Етеш тормошҡа ынтыл!29.01.2016
Уҙған быуаттың 90-сы йылдары. Илдең аҫты-өҫкә әйләнгән дәүер. Күп кеше шаңҡып, аптырап ҡалды: “Ни эшләргә? Алда нимә көтә?” Бәғзеләр иһә тиҙ генә артабанғы юлын билдәләне. Заман талабына яраҡлашып йәшәй башлауы менән уңды улар.
...Айгөл менән Юламан медицина институтының II курсында уҡығанда уҡ өйләнеште. Улдары Самат донъяға килде. Ауырлыҡтар алдында баш эймәне, бергәләп тырышты йәштәр.
Институтты тамамлағас, Юламан – хирург, Айгөл аллерголог булып эшләй башланы. Йәш белгестәр әленән-әле белемен камиллаштырҙы, үҫешкә ынтылды. Яҡшы табип булып танылдылар, хөрмәт ҡаҙандылар. Ғаиләгә йәм өҫтәп, ҡыҙҙары Гөлсөм тыуҙы.
Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптың хеҙмәт хаҡына ғына донъя көтөү ауырлашты. Шуға ла Юламан дауахананан бушаған ваҡыттарында Мәскәүҙән күмәртәләп кейем-һалым алып ҡайта башланы. Айгөл иһә уларҙы һатыу эшенә егелде. Ул арала өсөнсө балаһы Мәхмүт тыуыуға ҡарамаҫтан, ҡатын донъя хәстәрләүҙән, аҡса табыуҙан туҡтаманы. Һөҙөмтәлә Урманшиндарҙың йәш, көслө сағындағы әрһеҙлеге бушҡа булманы. Аҡса табыуға өҫтәп, улар ауыр заманда нәҫел тамырын ҡоротмай дауам итеү бурысын да онотманы. Дүртенсе бала булып ҡыҙҙары Рәйхана тыуҙы.
Самат буй еткереп, юғары белем алыуға, ата-әсәһе уға торлағын да әҙерләп ҡуйғайны. Атанан күргән – уҡ юнған тигәндәй, йүнсел егет тә студент сағынан уҡ ата-әсәһенә ярҙам итте. Уҡыуын тамамлау менән үҙ эшенә тотоноп, шәхси магазин асты. Хәҙер инде ул – ике балаға атай. Гөлсөм иһә ире менән Мәскәүҙә донъя көтһә, Мәхмүт – студент, Рәйхана мәктәптә уҡый.
Әле Урманшиндар – аяғында ныҡлы баҫып торған башҡорт ғаиләһе. Электән дә шулай булған бит: йүнселдең донъяһы һоҡландырған. Бай йәшәгән кешегә бөтөн ауыл тиерлек ҡарап торған, ышаныс белдергән. Ғөмүмән, кеше күңеленә йүнселлек сифатын бәләкәйҙән һеңдерергә кәрәк. Ундайҙар тырыш, сабыр, ныҡыш, түҙемле булырға тейеш. Мул тормош ҡороу өсөн ир менән ҡатындың бер-береһен аңлауы, теләктәшлеге, берҙәмлеккә ынтылыуы мөһим. Донъя арбаһын бергәләп тартыу зарур. Ә инде икең ике яҡҡа һөйрәй икән, ыратып булмай. Бындай ғаиләләр күп осраҡта тарҡала, йә булмаһа нужалыҡта көн итә.
Юламан менән Айгөл, ауырлыҡ менән булһа ла, мул тормошҡа юлды үҙҙәре ярҙы. Шуға ла кемдеңдер күҙенә ҡарап, эш хаҡы көтөп ултырмайҙар. Балаларының киләсәге өсөн дә тыныс улар. Урманшиндар етеш тормошҡа тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, сабырлыҡ, татыулыҡ, ихтыяр көсө аша өлгәште.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә милләттәштәребеҙҙең күбеһенә ошо сифаттар етешмәй. Һәр кешегә һәләтенә ярашлы үҙ урынын, шөғөлөн табыу зарур. Һәм, әлбиттә, йәштәр дәүләт программалары биргән мөмкинлектәрҙе белергә, дөрөҫ файҙаланып өйрәнергә тейеш.