Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йылына – 50 мең дана тире!
Йылына –  50 мең дана тире! “Октябрь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – Рәсәйҙә төп йәнлекселек хужалығы. Бында 2010 йылдан ҡиммәтле тиреле йәнлек үрсетеү комплексын төҙөү буйынса өҫтөнлөклө инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 725 миллион һум тәшкил итә. Әле ошо аҡсаның 400 миллион һум самаһы үҙләштерелгән. Хужалыҡтың етәксеһе – Александр Анатольевич Авдеев.
Эшмәкәрлектең төп йүнәлеше ҡиммәтле тиреле йәнлектәр үрсетеүгә ҡоролған. Предприятиела аҡ төлкө, шәшке, төлкө, ҡара кеш үрсетәләр. Йылына бында 50 мең данаға яҡын тире етештерелә.
“Октябрь” яуаплылығы сиклән­гән йәмғиәтенең йәнлекселек фермаһы уңышлы эшләй. Инвес­тиция ярҙамында өр-яңы инфраструктура төҙөлгән. Бында 137 шед, йәнлек һуйыу цехы, һыуытҡыс, ҡаҙанлыҡ, мал аҙығы әҙерләү, келәт бүлмәләре бар. Йәнлек үрсетеүселәр өсөн дүрт йорт, ветеринария пункты, санүткәргес һалынған. Тейешле техника, ҡорамалдар (тейәгес, аҙыҡ таратҡыс, автофургон-реф­рижераторҙар) һатып алынған. Шәшке, төлкө тиреләрен тәү башлап эшкәртеү өсөн ҡайһы бер ҡулайламалар Даниянан һәм Финляндиянан килтерелгән. Даниянан шулай уҡ инә шәшкеләр, былтыр көҙ Финляндиянан 800 баш аҡ төлкө һатып алынған.
Күптән түгел ҡаҙанлыҡ эшкә ҡушылған, зәңгәр яғыулыҡ үткә­релгән. Йәнлектәр аҫралған шедтар автоһуғарыу системаһы ме­нән тәьмин ителгән, ер аҫ­тынан һыу торбалары һалын­ған. Яҡ­тырт­ҡыстар тулыһынса мон­таж­ланған. Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Күгәрсен рай-о­нында 120 яңы эш урыны бул­ды­рылған. Йәнлексе­лек фер­маһының 2018 йылда проект ҡеүәтенә сығыуы көтөлә. Бында йылына 120 мең тире етеште­рергә ниәтләйҙәр.
Әле “Октябрь” яуаплылығы сик­ләнгән йәмғиәте – Баш­ҡор­т­останда ветеринария, зоотехния хеҙмәттәре күрһәтеү, аҙыҡ, йән­лектәрҙе аҫрау буйынса ла төп консультант. Ҡиммәтле тиреле йән­лекселек өлкәһендәге кооперация селтәре ауылда мәшғүл­лек­те үҫтереү, экспорт продук­ция­һын арттырыу мөмкинлеген бирә.



Автор: Әлфиә ДӘҮЛӘТБАЕВА. Район: Күгәрсен районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә