Педагогия фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы профессоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Ушинский исемендәге миҙал кавалеры, профессор Рафаэль Аҙнағолов башҡорт диалектологияһы, хәҙерге лексикологияның актуаль проблемалары, башҡорт халҡының этнолингвистик тарихынан йөкмәткеле лекциялар уҡыны, студенттарҙың диплом эштәренә етәкселек итте. 15 монография һәм методик китаптар авторы, ете һүҙлек әҙерләп нәшерләне, унан тыш урта һәм юғары уҡыу йорттары уҡыусылары, студенттар өсөн 11 программа төҙөнө.Уҡыусылар уның “Родной Башкортостан”, “Тыуған Башҡортостан” исемле дәреслектәрен яҡшы белә. Бөтәһе 500-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт һәм мәҡәлә авторы Рафаэль Ғәйнетдин улы Аҙнағоловтың беҙҙең аранан китеүенә ошо көндәрҙә бер йыл тулды. Ҡыштың салт аяҙ көнө, һыуыҡ ине ул гүр эйәһе булған көн. Уның кәүҙәһе өҫтөнә өйөлгән ҡара-һоро тупраҡҡа ҡарап: “Бына, Рафаэль ағай, батыр күлеңде таптың, ул Өфө ҡалаһы ерлегендә булған икән”, – тип уйлағаным хәтеремдә, сөнки остаз үҙе хаҡында төшөрөлгән телефильмда: “Мин тыуып үҫкән ауыл юҡ инде. Минең барыр ерем, батыр күлем юҡ”, – тигәйне. Арыу белмәҫ арғымаҡтай туған мәғарифына, туған әҙәбиәтенә, тимәк, туған халҡына йән аямай, ал-ял белмәй хеҙмәт иткән уҙамандың ҡапыл ғына гүр эйәһе булыуы тетрәндерҙе, үлем үкенесһеҙ булмай тигән хәҡиҡәттең асылын бөтә аяныслығында күҙ алдына баҫтырҙы.
Эйе, үкенесле. Уның хеҙмәттәре, әҙәбиәт буйынса яҙылған бихисап тәнҡит мәҡәләләре менән хәбәрҙар, ғаиләһе, ҡатыны Фатима ханым менән студент саҡтан таныш булһам да, Рафаэль ағайҙың үҙ шәхсиәте хаҡында белеүем үтә лә самалы булған икән – бына әле, уның баҡыйлыҡҡа китеүенә йыл тулыу айҡанлы мәҡәлә яҙыр алдынан шуны уйлап әсенеп ултырам. Хәҙер бына Рафаэль ағайҙың мәҡәләләре ыҙанына һирәк-һаяҡ сәселеп ҡалған хәтер ҡуҙҙарын бармаҡтарымды бешерә-өтә усыма йыям. Был һаран ғына табыштарҙан (уның шиғырҙарын табып булманы) Рафаэль Аҙнағоловтың, башҡорт зыялылары күгендә яҡты йондоҙ булып янған замандашыбыҙҙың, портретын теҙәм…
“Әсәйемдең һөйләгәне”…Рафаэль Ғәйнетдин улы Аҙнағолов 1941 йылда Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Үрге Үтәғол ауылында колхозсы ғаиләһендә донъяға килә. Ғаиләлә дүртенсе булған балаға атаһы Ғәйнетдин ҡыуанып бөтә алмай: ир бала – атайға терәк. Һәр ир кеше улында үҙенең дауамын күрә. Ғәйнетдин – ауыл уҡытыусыһы, ҡурайсы. Әсәһе Нәбирә шулай уҡ мәктәптә эшләй. Йыйыштырыусы. Ул саҡта, өй түре йәш бала тауышынан ҡотланып нурланғанда, тәпәй баҫыу түгел, үҙаллы ултырырға ла өлгөрмәгән был сабый тиҙҙән атаһы менән хушлашыр тигән уй кемдең башына килһен? Әммә ил өҫтөнә ябырылған ҡара болот – фашизм – 1941 йылда тыуғандар өсөн оло фажиғәгә әүерелә: атайҙарының йөҙөн хәтерләп ҡалырға ла өлгөрмәгән сабыйҙар әсәйҙәренең арыҡ ҡулдарына ҡарап тороп ҡала. Ҡурайын тартып, хушлашырға килгән ауылдаштарына йөҙө, юлға арты менән боролған килеш китә Ғәйнетдин. Ауылдаштарының да, һөйөклө ҡатыны Нәбирәнең дә, иҫ инергә өлгөргән башҡа балаларының да хәтерендә ул шулай ҡала.
Рафаэль Аҙнағоловтың һуғыш йылдарына тура килгән бала сағы хаҡындағы хәтирәләрен мин уның яугир-яҙыусы Рамаҙан Ҡотошовтың “Ғорур Торатау өнһөҙ ине” (“Ватандаш”, 2011, 2-се һан) повесына ҡарата яҙылған рецензияһында осраттым. “…Һуғыш тамамланған йылда мин дүртем тулып, бишкә ҡарағайным инде. Яуҙа еңеүселәр булып ҡайтып та (Рафаэль ағайҙың атаһы Ғәйнетдин уҙаман Ленинград блокадаһында вафат була), ҡайһы берәүҙәрҙең тән яраларынан, икенселәренең йән ғазабынан, аслыҡ афәтенән яҡты донъянан китеп барғанын төштәге һымаҡ ҡына хәтерләйем. Йән ғазабы тигәндәй, быға аңлатма биреп китеү кәрәктер. Һуғыш утына барып ингән яугирҙәрҙең өйөндә лә йәшәү өсөн, нисек тә булһа йән аҫрау өсөн аяуһыҙ көрәш барҙы. Тылдағы көрәш фронттағыһынан дәһшәтлерәк булмаһа, һис тә ҡайтыш түгел ине. Әсәйемдең һөйләгәне әле булһа мине тетрәндерә. Бер фронтовик ҡатынын кеҫәһенә ике йөҙ грамм арыш йәшереп алып ҡайтҡан өсөн ун ике йылға төрмәгә тыҡҡандар, алты балаһын балалар йортона алып киткәндәр. Теге яугир ағай һуғыштан ғәрипләнеп ҡайтҡас: “Мин кем өсөн һуғыштым һуң?” – тип ер тырнап илаған…
Дүрт бала менән тол ҡалған Нәбирә апайҙың, уның балаларының, шул иҫәптән Рафаэль ағайҙың ни кисереп, нисек йән аҫрап йәшәүҙәрен тоҫмаллау ҡыйын түгел. Мәктәпте йылытыр өсөн көрт кисеп, утын ташып бөйөрҙәренә һалҡын тейҙереп, ауырыуға һабышҡан Нәбирә апайҙың яҙмышы – шуның асыҡ дәлиле. Рафаэль Аҙнағоловтың бала сағы ла – һуғыш арҡаһында бала саҡтан мәхрүм ителгәндәрҙең типик яҙмышы.
Ә бына буласаҡ фән докторының, тынғыһыҙ эҙләнеүсенең, айбарлы әҙәбиәт белгесенең үҫмер йылдары нисек, ниндәй шарттарҙа үткән? Буласаҡ ғалим уның күңелендә ҡасан “тауыш биргән”? Филология фәндәре кандидаты Фәнзил Санъяровтың Рафаэль Аҙнағолов тураһындағы “Аҫыл ғүмерҙең дүрт миҙгеле” (“Ватандаш”, 2011, 2-се һан) мәҡәләһенә күҙ һалайыҡ: “Был донъяла тик үҙеңә ышаныуҙы, таяныуҙы тормош һабаҡтары иртә һеңдерә Рафаэлгә, юғалып ҡалмаҫҡа, сетерекле хәлдәрҙән үҙеңә сыға белергә өйрәнә ул. Булмышында үҙһүҙлелек, принципиаллек тә иртә һиҙҙертә. Әлеге Сурай урта мәктәбе (Үрге Үтәғолда башланғыс белемде алғас, Сурайға йөрөп уҡый. – Авт.) тарихынан. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Шәйхи Ғөбәйҙуллин дәрестә уҡыусылар менән шиғыр тикшерә. Яуаптарын бирә тора. Анализ тамам. Шул саҡ Рафаэль ҡул күтәрә.
– Өҫтәп һөйләргә теләйем!
– Нимәһен өҫтәмәксеһең? Дәреслектә ни яҙылған, шуны һөйләнеләр бит инде.
– Шиғырға анализ булманы, – тип хәбәр һалмаһынмы Рафаэль.
– Һе, һин мин белмәгәнде беләһең, һинән йә шағир, йә ғалим сығыр ул, – ти уҡытыусы, ҡыҙара төшөп.
Әйткәндәй, үҫмер Рафаэлдең мәктәп йылдарындағы “шағир” ҡушаматын уның башҡа яҙмаларында осратырға мөмкин. Әммә… һәр ваҡыттағыса. Бәндә теләй, Хоҙай бойора: урта мәктәпте тамамлағас, ул Ырымбур ауыл хужалығы институтына юллана. Ҡыштарын – колхоз баҫыуҙары өсөн көл, тауыҡ тиҙәге йыйыуҙан, йәй утау кеүек эштәрҙән бушамаған, бәхетте ауыҙ тултырып икмәк ашау сифатында күргән, аслы-туҡлы йәшәүҙән ысҡынырға теләгән ауыл балаһын был осраҡта аңлау ҡыйын түгел дә! Күңеленән шиғыр эркелеп түгелергә торған, халҡы теленә, уның йыр-моңона иғтибарлы, атаһынан күскән ҡурайсылыҡ һәләтенә эйә Рафаэлдең күңеленә ауыл хужалығы институты стеналары тар һымаҡ та. Хыялға йүгән кейҙереп буламы ни? Хыял анау дала ҡыртышын ҡырҡа баҫып елгән аҫау кеүек бит! Рафаэлгә бер аҙ ил гиҙеү, һауа алмаштырыу кәрәктер ул… Эре ҡанат ярған ҡошсоҡ ояһында ятырмы? Ул армия сафына, хеҙмәткә алына. Һау бул, Сурай, хуш, Үтәғол!
Армияла Рафаэль Аҙнағолов Һамар хәрби гарнизонында хеҙмәт итә. Йәшләй нужа ҡамыты елкәһен сейләндергәнгәлер ҙә, егет етди, уйсан. Күп һөйләмәй, әммә тырыш. Һалдат тормошонан мәҡәләләр яҙа. Бындай эшсәнлек етәкселек иғтибарынан ситтә ҡалмай: уны хәрби академияға тәҡдим итәләр. Һуғыш йылдарында миктәгән әсә был мәл түшәктә ятҡан була. Рафаэлдән әсәһенә хәрби академияға китергә фатихаһын һорап яҙған хаты килә. Яуап: “Һин – төпсөк бала. Ситтә йөрөргә тейеш түгелһең. Ҡайт, донъя көт”. Яҙмыштан уҙмыш юҡ тип, Рафаэль, хеҙмәте бөткәс, ауылына ҡайта. Әммә… Теге уның яҙмышында хәл иткес ролде уйнаған хаттағы һүҙҙәр Рафаэлдең әсәһенеке түгел, бәлки, еңгәһенеке булып сыға…
Бәхет тәтемәҫ ине лә, бәхетһеҙлек ярҙам итте тигәндәй, Рафаэль һалдат кейемен дә сисеп өлгөрмәҫтән (ә, бәлки, башҡаһы булмағанлыҡтан) Өфөгә, башҡорттоң төп йортона, юллана.
Урта мәктәптә барлыҡ фәндәрҙе тик башҡорт телендә өйрәнгән егеткә бында ла уңыш ҡолас йәйеп көтөп тормай. Ауыл хужалығы институтына ингәндә уға химиянан формулаларҙы белеү, мәсьәлә сисеү күнекмәләре ярҙам иткәйне лә, бында ул юҡ. Бында урыҫ телендә грамоталы һөйләү, яҙыу кәрәк. Инде бөлдөм тигәндә, донъя изге кешеләрһеҙ булмай, филология факультетының деканы Давид Семенович Гутман ярҙамға килә: уның яҙма эшендәге хаталарын “бер үк характерҙағы хаталар”ға һанап, билдәне ыңғай ҡуя. Рафаэль Аҙнағоловтың, шағир әйтмешләй, “бик бейек һәм бик текә” фәндәр тауына үрләүе бына ошолай башлана.
“Фәндең үренә
тик ҡыйыуҙар,
тырыштар ғына етә”Рафаэль Аҙнағоловтың шәхсиәте хаҡында аҙ белеүем уның аҙ һүҙле, йомоғораҡ кеше булыуынан да килгәндер. Үҙе хаҡында һөйләп барманы. “Ватандаш”ҡа мәҡәләләрен килтерә, күрһәң, күреп ҡалаһың, абайламаһаң – юҡ. Әле бына ошо мәҡәләне яҙыу барышында уның яҙғандарын уҡып-байҡап ултырғанда шундай юлдарға юлыҡтым: “Бәғзе берәүҙәр һымаҡ кеше күҙенә салынып бармайым шул. Иң ҙур етешһеҙлегем дә, кәмселегем дә ана шундалыр инде, күрәһең”. Эй-й, баҡһаң ул да үҙенең баҫалҡылығынан ыҙа сиккән икән! Тимәк, тормошта нимәгәлер өлгәшкән икән, улар барыһы ла үҙенең тырышлығы, эшсәнлеге, маҡсатты ҡуя һәм эҙмә-эҙлекле уға өлгәшеүе арҡаһында килеп сыҡҡан. Кешенең аты үткәнсе, үҙемдең тайым үтһен, тип әрһеҙләнеп, күҙһеҙләнеп йөрөмәгән ул бер ҡасан да. Әммә уның ғүмеренең һәр мәле – үҙе бер ваҡиға, үлсәмдәре һәлмәк, сәйләмдәре – баҙыҡ. Академик Марат Зәйнуллиндың үҙенең элекке шәкерте, һуңынан коллегаһы Рафаэль Ғәйнетдин улы хаҡында әйткән шундай һүҙҙәре бар: “Р. Аҙнағоловтың ғүмер ыҙандары минең күҙ алдымда үтте. Студент сағынан уҡ тырыш, егәрле булды. Уны һәр ваҡыт өлгө итеп йөрөттөк”. Шулай инде: булыр бала – биләүҙән.
Мәшһүр ғалимыбыҙ Жәлил Кейекбаевтан кемдәр генә һабаҡ алмаған да, кемдәр генә уның лекцияһын тыңламаған. Рафаэль-студент уның лекцияларының бер һүҙенә хилаф итмәй яҙып ултырған һәм өҫтәүенә ошо лекцияларҙы аҙаҡ, йылдар үткәс, бер ул ғына китап итеп сығарған! Бөйөктәрҙең бөйөклөгөн белер өсөн дә бит ниндәй йөрәк, ниндәй зиһен кәрәк! Ә бит Жәлил Кейекбаев студентының тырышлығын, әүҙемлеген күрһә лә, артыҡ хушкүңеллеләнеп тә бармаған. Зачеткаһында “дүртле” күреп:
– Жәлил ағай, барыһын да дөрөҫ һөйләнем, күсермәнем. Ниңә миңә “дүртле”? – тип аптыраған Рафаэлгә остазы: “Бишле”не һиңә, мырҙам, ваҡыт үҙе ҡуясаҡ!” – тип яуаплай.
Ә “ваҡыт ғәли йәнәптәре”, билдәле, тырыштар өсөн тырыша, һыуҙы улар тирмәненә ҡоя. Р. Аҙнағолов 1970–1972 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институты аспиранты була. Профессор Ә. Юлдашев етәкселегендә “Ырымбур башҡорттарының тел үҙенсәлектәре” темаһына яҙылған кандидатлыҡ диссертацияһын ваҡытынан алда уңышлы яҡлай. Һәм, әлбиттә, Рафаэль Аҙнағоловтың был хеҙмәте китаптан китапҡа күсерелгән, иләктекен силәккә бушатылған хеҙмәт түгел. Уның өҫтөндә эшләгәндә йәш ғалим, Ырымбур өлкәһендәге барса башҡорт ауылдарын йөрөп сығып, бик күп диалектологик мәғлүмәт туплай. Профессорҙар Н. Ишбулатов, Н. Мәҡсүтовалар уны бик юғары баһалай.
Ғалим 1972–1978 йылдарҙа БФАН-дың Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәр вазифаһын башҡара. 1978–2003 йылдарҙа РСФСР Мәғариф министрлығы Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалында ғилми-секретарь, өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. Был йылдарҙа (ә ваҡыт арауығы бәләкәй түгел) ғалим башкөллө башҡорт милли мәғарифына, мәктәптәребеҙҙә туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыу методикаһы мәсьәләләрен хәл итеү эшенә сума. Ошо рәүешле Р. Аҙнағолов педагог-методист булып формалаша, бихисап ғилми-методик хеҙмәт яҙа. Әлбиттә, беҙҙә телселәргә, әҙәбиәтселәргә ҡытлыҡ юҡ, ә бына шул телде, әҙәбиәтте мәктәптә, бигерәк тә юғары уҡыу йорттарында уҡытыу проблемалары менән шөғөлләнгән белгестәр юҡ дәрәжәһендә. Быны, мәҫәлән, мин студент саҡта уҡ төшөнгәйнем. Әгәр ҙә ки уҡытыу буйынса практиканы Өфөләге 1-се башҡорт республика мәктәп-интернатында үтмәһәк, мәшһүр уҡытыусы Сажиҙә Зайлалованың һабаҡтарын алмаһаҡ, дәрестәребеҙгә уның анализ яһауын күрмәһәк, мәктәпкә барғас, ни эшләр инек икән?!
Педагогия фәндәре докторы, филология фәндәре кандидаты, профессор Р. Аҙнағолов ошондай һирәк осрар ғалимдарыбыҙҙың береһе була. Шуға ла уның 2003 йылда яҡлаған “Башҡорт мәктәптәрендә туған тел методикаһының лингводидактик нигеҙҙәре” тип аталған докторлыҡ диссертацияһы – баһалап бөткөһөҙ бәҫле хеҙмәт. Мәскәү профессоры, педагогия фәндәре докторы Н. Хәсәновтың: “Р. Аҙнағоловтың докторлыҡ диссертацияһы – хәҙерге педагогика, лингводидактика өлкәһендәге оло ҡаҙаныш ул” тигән һүҙҙәре лә үрҙә әйтелгәндәрҙе хуплағандай. Һәр хәлдә, арҙаҡлы ғалимыбыҙ Жәлил Кейекбаевтың үҙ шәкертенә ҡасандыр “бишле”не һиңә ваҡыт ҡуйыр” тигән юрамы юш килә: башҡорт фән донъяһында Рафаэль Ғәйнетдин улы Аҙнағолов тигән олпат, тос ғилми багажлы, кәрәк саҡта халҡы өсөн ҡалҡан булып ҡалҡырҙай ғалим үҫеп сыға.
“Тәнҡит – ул әҙәбиәтте үҫтереү”“Кеше ғүмере – аҡҡан һыу. Шул ағышта һин үҙ булмышыңды, асылыңды күрһәтә алдыңмы, халҡым тип яндыңмы, хеҙмәтеңә һалған көс-ғәйрәтеңдән, аҡыл-зиһенеңдән сатҡылар тамдымы? Ҡылған изгелектәрең, башҡарған эштәрең тормош ыҙаныңды биҙәйме? Бына ошо һорауҙар кеше ғүмеренә баһа биреүсе төп алымдарҙың береһелер”, – тип яҙғайны Рафаэль Аҙнағолов “Сәйләндәрем төҫлө-төҫлө” тигән әҙәби тәнҡит мәҡәләләренән торған йыйынтығында.
Фән докторы, профессор. Тиҫтәләрсә ғилми китап, йөҙҙәрсә мәҡәлә авторы, инде тынысланып, бер юҫыҡта – фән юлында – һәүетемсә эшләп йөрөһә лә, “афарин”дан башҡа бер ни әйтеп булмаҫ ине. Уйлап ҡараһаң, ғаиләле, бынамын тигән ике ул үҫтергән. Ҡатыны – ғалимә Фатима ханым менән милли мәктәптәр институтында эшләгән саҡтарында танышып, өйләнешеп, икеһе бер төптән егелеп, татыу, ҡараштар берлегенән килгән йөкмәткеле ғаилә төҙөгәндәр. Кем белә, ул институт ябылмаһа, Рафаэль ағайҙы баҡыйлыҡҡа оҙатҡансы ла улар шунда иңгә-иң терәшеп, сөкөрләшеп-серләшеп эшләп йөрөгән булыр ине...
Эйе, үрҙә әйткәнемсә, ғалим Рафаэль ағайҙың ғилми эштәре генә лә бер ғүмер өсөн башынан ашҡан, ә ике ғүмер йәшәү әлегә бер кемгә лә насип түгел. Уның әҙәби тәнҡит менән әүҙем шөғөлләнеүе хаҡында минең ул үҙе иҫән саҡта ла уйланғаным булды. Әүҙем шөғөлләнмәһә, бер түгел, ике әҙәби тәнҡит мәҡәләһенән торған йыйынтыҡтар (“Сәйләндәрем төҫлө-төҫлө”, Өфө, 2007; “Йәйғор төҫтәре”, Өфө, 2011) сығара алыр инеме? Унан тыш, “Өйөрмәле йылдар ауазы” (2005 йыл, Таңсулпан Ғарипова ижадына арналған монографик хеҙмәт), “Ринат Камал” (ижады һәм тормош юлы, 2010 йыл) кеүек китаптарын үҙ аҡсаһына нәшер итеүе лә уның әҙәби тәнҡит өҫтөндә әүҙем эшләүенә ишаралыр. Мәҫәлән, “Йәйғор төҫтәре” китабында (25 табаҡҡа яҡын) 40 яҙыусы һәм шағирҙың ижадына йә булмаһа теге йәки был әҫәренә байҡау яһалған. Был баҫма 2010 йылда “Китап” нәшриәтендә 1500 данала донъя күргән. Унан һуңғы дүрт йылда ла әллә күпме рецензияһы баҫылды бит! Уның ябайлығына, ихласлығына, баҫалҡы тәбиғәтенә бер аптыраһаң, һәр яңы әҫәргә ҡарата фекерҙе эҫе мәлендә әйтә алыуына тағы бер ғәжәпләнеп ҡуйған саҡтар ҙа аҙ булманы. Бына, мәҫәлән, “Ватандаш” журналында минең “Урал менән Шүлгән” исемле мюзиклым баҫылды, ә киләһе һанында Рафаэль ағайҙың ошо әҫәргә ҡарата ихлас һөйөнөү менән яҙылған рецензияһы донъя күрҙе. Әлбиттә, яҙыусы яҙа, тәнҡитсе хуплай, тип, бер кем дә ул әҫәрҙе сәхнәләштерергә ашҡынып торманы һәм әле лә тормай, мәгәр эш унда түгел: Рафаэль ағай, халҡының патриоты булараҡ, бындай осраҡтарҙа күңелендәге һөйөнөсөн йәшерә алмағандыр. Һәм, ғөмүмән, уның ҡәләме ҡайһы яҙыусының ниндәй әҫәренә уҡталмаһын, бында Аҙнағолов асылының ана шул һөйөнөстө эсенә бикләп тота алмай, киң ҡатлам уҡыусылары менән уртаҡлашырға, нисек тә тиҙерәк бергә-бергә һөйөнөргә теләү тойғоһо яталыр.
Унан һуң Рафаэль Аҙнағолов әҙәби ижад менән үҙе лә бик иртә шөғөлләнә башлай булһа кәрәк. Һәр хәлдә, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназия-интернатҡа уҡыусылар менән осрашыуға барғанда ул үҙенең шиғырҙарын уҡыны. Ҡурайҙа уйнаны. “Бер кешегә күпме һәләт бирелгән!” – тип уйлап ултырғаным хәтеремдә. Ни өсөн шиғриәт менән шөғөлләнмәне икән, туҡтап ҡалыуының сәбәбе ниҙә, тип уйлаһам да, һорарға уңайһыҙландым.
Әле бына ошо мәҡәләне яҙғанда уның яҙыусы Әмир Әминев ижады хаҡындағы “Ҡояшты уятыусы әҙип” тигән яҙмаһында ошондай юлдарға тап булдым: “Әмир тигәндән хәтерем асылып китте. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләгәндә, Әнүр ағай Вахитов менән шундай һөйләшеү булғайны:
– Әмир мырҙа Мәскәүгә уҡырға китергә йыйына. Хикәйәләрен ҡараштырам.
– Күңелен һүрелтеп ