Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар05.02.2016
Шағирҙарҙы илһамландырған, ергә йондоҙ бөртөктәре һибеп ҡыуандырған ап-аҡ ҡыш йыш ҡына зәһәр ғәйрәтен дә күрһәтеп алғылай. Уның һалҡын ҡосағына эләгеп, бәләгә тарығандар, хатта вафат булғандар тураһында ишетеп, йән өшөп ҡуя.
Бәлә-ҡазаға тарыған рәсәйҙәр тураһында хәстәрлек күреү кәрәклеген онотоп ебәрәбеҙ шикелле. Быйыл ғинуар башында Ырымбур – Орск трассаһында тиҫтәләрсә автомобиль (йәмғеһе 80-дән ашыу кеше, байтағы – балалар) буранға төрөнөп ҡалды. 16 сәғәт буйы ярҙам көткән арала бер ҡатын бала тапты, бер егет һәләк булды. Ниһайәт, ярҙамға килгән полиция хеҙмәткәре Данил Мәҡсүтов бер ҡыҙға бушлатын, бер егеткә бирсәткәһен биреп, үҙе ҡулын туңдырып, дауаханаға эләкте.
Әйтергә кәрәк, Рәсәй юлдары иң хәүефле урын булып ҡалыуын дауам итә. Башҡортостанда ла борсоулы хәлдәр тыуып тора. Күптән түгел Иглинда төҙөлөш соҡорона төшөп киткән Ришат Һиҙиәтуллин туңып үлә, уны туғандары, шулай уҡ полиция хеҙмәткәрҙәре ауыл буйлап эҙләп йөрөһә лә таба алмай. Мәйеттең кәүҙәһенә бер аҙнанан һуң ғына барып юлығалар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына егетте эҙләүселәр ҡат-ҡат шылтырата, ләкин унан, юҡ, шылтыратыуҙар булманы, тиҙәр. Ҡайҙалыр тауҙарҙа, урмандарҙа аҙашҡан кешеләрҙе тиҙ генә эҙләргә сығып китәләр, ә бында ярҙамға килергә уйламанылар ҙа, тип аптырай егеттең туғандары.
Тәбиғәт бәлә-ҡазалары хаҡында халыҡҡа ваҡытлы матбуғат аша, телефондан СМС-хәбәр менән белдереү системаһы ойошторолған. Тик ул да йыш ҡына бурысын үтәмәй. Ырымбур юлындағы ҡаза менән дә шулай булған.
Тейешле дәүләт органдары үҙ граждандарын яҡлау һәм һаҡлау буйынса бурыстарын еренә еткереп үтәһен ине тигән теләк тыуа. Көс структураларында 4 миллион самаһы хеҙмәткәр бит (яртыһы – Оборона, 1,3 миллион – Эске эштәр һәм 300 меңләп кеше Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына ҡарай). Улар, телевизорҙан күреп белеүебеҙсә, ситтәргә гуманитар конвойҙар ойоштора, башҡа илдәрҙә кемделер ҡотҡара, уларҙы яҡлап һуғышҡа инә. Тик үҙебеҙҙә ярҙам саҡырып та, уны ала алмау осраҡтары кәйефте ҡыра.
Рәсәй халҡының именлеген тәьмин итеү тураһында ҡануниәт тә камиллыҡтан алыҫ тора. Күптән түгел Милли хәүефһеҙлек стратегияһы ҡабул ителде. Унда союздаштары менән АҠШ, террорсылар – беҙҙең төп дошмандар, тиелә. Ә рәсәйҙәрҙең ғүмерен йөҙәрләп-меңәрләп өҙөп торған эске проблемалар тураһында ләм-мим. Насар юлдарҙа йыл һайын 25 меңләп кеше һәләк була, йорттарҙа туҙған газ торбалары шартлап, иҫкергән электр линияларынан янғын сығып, бик күп кеше ҡаза күрә. Әлегә, уҙған быуаттың 90-сы йылдары менән сағыштырғанда, көнкүреш енәйәтселеге кәмегәйне. Хәҙер иҡтисади көрсөк тәрәнәйгән һайын, уларының да ҡабат ишәйеүе ихтимал.
Үкенескә ҡаршы, әлегә һәр кем үҙе тураһында үҙе ҡайғыртырға тейеш. Шуға ла ҡышҡы оҙон юлға сығаһың икән, көрәк-балтаң, аптечкаң, йылы кейемең, запас аҙығың, ҡоро яғыулығың ҡул осонда йөрөһөн. Ул-был була ҡалһа, ҡайҙандыр ярҙам килере бик икеле.