“Октябрь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – Рәсәйҙә төп йәнлекселек хужалығы. Бында 2010 йылдан ҡиммәтле тиреле йәнлек үрсетеү комплексын төҙөү буйынса өҫтөнлөклө инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 725 миллион һум тәшкил итә. Әле ошо аҡсаның 400 миллион һум самаһы үҙләштерелгән. Хужалыҡтың етәксеһе – Александр Анатольевич Авдеев.Эшмәкәрлектең төп йүнәлеше ҡиммәтле тиреле йәнлектәр үрсетеүгә ҡоролған. Предприятиела аҡ төлкө, шәшке, төлкө, ҡара кеш үрсетәләр. Йылына бында 50 мең данаға яҡын тире етештерелә.
“Октябрь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең йәнлекселек фермаһы уңышлы эшләй. Инвестиция ярҙамында өр-яңы инфраструктура төҙөлгән. Бында 137 шед, йәнлек һуйыу цехы, һыуытҡыс, ҡаҙанлыҡ, мал аҙығы әҙерләү, келәт бүлмәләре бар. Йәнлек үрсетеүселәр өсөн дүрт йорт, ветеринария пункты, санүткәргес һалынған. Тейешле техника, ҡорамалдар (тейәгес, аҙыҡ таратҡыс, автофургон-рефрижераторҙар) һатып алынған. Шәшке, төлкө тиреләрен тәү башлап эшкәртеү өсөн ҡайһы бер ҡулайламалар Даниянан һәм Финляндиянан килтерелгән. Даниянан шулай уҡ инә шәшкеләр, былтыр көҙ Финляндиянан 800 баш аҡ төлкө һатып алынған.
Күптән түгел ҡаҙанлыҡ эшкә ҡушылған, зәңгәр яғыулыҡ үткәрелгән. Йәнлектәр аҫралған шедтар автоһуғарыу системаһы менән тәьмин ителгән, ер аҫтынан һыу торбалары һалынған. Яҡтыртҡыстар тулыһынса монтажланған. Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Күгәрсен рай-онында 120 яңы эш урыны булдырылған. Йәнлекселек фермаһының 2018 йылда проект ҡеүәтенә сығыуы көтөлә. Бында йылына 120 мең тире етештерергә ниәтләйҙәр.
Әле “Октябрь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – Башҡортостанда ветеринария, зоотехния хеҙмәттәре күрһәтеү, аҙыҡ, йәнлектәрҙе аҫрау буйынса ла төп консультант. Ҡиммәтле тиреле йәнлекселек өлкәһендәге кооперация селтәре ауылда мәшғүллекте үҫтереү, экспорт продукцияһын арттырыу мөмкинлеген бирә.