Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үткәндәрҙең ҡәҙерен белһәк ине
Мәскәү ҡалаһы мәктәптәренең береһендә иҫке бинанан яңыһына күскән саҡта Зоя Космодемьянскаяның музейындағы материалдарҙың ташландыҡ хәлдә ятып ҡалыуы хаҡында “Комсомольская правда” гәзитендә уҡығас, үткәндәргә, бөгөнгөгә, киләсәккә, ғөмүмән, тарихыбыҙға битараф булған ҡайһы бер йәштәр тураһында уйланып тетрәндем. Балаларҙың үҙ ҡулдары менән йыйған Петрищево ауылы макеты йыртылып иҙәндә ята. Зояның уҡытыусыһының хаттары, кейемдәре ҡәҙерһеҙ экспонат булып ҡалған. Ә уның диванын асарбаҡтар төйәк иткән. Нисек шуларға йөрәгең әрнемәҫ?!
Һуңғы ваҡытта хатта Зоя исемле ҡыҙ бөтөнләй булмаған, тип әйтергә теле әйләнеүселәр бар. Батыр ҡыҙҙың ҡаһарманлығын Америка боевиктарында тәрбиәләнгән быуын аңлай алмаҫ шул.
Уны ҡышҡы сатлама һыуыҡта ялан аяҡ ҡарҙан атлатып йөрөткәндә йәки немецтар муйынына элмәк тағып аҫырға әҙерләгәндә лә үлер алдынан ҡаты язаланған Зояның: “Һалдаттар, әле һуң түгел, әсирлеккә төшөгөҙ... Беҙҙең барыбыҙҙы ла аҫып бөтөрә алмаҫһығыҙ, беҙ — 170 миллион”, — тигән һүҙҙәрҙе әйтә алыуына шик белдерәләр. Ата-бабаларының хәрби наградаларын — орден-миҙалдарын баҙарға алып сыҡҡан быуынһыҙ быуынға был, әлбиттә, аңлашылмайҙыр. Муйынына элмәк аҫылған килеш тә ҡыҙҙың хаҡ һүҙҙәр әйткәнен бер нисә фотоаппарат менән Зояны язалағандарын хахылдап фотоға төшөргән немецтар бик тиҙ аңлаясаҡ. Мәскәү янында улар ҡырыласаҡ.
Ниңә Мәскәү миҫалын килтерергә? Ундай хәлдәр үҙебеҙҙә лә әҙ түгел, тиер ҡайһы берәүҙәр. Улар хаҡлы. Ошо мәҡәләмде яҙып бөткәс кенә университетта бергә уҡыған һабаҡташым Леонид Соколовты күрҙем.
— Мин Красин баҙары яғында йәшәйем. Элекке 8 Март исемендәге тегеү фабрикаһы янына ҡуйылған ҡыйыу партизан Клавдия Абрамованың аҡ мәрмәрҙән эшләнгән һәйкәле белдереүҙәр йәбештерә торған бағанаға әйләндерелгән. Тирә-яғы сүп-сар, тәмәке ҡаптары, төпсөктәре менән тулған. Һәйкәлгә төкөрөп бөткәндәр, — тип әсенеп һөйләп торҙо.
Кем ул Клавдия Абрамова? Ҡаһарман яҡташыбыҙ Өфө эргәһендәге ҡасабала тыуған. Хеҙмәт юлын әлеге тегеү фабрикаһында башлай. Мәскәү Хоҡуҡ институтына уҡырға китә. Ошонда буласаҡ ире Петр Абрамовты осрата.
Уҡып бөткәс, Ставропольеға эшкә ебәрәләр. Рита менән Лира исемле ҡыҙҙары тыуа. Һуғыш башланғанда тәүге ҡыҙы мәктәптә уҡый, икенсеһе балалар баҡсаһына ғына йөрөгән була.
Фашистар оккупацияһында ҡалған ҡала халҡы эвакуацияланып китә алмай, көн дә үлем хәүефе аҫтында йәшәй. Коммунистар йәшерен эш алып бара. Гестапо Клавдия Ильиничнаға хеҙмәттәшлек итергә тәҡдим яһай. Ләкин ул баш тарта. Әммә кемдеңдер доносы менән ҡулға алына. Төрмәгә ултырғанда ла фашистар, Бөйөк Германия өсөн эшләһәң, ғүмер бүләк итәбеҙ, тигәндәр. Әммә ҡыйыу партизан: “Мин — коммунист һәм һуңғы һулышыма тиклем шулай булып ҡаласаҡмын”, — тигән һүҙҙәре менән үҙенә үлем хөкөмө сығара.
Атырға алып барғанда, ҡыҙҙары менән хушлашҡанда, фашистар уларҙың өсөһөнөң дә ғүмерен ҡыя.
Өфөлә ҡуйылған һәйкәлгә шундай таҡтаташ беркетелгән: “Бөйөк Ватан һуғышында балалары менән бергә һәләк булған ҡурҡыу белмәҫ партизан Клавдия Ильинична Абрамова-Разуваеваға”.
Һәйкәл 1967 йылда фабрика алдына ҡуйыла. Быйыл уларҙың үлеменә 70 йыл тула. Хәҙер фабриканың бер өлөшөн миграция хеҙмәте биләй, икенсеһе — Красин баҙары. Миграция хеҙмәтенә, белеүегеҙсә, ниндәй генә илдәрҙән, ниндәй генә милләт кешеләре килмәй! Баҙарға ла шулай уҡ. Улар өсөн һинең тарихың ҡәҙерле тип уйлайһыңмы? Листовкалар йәбештерер, йыйылышып гәп һатып, тәмәке тарта торған урынға әйләнеүенә аптырарға түгел.
Ә бөгөнгө ҡайһы бер ят йоғонто тәьҫирендә үҫкән йәштәр шундай хәлдә ҡалһа, нимә эшләр ине икән? Уларға нимәнелер аңлатыр өсөн үҙҙәрен шул хәлдәрҙә сағыштырып күрһәтергә кәрәктер.
Өфөләге бер уҡытыусыға Афғанстанда һәләк булғандарҙың ҡәберҙәрен, аллеяһын, һәйкәл янын ҡарҙан таҙартырға уҡыусыларҙы ойошторғанда берәүһе: “Ниңә таҙартырға, ниңә барырға, әллә ҡасан булған хәлдәр онотолоп бөткән бит инде...” — тип яуап ҡайтара.
“Балаларын үҙҙәренән алда ҡара ергә һалған әсәләрҙең хәсрәтен нисек аңламайһығыҙ?! Улар Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарған көндә лә, ғәзиздәренең тыуған көндәрендә лә яҡты донъянан үҙ үлемдәре менән китмәгән, ә интернациональ бурысын үтәп, башын һалған балалары янына килә. Әгәр һинең яҡындарың, туғандарың араһында ла шундай кешеләр булһа, әсәйҙәре улдары янына, ҡалын ҡарҙы, көрттө йырып нисек барыр ине?” — ти уҡытыусы.
Теге малай үҙен, бәлки, әсәһен шулар араһында күҙ алдына килтергәндерме: “Зинһар, артабан дауам итмәгеҙ, аңланым...” — тип, ҡулына көрәк тотоп, иң алдан ҡуҙғала...
Бөгөнгө тыныс тормошто миллиондарса ҡорбан менән яулаған илебеҙ ветерандары хаҡында һуңғы йылдарҙа, шөкөр, төрлө яҡтан хәстәрлек күрелә башланы. Уларҙы барыһы ла белә. Яу ҡырында мәңгелеккә ятып ҡалғандарының ҡатындарына һәм балаларына ла ҡайһы бер льготалар ҡаралған. Хөкүмәтебеҙ һуғыш һәм тыл ҡаһармандарына бөгөнгө быуындың рәхмәтен әйтергә, бурысын ҡайтарырға тырыша.
Тик әле һүҙем ул хаҡта түгел. Ветерандарға ҡарата бәғерһеҙлек күренештәре, мәктәптәрҙә исем өсөн генә үткәрелгән патриотик саралар тураһында ишетеп йөрәк әрней. Хәҙер хатта “ҡағыҙҙағы патриотизм” (“бумажный патриотизм”) тигән төшөнсә лә барлыҡҡа килгән (уҙғарылған сараларға “билдә” ҡуябыҙ бит, шунан килеп сыҡҡан һүҙ).
Яңыраҡ Өфө мәктәптәренең береһендәге тарих уҡытыусыһы менән һөйләшергә тура килгәйне. Тиҙҙән хаҡлы ялға китәсәк хеҙмәткәр үҙенең исемен дә, эшләгән мәктәбен дә атамауҙы үтенде. Ике тиҫтә йылдан ашыу ошо белем усағында балаларҙа тарихыбыҙға һаҡсыл мөнәсәбәт, иғтибар һәм ихтирам тәрбиәләгән уҡытыусы дәрестәрен китап буйынса ғына үткәрмәй, ә ветерандарҙы саҡырып, онотолмаҫлыҡ осрашыуҙар ойоштора. Улар бит — тере тарих. Уҡыусылар ҡыҙыҡһынып тыңлай, һорауҙар бирә, яу юлдарын уҙған ата-бабалары тураһында рефераттар яҙа, тылда эшләгән инәйҙәр, өләсәйҙәр хаҡында мәғлүмәттәр йыя. Республика, ҡала һәм район кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, йыл да призлы урындар яулайҙар.
“Ватан юлдары буйлап”, “Һуғыш балалары”, “Афғанстан — минең һыҙланыуым!” тигән темаларға яҙылған эштәрен тетрәнмәй уҡыу мөмкин түгел. Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына Дим биҫтәһендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған, шулай уҡ Хәрби дан музейҙарында рефераттарын уҡып, һуғыш ветерандарының йөрәк яралары яңыра, һәм улар балаларҙың сығыштарын күҙҙәре йәшләнеп тыңлай. Баш ҡалабыҙҙың Ветерандар советы рәйесе, Еңеү байрамы үткәндән һуң, ошо уҡытыусының балаларына Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыу ниәтендә мәктәпкә юллана. Әммә саҡ атлап килеп ингән оло йәштәге ветеранды күргән директор, ихлас хөрмәтләп ҡаршы алаһы урынға, тарих уҡытыусыһына: “Байрам үтте бит инде, нимә эшләп һаман бәлтерәп бөткән ҡарттарыңды мәктәпкә һөйрәп йөрөтәһең?” — тип ризаһыҙлығын белдерә. Ә ҙур залға уҡыусыларҙы йыйып, мәктәп данын яҡлаған балаларҙың иҫтәлекле көнөн хәтерҙәрендә ҡалдырырлыҡ итеп үткәрергә мөмкин булыр ине. Тарих уҡытыусыһы мәктәптең буш ҙур залында ветерандың балаларға бүләк тапшырыуын ойоштора, һөйләшеп ултыра, үҙ иҫәбенә ашатып-эсереп, сәскә бүләк итеп оҙата. Бахыр ветерандың шуға ла күңеле була. Ә етәксенең шундай мөнәсәбәтенә уҡытыусының йөрәге әрней.
Мәктәптә тарих музейы ойтошторолоуға ла әллә ҡасан. Уҡытыусы балалар көсө менән бай материал туплаған. Башҡорт кейемдәре, алъяпҡыс, таҫтамалдарҙы күргәс тә, әлеге директор: “Шул иҫке сепрәк-сапрағың менән мәктәпкә бөрсә ташыма тағы”, — тип иҫкәртеү яһарға ла оялмай. Ә уҡытыусы, уларҙы йыуып, үтекләп кенә алып килә.
Бүлмә лә музей өсөн махсус тәғәйенләнмәгән. Шуға йылдар буйы бөртөкләп йыйған ҡәҙерле, ҡиммәтле материалдар юҡҡа сыҡмаһын, китһәм, уларҙың кәрәге ҡалмаясаҡ, тип төрлө музейҙарға, архивтарға тарата башлаған.
Кемгә кәрәк илебеҙ тарихы? Утты-һыуҙы кискән, ошо тарих биттәрен үҙҙәре яҙған ветерандарғамы? Ҡанлы-шанлы үткәндәрҙең тере шаһиттары тауыш-тынһыҙ, ғорур һәм сабыр ғына, ҡайһы саҡ рәнйетелеп тә арабыҙҙан китә бара. Улар менән бергә яҙылмаған тарих та китә. Бөтөн нәмәне ҡырып-емереп һалған терминаторҙар рухында, аяуһыҙ, бәғерһеҙ сит ил йәнһүрәттәре геройҙары өлгөһөндә тәрбиәләнгән бөгөнгө йәштәргә кәрәкме тарих? Кәрәкһә, ниңә һәйкәлдәр емерелә, мәңгелек ут янында шашлыҡ ҡурыла, һыра шешәләре аунай? Ил Президенты тарафынан 2012 йыл Рәсәй тарихы йылы тип иғлан ителде-ителеүен, әммә үткән быуаттың 90-сы йылдарынан алып бик күп рухи ҡиммәттәребеҙ юҡҡа сығып өлгөрҙө. Иң хәүефлеһе: шул осор балаларынан быуынһыҙ быуын үҫеп етте. Тиҙҙән әлеге 90-сы йылдарҙа тыуғандар, үҙҙәре атай-әсәй буласаҡ. Улар сабыйҙарын ниндәй ҡиммәттәр менән тәрбиәләр, нисек үҫтерер? Тарихыбыҙҙы белерме киләсәк йәштәре? Үткәндәрҙең ҡәҙерен баһаларға өйрәтергә һуңға ҡалманыҡмы? Бөтә хикмәт тә, фажиғә лә шунда. Туҡтауһыҙ үҙгәреп торған сәйәсәттә йәмғиәтебеҙҙе алға әйҙәр тарихыбыҙға урын булырмы?
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә