Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Милләтем тип янған ҡаһарман
Милләтем тип  янған ҡаһарман Рухи донъябыҙҙың символы булырҙай легендар шәхесте, Башҡортостандың милли автономияһын булдырыу тарихында һәм милләтебеҙҙең хәтерендә мәңгелек урын алған мәшһүр дәүләт эшмәкәрен, РСФСР-ҙың иң юғары өс наградаһына лайыҡ булған күренекле ғәскәр башлығын большевиктар, милләтселектә ғәйепләп, үлем язаһына хөкөм иткән...

Октябрь революцияһы, граждандар һуғышы һәм унан һуңғы йылдарҙа илде аслыҡ, яланғаслыҡ ялмап ала. Халыҡты кем генә таламай ҙа кем генә ҡырмай. Шундай шарттарҙа, 1918 йылдың апрелендә, Муса Мортазин башҡорттарҙы атлы эскадронға йыйып, аҡтар һәм ҡыҙылдарҙың каратель отрядтарына ҡаршы көрәш алып бара. Артабан ул Петроградты һәм йәш Совет дәүләтен сит ил интервенттарынан батырҙарса һаҡлаған полкты етәкләй, шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың дәүләтселеге өсөн башҡорт милләтенең мәнфәғәттәрен яҡлай, арҙаҡлы юлбашсы Әхмәтзәки Вәлиди яғында тора.
М.Л. Мортазиндың хәрби батырлыҡтары 1920 йылда өс тапҡыр маҡтаулы бүләктәр – алтын сәғәт, көмөш ҡылыс һәм хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән билдәләнә. 1921 йылдың декабрендә уны – икенсе, 1924 йылда иһә өсөнсө Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләйҙәр. Өс тапҡыр Советтарҙың Бөтә Рәсәй съезында ҡатнаша. 1924 йылдың июнендә Муса Мортазинды Башҡортостандың Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе итеп һайлайҙар. Тик үҙ милләтенең көнкүрешен яҡшыртыу өсөн дүрт ай ғына хеҙмәт иткән сәйәсмәнде “уҡытыу” һылтауы менән Мәскәүгә саҡыртып алалар. Әммә М.В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлап, генерал дәрәжәһенә күтәрелгән хәрби етәксене Башҡортостанға кире ҡайтармайҙар. Күп тә үтмәй нахаҡҡа ғәйепләп, “ҡара” исемлеккә индерәләр һәм май айында ҡулға алып, 1937 йылдың 27 сентябрендә большевизмдың ҡорбаны итәләр.
Үҙ ваҡытында репрессияларҙы “законлы” тип тапҡан власть органдары, шул уҡ СССР-ҙың Юғары Судының Хәрби коллегияһы, легендар полководецтың енәйәт эше булмағанлыҡтан, 1956 йылдың 14 июлендә хөкөм ҡарарын юҡҡа сығара. Ҡаһарман командирҙың исеме тулыһынса аҡлана. Тик ғәҙеллек 1967 йылдың 11 июлендә, язанан һуң 30 йыл уҙғас ҡына тулыһынса тергеҙелә, геройҙың наградаларға хоҡуғы ҡайтарыла.
Мусаның атаһы Лотфулла ла һис ғәйепһеҙгә үлтерелә. Шунан һуң 10 йәшлек үҫмер батрак һәм ҡара эшсе булып ялланып эшләй, урман киҫә, шахтала тир түгә. 21 йәшендә хәрби хеҙмәткә алына. Тәбиғәттән бирелгән таҙалығы, ҡыйыулығы, ауыр саҡтарҙа ла юғалып ҡалмауы, хәрби таланты арҡаһында, халыҡҡа ҡаршы йүнәлтелгән ғәҙелһеҙлектәрҙе йырып сыға, әҙ көс менән күп һанлы, әммә тарҡау дошманды ҡыйрата, күрһәткән батырлыҡтары өсөн юғары дәрәжәләргә өлгәшә.
Муса Мортазин – Башҡортостан автономияһын яҡлап, уның тулы мөстәҡиллеге идеяһына тоғро хеҙмәт иткән хәрби етәксе. Уның рухы башҡа батырҙарыбыҙҙыҡы кеүек йәшәһен, ижтимағи аңыбыҙға төҫ бирһен ине. Ул ғәскәр башлығы булып киткән һәм көрәшкән Өфө, Стәрлетамаҡ, Баймаҡ ҡалалары урамдарына исемен бирергә, һәйкәл ҡуйырға бурыслыбыҙ, тип уйлайым. Граждандар һуғышы йылдарының 100 йыллығы етеп килә, ә ниңә Башҡортостанда шул заман шәхестәренең исемен күтәрмәҫкә?



Автор: Кәрим БУЛАТ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә