Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бурысыңды түләмәһәң, боғаҙыңдан алырҙар
Башҡорт телендә “бурыс” “бур” һүҙе менән бер тамырҙан, кешенекен ваҡытлыса урлап тороу мәғәнәһен бирәлер, күрәһең. Иҡтисади көрсөк көсәйгән осорҙа был төшөнсә үҙе үк көнүҙәк мәсьәләгә әүерелеп китте. Хәҙер бурысҡа алған кеше түгел, ә биреп тороусы тыныс йоҡлай алмай, ти заман тыуҙырған лаҡап. Тик банк коллекторҙары “йоҡлай алмай” ятырға йыйынмауын асыҡ күрһәтә.

Заман шауҡымылыр инде: кемдән һораһаң да, банктан кредит алған. Барыһы ла етеш тормош теләй. Ал­дынғы илдәрҙә һәр кем кре­дитҡа йәшәй, имеш. Тик был реклама беҙҙә эш хаҡының һәм банк процент­тарының Европалағы кеүек булмауы тураһында ғына бер ни ҙә өндәшмәй. Ә киләсәкте белеп булмай. Һөҙөмтәлә муйындан бурысҡа батҡандар күбәйҙе. Башҡортостанда банктарға түләү ваҡытын уҙғарып ебәргән бурыс бөгөн йән башына 138 мең һумдан ашыу тәшкил итә. Ә бурысын ҡайта­ра алмаусыға бер көн килеп банк коллекторы менән осра­шырға ла насип була.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтайҙа ҡулланыу кредиттары буйынса бурысты ҡайта­рыу өлкәһендә тыуған хәлде анализлау буйынса эш төркөмө төҙөлгәйне, сөнки банк коллек­торҙарының бурыслыны ҡыҫымға алыуына зарланыусылар артты. Күптән түгел Президиум ултырышында был төркөм әҙерләгән мәғлүмәтте тикшерҙеләр.
– Анализ күрһәтеүенсә, ҡул­ланыу кредитын банкка кире ҡайтарыу тәртибе “Ҡул­ланыу кредиты (займы) тураһында”ғы Федераль закондың 15-се статьяһы менән генә билдәләнә. Уға ярашлы, барлыҡҡа килгән бурысты судһыҙ аша ҡайтарыу креди­торҙың ошо коллектор хеҙмәте менән килешеүе аша ғына тормошҡа ашырыла ала, – тине эш төркөмө етәксеһе, Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе Рәмил Хәкимов. – Ғәмәлдә иһә коллекторҙар лицензия­һыҙ эш итә, агентлыҡтары аккредитация үтмәй, уларҙың хеҙмәт үҙенсәлектәре стандартлаштырылмай. Һөҙөм­тәлә бер ниндәй рөхсәтһеҙ ойошторолған коллектор хеҙмәттәре лә күбәйҙе, улар хатта коммуналь бурыстарҙы түләттереүгә лә барып ҡы­ҫыла. Беҙ дәүләт яғынан коллектор хеҙмәтенә ҡарата күҙәтеү юҡ тигән һығымтаға килдек.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев эш төркөмөнөң тик­шеренеү һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәт булыуын һәм коллектор хеҙмәтендә тәртип булдырыу буйынса тәҡдимдәрҙең федераль закон сығарыу органдарына ебәреләсәген бел­дерҙе.



Автор: Р. КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә