Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сирҙең сәғәте юҡ
Ауыл ерендә йәшәгән кешеләр өсөн медицина ярҙамы алыу ауыр мәсьәләгә әйләнә бара. Билдәле булыуынса, унда башлыса өлкән йәштәге кешеләр көн итә. Йәш ыраған һайын, төрлө сирҙәр ҙә күберәк һағалап тороусан.

Тыуған яҡҡа ҡайтҡан саҡтарҙа өлкәндәрҙең аһ-зарын ишетеп, күңел ҡырыла. “Беҙҙең ауылдар Сәйетбаба дауаханаһына беркетелгән, – ти улар. – Элегерәк ул участка дауаханаһы ине, хәҙер амбулатория итеп үҙгәрт­теләр. Ятып дауаланып булмағас, йыш ҡына врачты өйгә саҡырырға тура килә. Сәйетбаба амбулаторияһының етәксеһе Әмир Заһиҙуллинға рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Ҡышҡы буран йә һалҡын тип тормай, үҙе килеп етә. Ә бит амбулаторияның машинаһы юҡ...”
Сәйетбаба – республикабыҙҙа иң ҙур башҡорт ауылы, район үҙәгенән 60 саҡрым алыҫлыҡта ята. Амбулатория ҡарамағына 16 ауыл ҡарай, тимәк, улар йәмғеһе 4300 кешене хеҙмәт­ләндерә. Биләмәлә бер йәшкә тиклемге 38 бала бар, халыҡтың күпселеген пенсионерҙар тәшкил итә. Хеҙмәт­ләндереү радиусы 30 саҡрым самаһы.
Амбулаторияның баш врачы Әмир Ноғман улы Заһиҙуллин, тәбиғәттең ҡырыҫ шарттарына ҡарамай, ошо юлдарҙы үтеп, һәр саҡ сирлеләргә ярҙамға ашыға. Үкенескә ҡаршы, еңел машинаның булмауы арҡаһында нимә етте шуға “эләгеп” йөрөргә тура килә уға. Амбулаторияның “Тиҙ ярҙам” машинаһы бар-барлыҡҡа, ләкин ул сәғәт киске 5-тән 10-ға тиклем генә эшләй. Шоферға ошо ваҡыт өсөн генә эш хаҡы түләнә. Ә бит сир иҫкәртеп килмәй, көн йә төн тимәй, кешене теләһә ҡайһы мәлдә аяҡтан йығырға мөмкин.
Донъяны техника баҫҡан заманда йәшәйбеҙ, меңләгән кешене хеҙмәтләндергән амбулатория еңел машинаға мохтажлыҡ кисерә. Әгәр ошо мәсьәлә хәл ителһә, сирлеләргә тиҙ арала ярҙам ҡулы һуҙыу мөмкинлеге булыр ине. Бәлки, “Тиҙ ярҙам”ға смена менән эшләһендәр өсөн ике шофер беркетергәлер? Ғөмүмән, Әмир Ноғман улы кеүек үҙ эшен еренә еткереп атҡарған белгестәрҙең дә ҡәҙерен белергә кәрәк.





Автор: С. ӘБҮЗӘРОВ. Район: Ғафури районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә