Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар
Шағирҙарҙы илһамландырған, ергә йондоҙ бөртөктәре һибеп ҡыуандырған ап-аҡ ҡыш йыш ҡына зәһәр ғәйрәтен дә күрһәтеп алғылай. Уның һалҡын ҡосағына эләгеп, бәләгә тарығандар, хатта вафат булғандар тураһында ишетеп, йән өшөп ҡуя.

Бәлә-ҡазаға тарыған рәсәйҙәр тураһында хәстәрлек күреү кәрәклеген онотоп ебәрәбеҙ шикелле. Быйыл ғинуар башында Ырымбур – Орск трассаһында тиҫ­тәләрсә автомобиль (йәмғеһе 80-дән ашыу кеше, байтағы – балалар) буранға төрөнөп ҡалды. 16 сәғәт буйы ярҙам көткән арала бер ҡатын бала тапты, бер егет һәләк булды. Ниһайәт, ярҙамға кил­гән полиция хеҙмәткәре Данил Мәҡсүтов бер ҡыҙға бушлатын, бер егеткә бирсәткәһен биреп, үҙе ҡулын туңдырып, дауаханаға эләкте.
Әйтергә кәрәк, Рәсәй юлдары иң хәүефле урын булып ҡалыуын дауам итә. Башҡортостанда ла бор­соулы хәлдәр тыуып тора. Күптән түгел Иглинда төҙөлөш соҡорона төшөп киткән Ришат Һиҙиәтуллин туңып үлә, уны ту­ғандары, шулай уҡ полиция хеҙмәткәрҙәре ауыл буйлап эҙләп йөрөһә лә таба алмай. Мәйеттең кәүҙәһенә бер аҙнанан һуң ғына барып юлығалар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына егетте эҙләүселәр ҡат-ҡат шылтырата, ләкин унан, юҡ, шылтыратыуҙар бул­маны, тиҙәр. Ҡайҙалыр тау­ҙар­ҙа, урмандарҙа аҙашҡан кешеләрҙе тиҙ генә эҙләргә сығып китәләр, ә бында ярҙамға килергә уйламанылар ҙа, тип аптырай егеттең туғандары.
Тәбиғәт бәлә-ҡазалары ха­ҡын­да халыҡҡа ваҡытлы матбу­ғат аша, телефондан СМС-хәбәр ме­нән белдереү системаһы ойош­торолған. Тик ул да йыш ҡына бу­рысын үтәмәй. Ырымбур юлын­дағы ҡаза менән дә шулай булған.
Тейешле дәүләт органдары үҙ граждандарын яҡлау һәм һаҡлау буйынса бурыстарын еренә етке­реп үтәһен ине тигән теләк ты­уа. Көс структураларында 4 мил­лион самаһы хеҙмәткәр бит (яртыһы – Оборона, 1,3 миллион – Эске эштәр һәм 300 меңләп кеше Ғәҙәттән тыш хәлдәр ми­нистрлығына ҡарай). Улар, те­левизорҙан күреп белеүебеҙсә, ситтәргә гуманитар конвойҙар ойоштора, башҡа илдәрҙә кемделер ҡотҡара, уларҙы яҡлап һуғышҡа инә. Тик үҙебеҙҙә ярҙам саҡырып та, уны ала алмау осраҡтары кәйефте ҡыра.
Рәсәй халҡының именлеген тәьмин итеү тураһында ҡануниәт тә камиллыҡтан алыҫ тора. Күптән түгел Милли хәүефһеҙлек стратегияһы ҡабул ителде. Унда союздаштары менән АҠШ, террорсылар – беҙҙең төп дошмандар, тиелә. Ә рәсәйҙәрҙең ғүме­рен йөҙәрләп-меңәрләп өҙөп торған эске проблемалар тура­һында ләм-мим. Насар юлдарҙа йыл һайын 25 меңләп кеше һәләк була, йорттарҙа туҙған газ торба­лары шартлап, иҫкергән электр линияларынан янғын сығып, бик күп кеше ҡаза күрә. Әлегә, уҙған быуаттың 90-сы йылдары менән сағыштырғанда, көнкүреш енә­йәт­селеге кәмегәйне. Хәҙер иҡ­ти­сади көрсөк тәрәнәйгән һайын, уларының да ҡабат ишәйеүе ихтимал.
Үкенескә ҡаршы, әлегә һәр кем үҙе тураһында үҙе ҡай­ғыр­тыр­ға тейеш. Шуға ла ҡышҡы оҙон юлға сығаһың икән, көрәк-бал­таң, аптечкаң, йылы кейемең, запас аҙығың, ҡоро яғыулығың ҡул осонда йөрөһөн. Ул-был була ҡалһа, ҡайҙандыр ярҙам килере бик икеле.



Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә