Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Баҙарҙарға керһәң… һанап ҡара
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ. Был атаманы ишеткәс үк йөҙөнә ҡәнәғәтһеҙлек сырайы сыҡмаған кеше бармы икән? Ысынлап та, эш хаҡтары, пенсиялар оҙаҡ йылдар “туңдырылып” торһа ла, яңы йыл һайын коммуналь хеҙмәттәргә яңы хаҡтар менән танышабыҙ. Ҡайһы саҡта был өлкәлә бөтөнләй мәғәнәһеҙ осраҡтарға осрап, тәрән уйға ҡалаһың. Буранбай дуҫым әйтмешләй, әллә баш бәләкәй, әллә ваҡиғалар артыҡ ҙур – башҡа һыймай ҙа ҡуя!

Мәҫәлән, былтырҙан бирле бөтә донъяла нефткә хаҡ төшөүен күҙәтәбеҙ. Инде өс тапҡырға кәмене! Баҙар ҡануны нимә ти был осраҡта? Шул-шул, ана, беҙҙә бензинға хаҡ төшөү түгел, киреһенсә, һаман күтәрелә бара әле… Ә бит барлыҡ хеҙмәтлән­дереүселәр һәм тауар һатыусылар хаҡ артыуын тап яғыулыҡтың ҡиммәтләнеүе менән аңлата. Иҫләйһегеҙме, совет осоронда беҙҙә бензинды һыу урынына ла күрмәй инеләр? Хаҡы, тимәк, шундай ғына булған. Беҙҙең илдә ысын баҙар иҡтисады бер ҡасан да булмағанын иҫәпкә алһаҡ, яғыу­лыҡтың артабан да ҡыйбатлана барырына шик юҡ. Сөнки сит илдәргә “ҡара алтын” һатыуҙан алып еткермәгән килемде компаниялар халыҡ кеҫәһенән йыйып аласаҡ.
Таш быуат осоро тәүтормош кешеләренең ташы бөтөү сәбәпле тамамланмаған, тип әйткән бер ғәрәп сәйәсмәне. Шуға нефть дәүере лә Ер йөҙөндәге нефть запастары менән юҡҡа сыҡмаясаҡ, уның икенсе сәбәптәре булыр. Әле, мәҫәлән, Европала автомобил­дәрҙең 35 проценты электрҙа йөрөй. Был күрһәткес йылдан-йыл арта, бар донъя экологик яҡтан хәүефһеҙ, яңыртылып торорлоҡ яғыулыҡҡа күсә, бигерәк тә электр энергияһы өлкәһендә. Бына шуға уҙған быуатта ғына башланып, киң ҡолас алған нефть индустрияһы көрсөккә килеп терәлде. Заманында кәрәсин шәмдәрен электр лампалары алыштырған һымаҡ, бензин моторҙарын да электр двигателе алыштыра.
Ә беҙҙә? Ил буйынса теркәлгән 55, 6 миллион берәмек автотранспорт араһында 16 мең гибрид (бензин + электр) мотор бар. Ә тик электрҙа йөрөүсе еңел машиналар иһә – 65 бөртөк! Ә хәҙер күҙ алдына килтерәйек: был тиклем машина көн һайын күпме яғыулыҡ яндыра (еңел машиналар ғына түгел, алтышар күсәрле, көнөнә меңәр саҡрым юл үткән “фура”ларҙы ла ҡушып) һәм шуны бензиндың уртаса хаҡына ҡабатлап ҡарайыҡ. Өҙлөкһөҙ әйләнештә йөрөгән ошо тиклем аҡсанан кем баш тартһын инде? Әлбиттә, электромобилдәр һаны артмаясаҡ, бының өсөн йөҙҙәрсә сәбәп-һылтау табылып торор.
Быныһы коммуналь хеҙмәттең бер тармағы – транспорт – тураһында булды. “Башҡа һыймаҫлыҡ” осраҡтар бик күп унда, әйтәһе түгел, әммә мин бында йышыраҡ булған күренештәрҙе генә алам. Әйтәйек, “дөйөм йорт ихтыяждары” тигән тариф буйынса беренсе ҡатта йәшәүселәр ҙә лифт өсөн түләүен нисек аңларға? Ә бит был шарт иң юғары закондар менән нығытылған, һәм бер кем дә, бер нисек тә мәғәнәһеҙлеккә ҡаршы тора алмай, тәртипле генә түләп тик бара. Альтернативаны мин ҡаҙаҡтарҙа таптым. Астанала лифт өсөн махсус карта сығарғандар икән. Туғыҙынсы ҡатҡа менгең килһә, керәһең дә, картаны терминалдың “ояһына” терәйһең, бер нисә тәңкәң шунда уҡ лифт хеҙмәтенә күсә лә ҡуя. Ә йәйәү менһәң, аҡсаңды экономиялайһың инде. Күп түгел, ләкин ғәҙел бит!
Һыу менән тәьмин итеү хеҙмәте мине бөтөнләй аптыратты. Әле ҡалала норма буйынса бер кеше көнөнә 300 литр сарыф итергә тейеш икән – 200 литр һалҡын һәм 100 литр эҫе һыу. Крандан өҙлөкһөҙ ағып торғанды бер кемдең дә литрлап үлсәп ҡарағаны юҡ, әлбиттә. Өйөндә счетчигы булған кеше лә уны айына бер ҡарап ала. 300 литрҙың күпмелеген самалар өсөн ауыл йортона күҙ һалайыҡ: көйәнтәләп ташыған кеше бының өсөн нисә тапҡыр һыуға барырға тейеш? 15 тапҡыр. Ә хәҙер әйтеп ҡарағыҙ: ҡайһы ауыл ҡатыны көн һайын ун биш мәртәбә һыуға йөрөй? Норманың ҡайҙан алынғанлығын хәҙер эҙләп табып та булмаҫ. Мәсьәлә икенселә. Әгәр һеҙҙең өйөгөҙҙә һыу счетчигы булмаһа, “Водоканал”дан шундай норма буйынса иҫәп киләсәк. Иң сәйере шунда: һеҙ, дүрт кешелек ғаилә, йәйен баҡсала ҡунып йөрөнөгөҙ, ти. Ләкин шунда йәшәгән алты ай өсөн дә һеҙгә тәртипле генә рәүештә фатир өсөн түләү менән бергә 7200 литр һыу “ҡулланған” өсөн иҫәп киләсәк. Сөнки счетчигығыҙ юҡ бит, ә нормалар күптән нығытылған һәм кире ҡаҡҡыһыҙ. Түләмәйем, тип тиҫкәреләнә башлаһаң, бурысың йыйыла ғына барыр… Бында алдан уҡ йәйен өйөңдә йәшәмәүеңде иҫкәртеү хәстәрен күрергә кәрәк буласаҡ.
Электр энергияһы тирәһендә аңлашылмаусанлыҡтар иң күбелер, моғайын. Ныҡлы хужалыҡтарҙа электр ҡорамалдары һаны өс тиҫтәнән ашып китеүе ихтимал. Уларҙың күпселеге селтәргә даими тоташтырып ҡуйыла һәм бер ҡасан да һүндерелмәй – компьютер, мәҫәлән, һыуытҡыс, кер йыуыу машинаһы, телевизор… Ысын булһа, кемдер иҫәпләп, аптыраған: һыуытҡыстан башҡа, өйөндә селтәргә гел тоташтырыулы торған приборҙар йылына 500 һум “ашай” икән. Был осраҡта шуны иҫтә тоторға кәрәк: һүндерелгән телевизорҙың, хатта телефондың “зарядкаһы” ла, розетканан һурылмаған булһа, үҙен эшлекле хәлдә тотор өсөн күпмелер энергияны алып тора. Шуға ла оҙаҡ ваҡытҡа сығып киткәндә мөмкин тиклем электр приборҙарын селтәрҙән өҙөү хәйерле.
Тағы ла шуны иҫтә тотоғоҙ: счетчигы булмаған йорттарға электр өсөн иҫәп тә норма буйынса һалына, ә ул, ғәҙәттә, тотонол­ғандан ике тапҡырға артығыраҡ үлсәнә, урыҫтар әйтмешләй – “с гаком”. Бында ике юл бар. Тәүгеһе – тиҙ арала электр үлсәгес ҡуйыу. Быны йорт хужаһы үҙе эшләй алмай, электрик саҡыртырға кәрәк. Тоташтырыу өсөн түгел инде, ул, рәсми ойошма вәкиле булараҡ, приборға пломба ҡуйып, уның күрһәткестәрен яҙып алып, йортто иҫәп-хисап контораһында теркәргә тейеш. Оҙаҡ килмәй тороуы ла шуның өсөн – уларға һеҙҙең ҡулланған өсөн теүәл сумманы түләүегеҙ кәрәкмәй, ә оҙағыраҡ ваҡыт ана шул “норма”ла улты­рыуығыҙ мөһим. Прибор ҡуйҙырғандан һуң хужа ай һайын счетчиктың күрһәткестәрен төрлө юлдар менән (үҙе барып, Интернет, СМС аша) хәбәр итеп тора. Ни өсөн ай һайын? Система шулай ҡоролған бит. Әйтәйек, һеҙ апрелдән октябргә тиклем баҡсала йәшәйһегеҙ. Өйөгөҙҙә бар нәмә, хатта һыуытҡыс та һүндерелгән. Был осраҡта, хатта үҙгәрмәгән күрһәткестәр ҙә килмәй торһа, электриктар һеҙгә тәүге алты айҙа иҫәпте һуңғы түләгән күләмгә ҡарап ебәреп торасаҡ. Алты айҙан һуң иһә “ҡулланыу” норма буйынса, йәғни ике тапҡырға арттырып һанала башлай.
Хәҙер счетчикты өй эсенә түгел, ә йорттоң тышына ҡуя башланылар. Быныһы ревизорҙар өсөн уңайлы. Икенсе юлы: әгәр һеҙ счетчик ҡуя алмайһығыҙ икән (мәҫәлән ятаҡта йәшәйһегеҙ), электрҙы экономиялап маташмағыҙ, барыбер норма буйынса түләйәсәкһегеҙ. Был юл өй һалыусы кешеләр өсөн уңайлы. Сөнки төҙөлөштә хәҙер бик күп электр ҡорамалдары ҡулланыла, уларҙың ҡеүәте лә ҙур ғына. Әлбиттә, был осраҡта һеҙгә ғәҙәти социаль норма буйынса ғына түләп барыу отошло буласаҡ.
Электр менән тәьмин итеү системаһы уғата ҡатмарлы, шуға ла бында урлашыуҙар ҙа бик күп була. Әгәр ҙә һеҙ дөйөм йортта йәшәһәгеҙ, быны үҙегеҙгә контролгә алырға тура килер. Юҡһа янығыҙҙа ултырған киосктың, йә беренсе ҡатығыҙҙа урынлашҡан кибеттең шым ғына һеҙҙең өй иҫәбенә йәшәп ятыуы ихтимал.
Әгәр йортоғоҙ алдын төндә яҡтыртып ҡуйырға уйлаһағыҙ, ауыл хакимиәтенә мөрәжәғәт итегеҙ. Сөнки урамдағы фонарҙар – уларҙың эше. Яҡтыртҡыс ҡуйыу өсөн махсус билдәләнгән нормалар бар, ул шул урамда рәсми рәүештә теркәлеп йәшәгән кешеләр һанына бәйле. Юҡһа, хәҙер күп ауылдарҙа йәйен халыҡ бик күп була, ә ҡағыҙ буйынса бер нисә әбей-бабай ғына даими йәшәй. Урамда фонарҙар янмауын хакимиәт йыш ҡына шуға бәйләп аңлата. Әгәр ҙә халыҡ күп йәшәһә, улар, янғын һәм медицина хәүефһеҙлегенән сығып, урамды яҡтыртыу сараһын табырға бурыслы. Һәр хәлдә, адрес буйынса саҡырылған “Тиҙ ярҙам” кәрәкле өйҙө таба алырға тейеш.
Мин бында коммуналь хеҙмәткә ҡағылышлы бер нисә мәсьәләгә генә ҡағылып киттем. Ә улар бихисап, әйтәгүр. Өҫтәүенә, был хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре лә ҡулланыусыларҙан күберәк аҡса алыу өсөн әйләнгән һайын яңы ысулдар уйлап сығарып тора. Тик ҡулланыусыларға ла уларҙан артта ҡалырға ярамай шул. Билдәле булыуынса, бындай мәсьәләләр буйынса судлашҡан ваҡытта судьялар күпселектә ҡулланыусы яғына баҫа. Тимәк, беҙгә йышыраҡ үҙебеҙҙең ниҙәр өсөн шулай күп түләүебеҙ менән ҡыҙыҡһынырға, хатта хоҡуҡтарыбыҙҙы даулап йөрөргә лә тартынмаҫҡа кәрәк.





Автор: Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә