Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Етеш тормошҡа ынтыл!
Уҙған быуаттың 90-сы йылдары. Илдең аҫты-өҫкә әйләнгән дәүер. Күп кеше шаңҡып, аптырап ҡалды: “Ни эшләргә? Алда нимә көтә?” Бәғзеләр иһә тиҙ генә артабанғы юлын билдәләне. Заман талабына яраҡлашып йәшәй башлауы менән уңды улар.
...Айгөл менән Юламан медицина институтының II курсында уҡығанда уҡ өйләнеште. Улдары Самат донъяға килде. Ауырлыҡтар алдында баш эймәне, бергәләп тырышты йәштәр.
Институтты тамамлағас, Юламан – хирург, Айгөл аллерголог булып эшләй башланы. Йәш белгестәр әленән-әле белемен камиллаштырҙы, үҫешкә ынтылды. Яҡшы табип булып танылдылар, хөрмәт ҡаҙан­дылар. Ғаиләгә йәм өҫтәп, ҡыҙҙары Гөлсөм тыуҙы.
Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптың хеҙмәт хаҡына ғына донъя көтөү ауырлашты. Шуға ла Юламан дауахананан бушаған ваҡыттарында Мәскәүҙән күмәртәләп кейем-һалым алып ҡайта башланы. Айгөл иһә уларҙы һатыу эшенә егелде. Ул арала өсөнсө балаһы Мәхмүт тыуыуға ҡарамаҫтан, ҡатын донъя хәстәрләүҙән, аҡса табыуҙан туҡтаманы. Һөҙөмтәлә Урманшиндарҙың йәш, көслө сағындағы әрһеҙлеге бушҡа булманы. Аҡса табыуға өҫтәп, улар ауыр заманда нәҫел тамырын ҡоротмай дауам итеү бурысын да онотманы. Дүртенсе бала булып ҡыҙҙары Рәйхана тыуҙы.
Самат буй еткереп, юғары белем алыуға, ата-әсәһе уға торлағын да әҙерләп ҡуйғайны. Атанан күргән – уҡ юнған тигәндәй, йүнсел егет тә студент сағынан уҡ ата-әсәһенә ярҙам итте. Уҡыуын тамамлау менән үҙ эшенә тотоноп, шәхси магазин асты. Хәҙер инде ул – ике балаға атай. Гөлсөм иһә ире менән Мәскәүҙә донъя көтһә, Мәхмүт – студент, Рәйхана мәктәптә уҡый.
Әле Урманшиндар – аяғында ныҡлы баҫып торған башҡорт ғаиләһе. Электән дә шулай булған бит: йүнселдең донъяһы һоҡландырған. Бай йәшәгән кешегә бөтөн ауыл тиерлек ҡарап торған, ышаныс белдергән. Ғөмүмән, кеше күңеленә йүнселлек сифатын бәләкәйҙән һеңдерергә кәрәк. Ундайҙар тырыш, сабыр, ныҡыш, түҙемле булырға тейеш. Мул тормош ҡороу өсөн ир менән ҡатындың бер-береһен аңлауы, теләктәшлеге, берҙәмлеккә ынтылыуы мөһим. Донъя арбаһын бергәләп тартыу зарур. Ә инде икең ике яҡҡа һөйрәй икән, ыратып булмай. Бындай ғаиләләр күп осраҡта тарҡала, йә булмаһа нужалыҡта көн итә.
Юламан менән Айгөл, ауырлыҡ менән булһа ла, мул тормошҡа юлды үҙҙәре ярҙы. Шуға ла кемдеңдер күҙенә ҡарап, эш хаҡы көтөп ултырмайҙар. Балаларының киләсәге өсөн дә тыныс улар. Урманшиндар етеш тормошҡа тырышлыҡ, ныҡыш­малылыҡ, сабырлыҡ, татыулыҡ, ихтыяр көсө аша өлгәште.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә милләттәш­тәребеҙҙең күбеһенә ошо сифаттар етешмәй. Һәр кешегә һәләтенә ярашлы үҙ урынын, шөғөлөн табыу зарур. Һәм, әлбиттә, йәштәр дәүләт программалары биргән мөмкин­лектәрҙе белергә, дөрөҫ файҙаланып өйрәнергә тейеш.





Автор: Л. ҒИБӘТОВА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә