Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оҙон ғүмерле “Йома”
Оҙон ғүмерле “Йома” Теүәл 25 йыл элек ғинуарҙың һуңғы йомаһында Башҡортостан телевидениеһы үҙенең тамашасыларын өр-яңы рухи аҙыҡ менән ҡыуандырҙы: Рәсәйҙә төп каналдарҙың береһендә лә дини тапшырыуҙар күрһәтелмәгән дәүерҙә “Бөгөн – йома” тигән программа бүләк итте.
Әңгәмәсебеҙ – “Йома” тапшырыуына нигеҙ һалыусы, уның тәүге авторы һәм алып барыусыһы, Евразия телевидение һәм радио академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Мәжит Ғафури исемендәге премиялар лауреаты Шәүрә Fәббәс ҡыҙы FИЛМАНОВА.
Шәүрә апай Мәжит Fафури, Жәлил Кейекбаев, әнүр Вахитовтарҙың өлгөһөндә үҫкән, уларҙың яҡташы. Беренсе һөнәре буйынса уҡытыусы, хеҙмәт биографияһын Красноусол ҡасабаһында мәктәп директоры булып башлай, шул уҡ ваҡытта Башҡортостан радиоһының урындағы студияһында хеҙмәттәшлек итә.
Радио-тележурналистика буйынса махсус белемде Ҡазан университетында ала. Ун биш йыл радиоэфирҙа ижад иткәндән һуң, 1990 йылда Шәүрә Fилманованы телевидениеға күсерәләр. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында барған “Сәләм”, “Автограф”, “Башҡорт йыры”, “Замандаш”, “Башҡорттар”, “Йырым һиңә бүләгем” һәм башҡа телепроект­тарҙы башлаусыларҙан ул.
2005 йылда Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһында Телерадиосәнғәт мәктәп-студияһы аса һәм алмаш әҙерләргә тотона. Бөгөн ул – телевидение сәнғәтен үҫтереү буйынса Рәсәйҙә танылған белгес.

– Әңгәмә тарихи датаға бәйле булғас, тарихтан башлайыҡ. “Йома” тапшырыуының асылыуы нимәгә бәйле?
– 1990 йылдарға бәлиғ булып өлгөргән ватандаштар хәтерләйҙер: тыуған илебеҙ тарҡалды, СССР ти­гән бөйөк һәм ҡеүәтле империя емерелде, 70 йыл хөкөм һөргән Коммунистар партияһы идеология­һы селпәр әмә килде. Һөҙөмтәлә иҡтисад көрсөккә терәлде, халыҡ бөлгөнлөккә төштө. Кибеттәрҙә хатта конервалар ҙа ҡалманы… Ошоларҙы һөйләй башлаһаң, балалар ышанмай. Көнитмешебеҙ ҡыҙғаныс сүрәткә әйләнгәйне. Шулай ҙа иң ҡурҡынысы кешеләргә шик-шөбһә сәсеү булғандыр. Тап шул мәлдә айырым сәйәсмәндәр, милли союздаш республикаларҙы тарҡатыу­ҙы тамамлағас, автономиялы төбәктәрҙе, халыҡтарҙы ҡаршы ҡуйырға тотондо. Быуаттар буйы туған булып, бер ғаиләләй йәшәгән башҡорт менән татарҙы ла талаштырырға теләнеләр.
90-сы йылдарҙа миңә ике милләт татыулығын юғалтһа, һәр ҡайһы­һына ниндәй бәләләр янағанын сағылдырған байтаҡ радиотапшырыуҙар әҙерләргә тура килде. Ошо уҡ ваҡытта үҙәк телеканалдарҙа бөтә пропагандистик тапшырыуҙар һәм күңел асыу тамашалары кешеләрҙе әүрәтеү, глобаль проблемаларҙан ситләтеүгә йүнәлтел­гәйне. Мәскәү экрандары үткән тарихты хурлау, йәмәғәттәге йыйын әшәкелекте соҡоп сығарып, тасуирлап күрһәтеү, билдәле шәхестәрҙең биографияһына ревизия үткәреү, Компартия заманындағы изге эштәрҙе лә енәйәткә тиңләп фашлау менән шөғөлләнде.
Аллаға шөкөр, беҙҙең Башҡор­т­ос­тан телевидениеһы бындай түбәнселеккә барманы. Беҙ, кире­һенсә, эҙләндек. “Кешеләрҙе нисек тынысландырырға”, “ҡайһылай итеп уларҙа ышаныс уятырға”, “матди хәйерселекте рухи байлыҡ менән еңергә” тигән маҡсаттар ҡуйҙы беҙҙең коллектив. Халыҡ сәйәсәттән туйған саҡ, яңы махсус тапшырыу хаҡында уйландыҡ.
– Уйландыҡ тигәндә, кемдәрҙе күҙ уңында тотаһығыҙ?
– Ул замандағы етәксебеҙ әнисә Тимербулатова, мәрхүм коллегаларым – журналист Йәркәй Яҡшыдәүләтов, режиссерҙар әмир Абдразаҡов, әнүәр Нурмөхәмәтов һәм ул саҡта телевидениела хеҙмәт иткән актер Хәмит Яруллин. Шулай уҡ Башҡортостан телевидениеһын яңы үрҙәргә күтәргән коллегаларым Фәнил Ҡоҙаҡаев, Гәүһәр Батталова, Рәйес Исмәғилев, Эльвира әсәҙуллина, Юлай Fәйнетдинов, Сәрүәр Сурина, Салауат Итбаев, Рәсимә Ихсанова, әхмәт Яҡуповтар. Халыҡта милли аңды үҫтереү, ватандаштарыбыҙҙың берҙәмлеген ҡаҡшатмау өсөн заманында күп көс һалды улар. әгәр ҙә бөгөн беҙ һуңғы сирек быуатта байтаҡ ҡомарт­ҡыларыбыҙҙы тергеҙҙек, милли йолаларыбыҙҙы көнкү­решкә индерҙек, быуаттар һынауы үткән мосолмандар араһындағы дуҫлыҡты, ғөмүмән, тыуған төбәге­беҙҙә тыныслыҡты һаҡлап алып ҡалдыҡ тип иҫбатлайбыҙ икән, даими барған “Йома” тапшы­рыуының тарихтағы ролен һәм урынын оноторға ярамай!
– Яңы тапшырыу ни өсөн “Йома” тип аталды?
– Тапшырыуҙың программаға йома көнөнә ҡуйылыуы аңлашыла. Ни тиһәң дә, йома – изге көн, күңел­дәрҙең илаһиланып рухи күтәренкелеккә еткән мәле. Айырым сюжеттар алдан әҙерләнә, ә тулы­һынса тапшырыу тура эфирҙа бара. Беренсе тапшырыуҙы йома кисенә ҡуйҙыҡ. Ул ваҡытта көндөҙ эфир юҡ ине. ә тапшырыуҙы мин, есеменә тура килһен тип, ябай ғына “Бөгөн – йома” тип атаным.
“әссәләмү-ғәләйкүм! Хәйерле кис, хөрмәтле милләттәштәр, ҡәр­ҙәш­тәр, диндәштәр. Бөгөн – йома. Был изге көндә һеҙҙе Башҡортостан телевидениеһы “Йома” студияһына саҡыра” тип башлағайным беренсе тапшырыуҙы. Ай ҙа үтмәй, халыҡ “Бөгөн – йома” тапшырыуҙарын ҡабатлап күрһәтеүебеҙҙе талап итә башланы. Йома кис барған сыға­рылышты эфирҙан видеотаҫм­аға яҙҙырып, ял көндәре ҡабатлауҙы практикаға индерҙек. Мәҙәк килеп сыға башланы. Шәмбе йә йәкшәмбе көндәре, көпә-көндөҙ, тапшырыуҙы ҡабатлап күрһәткәндә, мин: “Хәйерле кис, бөгөн – йома”, – тип ултырам. Күп тә үтмәй, атаманы “Йома” тип кенә ҡалдырҙым, иҫәнләшкәндә “Хәйерле сәғәттә” тигән һүҙбәйләнешкә туҡталдым.
– Тәүге программаларҙың йөкмәткеһе ниндәйерәк ине?
– Беренсе тапшырыуҙарҙа беҙ дингә бик һаҡ ҡағыла инек. Башта тема итеп борондан килгән мосолман йолаларын алдыҡ: исем туйы, никах, һуңғы юлға оҙатыу тәртиптәре. Fүмерендә бер тапҡыр мә­сеткә инмәгән әҙәмдәр ҙә бит яҡын­дарын ерләгәндә, никах уҡытҡанда һәм башҡа осраҡтарҙа дин әһел­дә­ренә мөрәжәғәт итә. Ата-бабаларҙың донъя көтөү серҙәрен, өләсәйҙәрҙең һәм ағинәйҙәрҙең тәрбиә алымдарын телевизион ысулдар менән халыҡҡа күрһәттек. Ислам терминдарын, бүтән конфессияларҙың тарихын, ғәрәп графикаһын өйрәндек.
Үҙ-үҙеңде тотоу, кейенеү, биҙәнеүтөҙәнеү кеүек көнүҙәк көнкүреш темаларҙы ла, артыҡ баҫым яһамай ғына, мосолман ҡағиҙәләренә бәйләп сисә барҙыҡ. Һәр осраҡҡа динебеҙҙән яуап эҙләр булдыҡ. Мәҫәлән, шул заманда аслыҡ менән дауаланыу модаға инеп китте. ә бит Хәҙистә күптән әйтелгән: тәнде паклаусы – ураҙа! Дин әһелдәре янына фән эшмә­кәрҙәрен саҡыра торғайныҡ. Диндән килгән һәр фаразды ғилми яҡтан аҡлап булғаны күптән билдәле. Донъя көтөү, мал табыу, балалар үҫтереү, сәләмәтлекте нығытыу булһынмы – йәшәү ҡануниәтенең һәр төшөнсәһе Ислам ҡанундарына барып тоташҡанын күрһәтә инек. әммә бер кемгә лә фекеребеҙҙе көсләп таҡ­маныҡ. әйҙә, үҙ теләктәре, күңел талабы менән килһендәр Исламға, тип хыялландыҡ.
– Шәүрә Fәббәс ҡыҙы, ни өсөн һеҙгә төштө йәрәбә, йәғни ни өсөн тап һеҙ тотондоғоҙ дини тапшырыуға?
– Беренсенән, минең телевидениеға күсеп, эҙләнгән мәл ине. Башҡалар ҡағылмаған йә тотонорға баҙнат итмәгән темаларға ынтыла инем һәр саҡ. Радиола, совет заманында күп йылдар рәттән мин “Нисек йәшәйһең, балалар йорто?”, “Fәриптәр кемгә кәрәк?” тигән йән өҙгөс тапшырыуҙар әҙерләнем. Кеше тупһаһында үткән бала сағымдың әрнеүҙәренән, йәшләй ғәрипләнгән әсәйебеҙ менән бергә кисергән интегеүҙәрҙән яралған проекттар улар. Минең репортажды ишеткәс, ташлап киткән балаларын кире алған, ҡарттар йортонда көн иткән хәрәкәтһеҙ әсәләрен өйөнә алып ҡайтҡан радио тыңлаусыларым бар.
Ошо социаль темаларҙы телевизион вариантта дауам итергә теләгәйнем, кире ҡаҡтылар. “Былай ҙа, ҡайҙа ҡарама – бөлгөнлөк, төшөнкөлөк, ҡараңғылыҡ. Берәй нурлы, ыңғай тапшырыу эшлә!” – тине телестудия директоры Фәнил Ҡоҙаҡаев. Баш мөхәррир минең “мулла тоҡомонан” икәнемде хәтергә төшөрҙө. Тик бындай нескә, нәзәкәтле шөғөлгә кеше теләге буйынса ғына тотоноп булмай…
– Был изге бурысты үтәргә нимә ярҙам итте? Яңы проектты башлар өсөн журналисҡа белем, тейешле мәғлүмәт кәрәк. Кемгә, нимәгә таянып ижад иттегеҙ?
– Бар дини ғилемем атайымдан ишеткән-күргәндәрем ине. Fәббәс Түзбәков – указлы мулла-мөғәллим, Яхъя исемле абруйлы шәхестең улы. Олатайымдың ағай-энеһе лә дин әһелдәре булған. әйткәндәй, һуңғы осорҙа ике ағайыбыҙ Мосолман университетын тамамланы. Бер туған ҡустым Салауат та – уҡымышлы, динебеҙҙең нескәлектәренә бик һаҡсыл кеше. Беҙҙең өйҙә, Имәндәш ауылының байтаҡ ғаиләләрендәге кеүек, мосолман йолалары һаҡлана һәм үтәлә ине. Мәктәп йылдарында, сырхау ғына булыуыма ҡарамаҫтан, ураҙа тотҡаным иҫтә. Асығып, иҫте юғалт­ҡан саҡтарҙа ла ураҙаны өҙмәүемә сикһеҙ ғорурлана торғайным.
Ошо атай-әсәйҙән күскән дингә ҡарата ихтирам, эсемдә генә ойоп ятҡан мәғлүмәттәр артабан көслө этәргес булды. Ул йәштә ни, саялыҡ көслө, күңелем тулы иман булыуына һис тә шикләнмәй инем. Миллионлаған тамашасыға таратырлыҡ белем юҡ ине, әлбиттә. Мәғлүмәт йыйырға әҙәбиәт юҡ, сағыштырыр инең, Рәсәйҙә бындай тапшырыуҙың аналогы юҡ... Ысынлап, үҙебеҙ ҙә өйрәнә инек бер юлы. Fилемде айырым шәхестәрҙән йыйып, ха­лыҡҡа тараттыҡ.
Тапшырыуҙың художество сифатын ҡайғыртырға ваҡыт та ҡалмай ине ҡайһы саҡта. Туҡтауһыҙ консультациялар, кәңәштәр, эҙләнеүҙәр, тикшереүҙәр, тәнҡитләнеү­ҙәр. Коллегаларым тарафынан аңлайышһыҙлыҡ булды. Популизмда ғәйепләнеләр.
– әлбиттә, эшмәкәрлегегеҙ дини мөхиттәрҙә хуплау тап­ҡандыр. “Йома” тапшырыуы бит, ысынында, дин әһелдәренең рупоры...
– Минуты менән күтәреп алдылар тип маҡтанырға урын юҡ. Башта һаҡ ҡына, конкуренттарға ҡараған һымаҡ ҡабул иттеләр шикелле беҙ­ҙең инициативаны. Һәр хәлдә ғәмәл­дәре, ойошторған тәнҡит хаттары буйынса шулай тойолдо миңә. Тиҙ аңлаштыҡ. Улай ғына ла түгел, бер төптән хәрәкәт итә башланыҡ, тиһәң дә була. Диниә назараттары, мәхәлләләр, мәсеттәр, айырым дин әһел­дәре тарафынан иғтибар-ихтирамға ла­йыҡ булдыҡ. Уртаҡ эшмәкәрлегебеҙҙә беҙ – уларҙың, улар беҙҙең те­рәккә әйләнде. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Матбуғат, йәмәғәт ойош­малары, уҡытыу-тәрбиә учреж­дениелары һәм барлыҡ социаль институт­тарҙың кеше аңына яһаған дөйөм йоғонтоһона тиң телеви­де­ниеның тәьҫир көсө.
Дин әһелдәренән миңә беренсе булып ҡул һуҙғаны Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин булды. 1991 йылдың 8 март сығарылышында тапшырыуға килеп, Ислам динен­дәге ҡатын-ҡыҙға иғтибарлы, ихтирамлы ҡараш хаҡында әйтте. Октябрьский ҡалаһында шәкерттәр уҡытҡан Fосман хәҙрәт (әле ул Ҡазанда) беренсе булып миңә хаждан мосолман яулығы алып ҡайтып бүләк иткәне иҫемдә. Рәсәйҙең бөгөнгө Мөфтөйҙәр советы рәйесе шәйех Рауил Fәйнетдин дә (әле ул Мәскәүҙә) экрандағы тәүге сығыштарын беҙҙең “Йома” тапшырыуында атҡарҙы. Һуңынан Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин хәҙрәт даими ҡунағы­быҙ булып китте. Ҡунаҡ тип әйтеүе, бәлки, дөрөҫ тә булмаҫ. Сөнки улар сирек быуат буйы авторҙаштар, консультанттар, эксперттар сифатында ҡатнаша телевизион тапшырыуҙа.
– Телевизор ҡараусыларҙың фекерҙәре ниндәйерәк булды?
– Халыҡтың юғалып ҡалған осоро ине, тигәйнем. Бер яҡтан, үкенесле, ләкин әҙәм балаһы ошондай ҡыйын осраҡтарҙа Хоҙайға мөрәжәғәт итә. “Өмөтһөҙ, шатлыҡһыҙ көнитмештә яңы тапшырыу сүлдә табылған ҡойоға тиң” тип баһалаусылар булды. Тамашасыларыбыҙ, бер яҡтан, ундай асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә әҙер түгел ине. Тапшырыуҙа ҡатнашырға кеше табыу үҙе бер бәлә була торғайны. Балаларым, ҡәйнәм, әхирәттәрем, таныштарым ҡотҡара ине. Тиҙ арала әбей-бабайҙарҙың, дин әһел­дәренең дуҫына, туғанына әйләндем. Шул уҡ ваҡытта телевизор ҡарау­сылар талапсан булды. Саҡ ҡына берәй һүҙ яңылыш яңғыраны икән – аҙна буйы тәнҡитләп шылтыраталар, яҙалар. Тапшырыуҙы ҡабул итмәүселәргә тышҡы ҡиәфә­тем мыҫҡыллау өсөн айырым бер сәпкә әйләнде. Кемдер “беләге яланғас” тип әрләй, икенсеһе махсус яулыҡ талап итә. Ул саҡ кейем юҡ кибеттәрҙә, өҫтәүенә башҡа тапшырыуҙарҙы ла алып барам.
Дини тапшырыуҙы ҡатын-ҡыҙ алып барыуы күптәрҙе борсоно. Хатта дин әһелдәренән коллектив мөрәжәғәт булды. Улар ҡуш ҡуллап тапшырыуҙы хуплауҙарын белдер­ҙе, әммә экранда тик дин әһеле ултырыуын талап итте. Яйлап беҙ тапшырыуҙы бер бүлмәлә ултырып эшләгән ижадташым, ир-ат коллегам менән сиратлап алып бара башланыҡ.
– Һүҙ, әлбиттә, мәшһүр журналисыбыҙ Йәркәй Яҡшыдәүләтов хаҡында.
– Эйе, 90-сы йылдарҙа Башҡортостан телевидениеһының иң популяр башҡорт журналисы, телевидение хеҙмәткәрҙәре араһында беренсе булып Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ булған, төрлө диндәр менән ҡыҙыҡһынған Йәркәй әнүәр улы Яҡшыдәүләтов ине ул. Башта ул мин әҙерләгән материалдарҙы эфирға сығарҙы. Яйлап тапшырыуҙың эстәлектәрен, концепцияһын бергәләп билдәләргә булдыҡ. Тора-бара Йәркәй әнүәр улы даими алып барған “Замана” тапшырыуын ташланы һәм ун йыл ғүмерен “Йома”ға бағышланы.
Ошо дәүерҙә “Йома” халыҡтың иң көтөп алған тапшырыуына әүерелде. Күп йылдар программа­ның сюжеттарын икәүләп эшләнек. “Йома”ның махсус мөхәррире тип, һуңғы тапшырыуына тиклем ул сценарийҙарын минән уҡытты.
Ун йыл эсендә, ниндәй генә сәбәп булмаһын, бер аҙнала ла программабыҙ эфирға сыҡмай ҡалманы. Замандаштары алыпһатарлыҡ юлында байлыҡ артынан ҡыуғанда, Йәркәй ағай үҙ аҡсаһына камера һатып алып, республиканы арҡыры-буй гиҙҙе. Эшмәкәрлегебеҙҙе тотош мосолман донъяһына сығарҙы тиһәм дә, артыҡ булмаҫ. Тәүҙә ул элекке Союздың мосолмандар йәшәгән барлыҡ республикаларын урап сыҡты. Һуңынан яҡташтары­быҙҙы Европа, Азия, Африкала йәшәгән имандаштарыбыҙ менән таныштырҙы. Яңы рубрикалар асып, “Йома”ның йөкмәткеһен байытты.
Башҡортостаныбыҙҙың һәр район-ҡалаһы, иң төпкөл ауылдары менән тығыҙ бәйләнештә булдыҡ. Республика буйлап телетурне ойоштороп, халыҡ менән аралаша инек, тамашасылар мәнфәғәтен өйрәндек. “Йома”ға йыйылған материалдар тапшырыуға һыймай башлағас, хатта һәр айҙың һуңғы көнөндә телевизор ҡараусылар менән интерактив тапшырыуҙар ойоштороп, һорауҙарына яуап бирҙек бер йыл. Тамашасылар беҙҙе, ғөмүмән, һәр ерҙә көтөп ала ине. Хатта мәсеттәр төҙөгәндә, нисек урын һайларға белмәй, кәңәшкә саҡыра торғайнылар.
Ул осор бар мосолман донъяһы уянды һымаҡ тойолдо. Мәсеттәр төҙөү, уҡыу йорттары асыу, мәхәллә ойоштороу хәрәкәттәре йәнләнде.
Иң ҙур ҡаҙанышыбыҙҙың береһе – ул беҙҙең тәжрибәне дауам итеп, Башҡортостандың мәғлүмәт киңлек­тәрендә тиҫтәләгән дини радио-телетапшырыуҙар, матбуғатта махсус рубрикалар, биттәр, айырым баҫмалар барлыҡҡа килеүе. Әйткәндәй, “Йома”ны аяҡҡа ныҡлап баҫ­тырыу менән христиандар өсөн махсус тапшырыу астыҡ, “Дорога к храму” тип атаныҡ уны. Башҡортостан телевидениеһының ике дини тапшырыуы ла Рәсәй, халыҡ-ара фестивалдәрҙә даими еңеп, уларҙың юғары сифаты билдәләнә барҙы.
– Йәркәй хажи яратҡан тапшырыуын ниңә ташланы икән?
– Иң яҡты ниәттәргә лә, иң саф эштәргә лә аяҡ салыусы табыла. әйткәндәй, “Йома”ны ҡат-ҡат туҡ­татып, бөтөнләй ябып та булаштылар. Халыҡ ярҙам итте. Коллектив хаттар ойоштороп, төрлө инстан­ция­ларға мөрәжәғәт иттеләр. Шунда беҙ яңғыҙ түгел икәнебеҙҙе күреп, зауыҡлы һәм ышаныслы тамашасыбыҙ барына инанып, илһамланып яңынан эш башлай инек.
Әммә Йәркәй Яҡшыдәүләтов авиаһәләкәттә мәрхүм булған улының ҡайғыһын бик ауыр кисерҙе, йәшәү мәғәнәһенә әйләнгән эшен дә юғалт­ты. Һәләтле, ғәйрәтле, иманлы коллегамдың йөрәге һынауҙарҙы күтәрә алманы...
Изге “Йома”ны профессиональ белемле, итәғәтле, Ислам тәғли­мәтен махсус өйрәнгән йәш белгес Морат Лоҡманов ҡотҡарҙы. Оло быуын иңенә күтәргән мөҡәддәс миссияны Морат Мәжит улы тиҫтә йылдан артыҡ ихлас күңелдән, намыҫлы үтәп килә. 2014 йылдың 4 октябрендә “Йома”ның меңенсе сығарылышы эфирҙа күрһәтелде. Шунда биргән интервьюла әйткән һүҙҙәрҙе ҡабатлағы килә ахырҙа: “Йома” тапшырыуының абруйын, Ислам динен тергеҙеү һәм үҫтереүҙәге ролен, диндәштәребеҙ яҙмышындағы урынын йылдар һәм быуаттар аша ҡат-ҡат яңынан иҫбатлаясаҡтар”.
– Шәүрә Fәббәс ҡыҙы, үҙегеҙ әйтмешләй, “Йома” тапшырыуы һеҙҙең ижадығыҙҙа тарихҡа әйләнгән. ә үҙегеҙҙең яҙмышҡа ниндәйҙер йоғонто яһанымы?
– Был һорауға яуапты һыйҙырыр өсөн гәзиттең тағы ла бер бите кәрәк булыр тип ҡурҡам. Телевидениела бер тапшырыуҙы эфирға сығарыуҙа кәмендә 20-нән 50-гә яҡын кеше ҡатнаша. Тимәк, беҙҙең “Йома” сирек быуат йәшәһен өсөн йөҙәрләгән коллегам, тиҫтәлә­гән етәксе көс-тир түккән. ә беҙ тик ойоштороусылар, әйҙәүселәр булдыҡ. Йәш коллегаларым Гөлдә­риә Йосопова, Фәриҙә Дүсәлинова, Йәмилә Арыҫланова, Франгизә Илбәкова, Салауат Хәмиҙуллин, әлфинә Ҡәйүмова, Гөлназ Алсынбаева, Вәрисә Ниғмәтуллина, Индира Заһиҙуллиналар – “Йома” мәктәбен үткән шәхестәр. 90-сы йылдарҙа Башҡортостан радио һәм телевидениеһы коллек­тивының әхлаҡи йөҙө нисек нурланғанын, бер-беребеҙгә нисек ярҙам иткәнде, тотош редакциялар менән ураҙа тотҡанды, ифтарҙар ойошторғанды, сүрәләр ятлағанды, баш ҡалабыҙ зыялыларының яңы проект тирәләй нисек тупланғанын һөйләр инем мин.
Шулай ҙа балаларымдың тәү­фиҡ­лы, әҙәпле, динле булып үҫеүендә “Йома”ның да йоғонтоһо булғандыр, тим. Һәр балам никахлы, ейәнсәрҙәремә исемде дин әһел­дәре ҡушты. Тағы бер ҡыуаны­сым менән уртаҡлашайым. Атайым Мәжит Fафуриҙың замандашы Яхъя мулланың улы тигәйнем. Совет власын ҡабул итмәгән, колхозға инмәгән, коммунистар идеология­һын инҡар иткән шәхес ине тип тә өҫтәйем. Совет ижадсыларын тәнҡитләгәндә, иң башта Мәжит Fафуриҙы миҫалға килтерер ине. “Аллаға ышанған, Ҡөрьәнде шиғыр­ға һалған динле яҙыусынан “һайт” тигәнсе Хоҙайҙың дошманы яһаны­ғыҙ!” тип зарлана ине ул, “Ҡара йөҙҙәр” буйынса ҡуйылған атеистик спектаклде тиргәй-тиргәй. Режис­сер­ға уҡыған ике ҡыҙын, мине – журналисты – оялта, ғәрләндерә ине: “Fафури бит динде инҡар итмәгән, Хоҙайҙан көлмәгән, шәриғәтте тәнҡитләмәгән китаптарында. Ул дингә һылтанып, үҙенең ҡара эштәрен атҡарып йөрөгән бай ҡуштандарын фашлаған! Ундай бәдбәхеттәр әле лә етәрлек...” – ти торғайны. “Беренсе халыҡ шағирының исемен ҡайтарһындар!” тип талап итә ине хатта. әйтерһең дә, беҙҙең көстән килә торған эш...
