Сирҙең сәғәте юҡ02.02.2016
Ауыл ерендә йәшәгән кешеләр өсөн медицина ярҙамы алыу ауыр мәсьәләгә әйләнә бара. Билдәле булыуынса, унда башлыса өлкән йәштәге кешеләр көн итә. Йәш ыраған һайын, төрлө сирҙәр ҙә күберәк һағалап тороусан.
Тыуған яҡҡа ҡайтҡан саҡтарҙа өлкәндәрҙең аһ-зарын ишетеп, күңел ҡырыла. “Беҙҙең ауылдар Сәйетбаба дауаханаһына беркетелгән, – ти улар. – Элегерәк ул участка дауаханаһы ине, хәҙер амбулатория итеп үҙгәрттеләр. Ятып дауаланып булмағас, йыш ҡына врачты өйгә саҡырырға тура килә. Сәйетбаба амбулаторияһының етәксеһе Әмир Заһиҙуллинға рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Ҡышҡы буран йә һалҡын тип тормай, үҙе килеп етә. Ә бит амбулаторияның машинаһы юҡ...”
Сәйетбаба – республикабыҙҙа иң ҙур башҡорт ауылы, район үҙәгенән 60 саҡрым алыҫлыҡта ята. Амбулатория ҡарамағына 16 ауыл ҡарай, тимәк, улар йәмғеһе 4300 кешене хеҙмәтләндерә. Биләмәлә бер йәшкә тиклемге 38 бала бар, халыҡтың күпселеген пенсионерҙар тәшкил итә. Хеҙмәтләндереү радиусы 30 саҡрым самаһы.
Амбулаторияның баш врачы Әмир Ноғман улы Заһиҙуллин, тәбиғәттең ҡырыҫ шарттарына ҡарамай, ошо юлдарҙы үтеп, һәр саҡ сирлеләргә ярҙамға ашыға. Үкенескә ҡаршы, еңел машинаның булмауы арҡаһында нимә етте шуға “эләгеп” йөрөргә тура килә уға. Амбулаторияның “Тиҙ ярҙам” машинаһы бар-барлыҡҡа, ләкин ул сәғәт киске 5-тән 10-ға тиклем генә эшләй. Шоферға ошо ваҡыт өсөн генә эш хаҡы түләнә. Ә бит сир иҫкәртеп килмәй, көн йә төн тимәй, кешене теләһә ҡайһы мәлдә аяҡтан йығырға мөмкин.
Донъяны техника баҫҡан заманда йәшәйбеҙ, меңләгән кешене хеҙмәтләндергән амбулатория еңел машинаға мохтажлыҡ кисерә. Әгәр ошо мәсьәлә хәл ителһә, сирлеләргә тиҙ арала ярҙам ҡулы һуҙыу мөмкинлеге булыр ине. Бәлки, “Тиҙ ярҙам”ға смена менән эшләһендәр өсөн ике шофер беркетергәлер? Ғөмүмән, Әмир Ноғман улы кеүек үҙ эшен еренә еткереп атҡарған белгестәрҙең дә ҡәҙерен белергә кәрәк.