да Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләнек. Донъяны тетрәткән был һуғышта Бирҙеғолдан 54 ир-егет ҡатнашҡан, шуларҙың утыҙы яу яланында ятып ҡалған. Ҙур булмаған ауыл илебеҙгә бик күп талантлы, билдәле, үҙ ерен, халҡын һөйгән шәхестәр тәрбиә­ләп үҫтергән. Уларҙың һәр бе­реһе – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һалдаттың балаһы йә ейән-ейәнсәре, тоҡомон дауам итеүсе. Ата-бабаларыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү ниәтенән стела асылды. Был урынды хәҙер ҡурҡмайынса ауылдың паркы тип атарға мөмкин. Унда атайым Ғүмәр Йомаҙиловтың да исеме бар.
1941 йылдың 26 июнендә атайым биш ауылдашы менән үҙе теләп һуғышҡа китә. Ҡаһарман яугирҙәр дошман илбаҫарҙарын еңеп, орден-миҙалдар менән тыуған төйәгенә имен-һау әйләнеп ҡайта. Һуғышта ул элемтәсе булып хеҙмәт итә. Украи­наның Киев, Харьков ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша, Сталинград, Воронеж яғындағы һуғышта ҡаты яралана. Унан 1062-се уҡсылар полкының Калинин өлкәһендәге яуҙарында ҡатнаша. 1943 йыл аҙағында контузия ала, шунан атайҙы Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһына хәрби госпиталгә оҙаталар, оҙаҡ дауаланғандан һуң тыуған яғына ҡайтаралар. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн” һәм башҡа миҙалдары, бүтән наградалары хәҙер балалары өсөн ҡәҙерле аманат булып һаҡлана. Былтыр йәй балалары, ейән-ейәнсәрҙәре йыйылып ҡәҙерле атайыбыҙҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата хәтер кисәһе үткәрҙек.
Стела асыуға ауыл старос­таһы Ренарт Ғиззәтуллин, Инйәр ауыл Советы ағзалары Ғайса Мөфтәхетдинов, район Советы етәксеһе Евгений Карепанов һәм башҡалар күп көс һалды.
Ауылдаштарым тағы ла шә­жәрә байрамдарына йыйылыу­ҙы матур бер йола итеп алды. Төбәгебеҙҙә ата-бабаларыбыҙ кәсептәрен онотмай, ҡәҙерләп быуындан быуынға тапшыралар: септә һуғыу, һала­баш һалыу, кирбес эшләү, балыҡ­сылыҡ, ҡорт­солоҡ. Шәжәрә байрамдарында быларҙың барыһын да йәмә­ғәтселеккә күрһәтәләр. Теләгән һәр кем үҙ көсөн, таһыллығын һынап ҡарай ала.
Шәжәрәһен белмәгән – та­мыр­һыҙ ағас, тип юҡҡа ғына әйтмәй­ҙәрҙер. Ни генә тимә, был әйтемгә ҙур мәғәнә һалынған. Шуға ла байрамдарыбыҙҙы мөмкин тиклем күркәм, тулҡынландырғыс итеп уҙғарырға тырышабыҙ. Ауыл­да уҙғарылған һәр сараны “Нурания” мәсете имамы Заһир хәҙрәт Шәңгәрәев башлап ебәрә. Һәр зат-ара – “Яҡшылар”, “Оморҙаҡтар”, “Туғыҙ­ҙар”, “Ғә­лиәс­тандар”, “Бәшкәләр” – үҙҙә­ренең туғандары, ата-бабалары тура­һында матур күргәҙмәләр әҙерләне, хәтирәләре менән уртаҡлашты. Әлеге сараның да йәштәр өсөн әһәмиәтен йәнә бер тапҡыр билдәләге килә, сөнки тап ошондай осрашыуҙар мәлендә улар ҡәрҙәшлектең ҡәҙерен белергә өйрәнә.
Ауылыбыҙ үҙе артынан халыҡты эйәр­теп, ошондай төрлө сараларға әйҙәп тороусы шәхестәре менән көслө. Совет заманына тиклем ауылда мәсет булған, тик башҡа иман йорттары кеүек үк ул да ябыл­ған. Халыҡҡа иман ҡайта башлағас, 18 йыл элек “Шәһиҙә” мәсетен төҙөп ултырттылар. Хәҙер Бирҙеғолда аҙан тауышы тынғаны юҡ. Мәсет төҙөтөү баш­лан­ғысы менән ауылдашыбыҙ Планета Козлова (Йыһаниә апай тип йөрөтәбеҙ уны. – Авт.) сыҡты һәм ауылдаштарҙан аҡса йыйыу, мәсетте төҙөтөү эшендә әүҙем ҡатнашты. Хәҙер бында дини байрамдар, йома намаҙҙары, никахтар үткәрелеп тора. Сараларға халыҡ күпләп йыйыла.
Мәҙәниәт йортон һүндермәй, уның эшен йәнләндереп ебәргән клуб етәксеһе тураһында ла бер кәлимә һүҙ әйтеп үтке килә. Әнисә Зыяетдинова фольклор ан­самбл­дәрен ойошторҙо, улар һәр сарала әүҙем ҡатнаша. Клубтың ишеге ябыҡ торғанын күрмәҫһең. Гел генә ниндәйҙер сара үткә­релә, конкурстарҙа ҡатнашалар. Ғорурланырлыҡ еңеүҙәрҙең береһе – Гармун байрамында ауылдашыбыҙ Мөбәрәк Ғәлиас­тановтың I урын яулап ҡайтыуы.
Ғөмүмән, бөгөн 240 йорт һаналған, әллә ни ҙур булмаған ауылдан республикала ғына түгел, Рәсәй кимәлендә билдәле шәхестәр сыҡҡан. Улар араһында уҡы­тыусылар ҙа, табиптар ҙа, юристар ҙа, иҡтисадсылар ҙа, төҙөүселәр ҙә, металлургтар ҙа, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә бихисап. Тәү сиратта ауыл халҡын иман юлына әйҙәгән дин әһелдәренең исемен атап үтергә рөхсәт итегеҙ: Биғастан Омор­ҙаҡов, Сәйетгәрәй Ғәлиастанов, Йомаҙил Яҡ­шыдәүләтов, Исмәғил Хажин, Сәлим­гәрәй Ғәлиастанов, Заһир Шәңгәрәев, Яҡуп Бирғәлин. Фән кандидаттары: Вәкил Хажин, Планета Козлова, Рәнис Алтынбаев, Айбулат Хажин, Сулпан Сәлимова. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләүселәр: Линар Ғәлиастанов, Ризат Оморҙаҡов, Азамат Килдин, Гөлнара Омор­ҙаҡова, Раушания Таһирова, Ғайсар Бирғәлин. Ә бына Булат Йомаҙилов оҙаҡ йылдар Баш­ҡортостан Адвокаттар колле­гияһы етәк­сеһе булып эшләй, республиканың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған юрисы. Сәнғәт юлын Рәмил Ғәйзуллин, Рәнис Алтынбаев, Вилмир Әбүбәкиров, Әмир Әбүбәкиров, Ринат Ғайсин, Ай­туған Ғәйзуллин, Шамил Ғәй­зуллин, Ихсан Ғәйзуллин, Аслан Алтынбаев, Радим Мулла­ғәләмов, Нурзиә Сабитова, Азамат Моратов, Руслан Фаршатов, Рәил Өмөтбаев һайлаған. “Рә­сәй­ҙең почетлы тимер юлсыһы” тигән маҡ­таулы исемгә Алтынбай Яҡшыдәүләтов, Сәлим­йән Шәң­гәрәев, Әҡсән Исрафилов лайыҡ булды. Һәр береһенең исемен атай башлаһаң, был исемлекте бер китап итеп яҙырға булыр ине. Бәләкәй генә башҡорт ауылынан күпме арҙаҡлы кеше сыҡ­ҡан! Улар көстө ғәйрәтле Инйәр һыуын эсеп, тауҙарҙың, таш­тарҙың, урмандың саф һауаһын һулап, Ямантауҙан көс алып, Остотау, Кинйәбай тау­ҙарында ҡымыҙлыҡ ашап, Ҡаҙратауҙан ҡара һәм ҡыҙыл көртмәле емештәре тәмләп туплаған һәм хәҙер республика киңлегендә генә түгел, Рәсәйҙең төрлө тарафтарында Ҡатай ырыуын данлай.
Бирҙеғол ауылына нигеҙ һалыныуға 240 йыл туласаҡ. Был байрамға әҙерлек баш­ланды ла инде. Уның юғары кимәлдә үте­үенә иманым камил, сөнки ауыл халҡы әүҙем, дәртле.

Тәнзилә ЙОМАҘИЛОВА,
хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы.





Вернуться назад