Мин Мәжит Fафури ижадына Ҡазанда уҡығанда уҡ иғтибарҙы арттырғайным. Йылдар үтеп, “Йо­ма” һабаҡтарын үҙләштергәс, яҡташым фәлсәфәһенә ныҡлабы­раҡ төшөндөм. Атайым хаҡлы булған. Хоҙай яратҡан ҡолоноң те­лә­гәнен юлына сығарып ҡуя, тиҙәр. Олег Ханов туған сәхнәһенә ҡайтҡас, театрға исем биргән әҙиптең әҫәре юҡ репертуарҙа, “Ҡара йөҙҙәр” повесы буйынса яңы әҫәр кәрәк, тигән фекере менән уртаҡлашҡайны. Яуап итеп, мин шағирҙың был трагик повесына, башҡа әҫәрҙәрендәге ауаздаш фекерҙәренә таянып инсценировка яҙҙым. Яңы әҫәр динебеҙҙе бысратып йөрөгәндәрҙе һәм уларға ышанған наҙан халыҡты фашланы. Минең инсценировканы һәләтле режиссер Айрат Абушахманов үҙенең сәхнә теленә күсереп, Мәжит Fафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында заманса спектаклгә әйләндерҙе.
– Тимәк, атайығыҙҙың васыятын үтәнегеҙ булып сыға?
– Мәжит Fафуриҙы яңы бейеклеккә күтәрҙең, тип күңелемде күреүселәр ҙә булды. Тик яҡташым быға мохтаж түгел. Уның бөйөк­лөгөн беҙ баһалап етмәйбеҙ генә. Башҡортостаныбыҙҙың дин әһелдәре күтәреп алды эшебеҙҙе. Дини телетапшырыу алып барыусы коллегам, “Ихлас” мәсетенең имам-хатибы, Мәжит Fафури ижадын өйрәнеүсе ғалим Мөхәммәт Fәлләм Мостафа: “Был спектаклде барлыҡ шәкерттәргә күрһәтәсәкмен”, – тип вәғәҙә бирҙе.
Яңы “Ҡара йөҙҙәр” Ҡорбан байрамы көнөндә старт алды. Беҙ дин әһелдәре менән бергәләшеп, Ҡөрьән ашы табыны менән билдә­ләнек премьераны. Мәрхүм Хәмзә хәҙрәт театрҙың бар хеҙмәткәр­ҙәре­нә иҫтәлеккә мосолман баш кейемдәре бүләк итте.
Беҙҙең “Ҡара йөҙҙәр” Башҡор­т­ос­танда “Йыл спектакле” номина­ция­һында еңеүгә өлгәшһә, быйыл ул Рәсәйҙең иң абруйлы “Алтын битлек” фестиваленең финалында ҡатнаша. Жюри ағзалары спектаклде ҡарағас: “Автор уны “ИГИЛ”-ға ҡаршы яҙған”, – тип фаразланы. Мәжит Fафуриҙың ниндәй дәүерҙә йәшәгәнен онотҡан Мәскәү театр белгестәренә үпкәләмәнем, күңе­лем­дән генә ризалаштым. Сөнки бөгөн Ислам тәғлимәтен боҙоп күрһәтеп, көслө динде ҡорал урынына файҙаланып, мосолмандарҙы бер-береһенә ҡаршы ҡуйырға маташыуҙан килеп сыҡҡан глобаль проблема Ер шарын сырмап алды.
Беҙҙең изге “Йома”быҙ нисек итеп ошо тоҙаҡҡа эләкмәҫкә өйрәтә. Эләккәндәренә тышауҙарынан ҡотолорға Хоҙай ярҙам итһен ине!
– Атҡарған изге эштәрегеҙ үҙегеҙгә күмәртәләп әйләнеп ҡайтһын. Ниәттәрегеҙ ғәмәлдәрегеҙҙән Аллаһ Тәғәлә риза булһын!

Салауат әБҮЗӘРОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 771

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873