Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йомортҡа алам тиһәң...
Йомортҡа  алам тиһәң... Тауыҡ аҫрауҙың нимәһе бар, йөрөй инде шунда тибенеп, тип әйтер уны тотоп ҡарамағандар. Йомортҡа үҙенән-үҙе һалынмай, тиер был мәшәҡәтле, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы эште еренә еткереп башҡарыусылар.

Ҡош-ҡорттоң аҙыҡты төрләмәүен, иген менән генә лә тора алыуын, әлбиттә, барыһы ла белә. Ләкин был осраҡта һеҙ тейешле йомортҡаны алмаясаҡһығыҙ, сөнки ул үҙе бик күп файҙалы матдәләрҙән тора. Былар иһә бер бойҙай йәки арпала ғына булмай. Ҡайһы төрө игендә бөтөнләй юҡ. Шуға ҡош-ҡорт аҙығына аҡһым, май, углевод, минераль матдәләр, витаминдарға бай ҡушымталар һалынырға тейеш. Ошо осраҡта ғына тауыҡтарығыҙ теремек булыр, йомортҡа һалыр.
Ҡош ите, бигерәк тә йомортҡа аҡһымға бай. Аҡһым үҫемлектәр биргән аҙыҡтарҙан алына. Бигерәк тә малдыҡы баһалап бөткөһөҙ: эремсек, айыртылған һөт, ҡатыҡ... Шулай уҡ балыҡ, ит комбинаттары ҡалдыҡтары ла алыштырғыһыҙ. Ә инде үҫемлектән алынған аҡһымдарҙан көнбағыш майы һыҡты­рыл­ғандан һуң ҡалғандары файҙалы. Әйткәндәй, һуңғыһын табыу хәҙер артыҡ ҙур мәсьәлә түгел. Тауыҡтарҙы күпләп аҫрарға, унан табыш алырға теләһәгеҙ, яҡын-тирәләге көнбағыш майы һыҡтырыу заводына “жмых” тип шылтыратыуығыҙ була, килтереп үк бирәсәктәр. Әлбиттә, 10–15 тауыҡ өсөн былай бөтөрөлөргә кәрәкмәй. Һирәкләп булһа ла иген, картуфҡа ҡушып бутау өсөн махсус ҡатнаш аҙыҡ, ҡушымталар һатыла.
Майҙар ҡош организмында, йомортҡала йылылыҡты һаҡлау өсөн мөһим. Иттең тәме, себештәрҙең үҫеше, тауыҡтарҙың йомортҡа һалыуы ла уға бәйле. Аҙыҡтарҙан кукуруз менән һолола май күп. Шуға ла уларҙы һалҡын көндәрҙә күберәк бирергә кәрәк. Ит, май ҡалдыҡтарын, ашлы һыу һымаҡ ризыҡтарҙы ла өҙөргә ярамай.
Углеводтар (шәкәр, крахмал) организмда эске ағзаларҙың эшмәкәрлегенә ярҙам итә. Энергия сығанағы ла булып тора. “Крахмал” тигәс, шунда уҡ күҙ алдына картуф киләлер. Эйе, унан башҡа кишер, ҡабаҡ, сөгөлдөр һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы ла атап үтергә кәрәк.
Минераль матдәләр аҙыҡта айырым һәм кәрәкле урын алып тора. Улар тейешенсә булмаһа, ҡоштар тиҙ ауырый, йомортҡа һалыуы кәмей. Әгәр тауыҡтар иркендә йөрөһә, үҙҙәре тибенеп кәрәклеһен таба, төрлө үлән ашай. Ә бына ситлектә йәки кәртәләп алынған урында торһалар, мотлаҡ кальций, фосфор, натрий һымаҡ элементтарҙы тәшкил иткән ризыҡ бирергә кәрәк. Мәҫәлән, кальций ҡош һөйәгенең үҫешенә булышлыҡ итә, йомортҡа ҡабығы ла башлыса унан тора. Ҡабырсаҡ, йомортҡа ҡабығы, ағас көлө, аҡбур һымаҡ ҡушылмалар өҫтәү мөһим.
Фосфор ҙа һөйәктең үҫешенә файҙалы. Бынан тыш, башҡа микроэлементтарҙы үҙләштереүгә лә булышлыҡ итә. Ул һөйәк ононда күберәк була. Бындай ондо табыу ауырға төшә икән, махсус магазиндарҙан монокальцийфосфат, динальсифосфат, трикальций фосфат һымаҡ элементтарҙы алырға мөмкин.
Натрий (Na) ҡоштарҙа матдәләр үҙләште­релеүенә булышлыҡ итә. Ул аш тоҙонда күп. Ләкин тоҙҙо артыҡ бирергә ярамай: аҙыҡҡа тик ҡош иҫәбенә берәр генә грамм ҡушырға кәрәк. Юғиһә, тауыҡтарҙың ағыуланыуы, эсе китеүе бар.
(Дауамы киләһе сығарылышта).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә