Бурысыңды түләмәһәң, боғаҙыңдан алырҙар27.01.2016
Башҡорт телендә “бурыс” “бур” һүҙе менән бер тамырҙан, кешенекен ваҡытлыса урлап тороу мәғәнәһен бирәлер, күрәһең. Иҡтисади көрсөк көсәйгән осорҙа был төшөнсә үҙе үк көнүҙәк мәсьәләгә әүерелеп китте. Хәҙер бурысҡа алған кеше түгел, ә биреп тороусы тыныс йоҡлай алмай, ти заман тыуҙырған лаҡап. Тик банк коллекторҙары “йоҡлай алмай” ятырға йыйынмауын асыҡ күрһәтә.
Заман шауҡымылыр инде: кемдән һораһаң да, банктан кредит алған. Барыһы ла етеш тормош теләй. Алдынғы илдәрҙә һәр кем кредитҡа йәшәй, имеш. Тик был реклама беҙҙә эш хаҡының һәм банк проценттарының Европалағы кеүек булмауы тураһында ғына бер ни ҙә өндәшмәй. Ә киләсәкте белеп булмай. Һөҙөмтәлә муйындан бурысҡа батҡандар күбәйҙе. Башҡортостанда банктарға түләү ваҡытын уҙғарып ебәргән бурыс бөгөн йән башына 138 мең һумдан ашыу тәшкил итә. Ә бурысын ҡайтара алмаусыға бер көн килеп банк коллекторы менән осрашырға ла насип була.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ҡулланыу кредиттары буйынса бурысты ҡайтарыу өлкәһендә тыуған хәлде анализлау буйынса эш төркөмө төҙөлгәйне, сөнки банк коллекторҙарының бурыслыны ҡыҫымға алыуына зарланыусылар артты. Күптән түгел Президиум ултырышында был төркөм әҙерләгән мәғлүмәтте тикшерҙеләр.
– Анализ күрһәтеүенсә, ҡулланыу кредитын банкка кире ҡайтарыу тәртибе “Ҡулланыу кредиты (займы) тураһында”ғы Федераль закондың 15-се статьяһы менән генә билдәләнә. Уға ярашлы, барлыҡҡа килгән бурысты судһыҙ аша ҡайтарыу кредиторҙың ошо коллектор хеҙмәте менән килешеүе аша ғына тормошҡа ашырыла ала, – тине эш төркөмө етәксеһе, Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе Рәмил Хәкимов. – Ғәмәлдә иһә коллекторҙар лицензияһыҙ эш итә, агентлыҡтары аккредитация үтмәй, уларҙың хеҙмәт үҙенсәлектәре стандартлаштырылмай. Һөҙөмтәлә бер ниндәй рөхсәтһеҙ ойошторолған коллектор хеҙмәттәре лә күбәйҙе, улар хатта коммуналь бурыстарҙы түләттереүгә лә барып ҡыҫыла. Беҙ дәүләт яғынан коллектор хеҙмәтенә ҡарата күҙәтеү юҡ тигән һығымтаға килдек.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев эш төркөмөнөң тикшеренеү һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәт булыуын һәм коллектор хеҙмәтендә тәртип булдырыу буйынса тәҡдимдәрҙең федераль закон сығарыу органдарына ебәреләсәген белдерҙе.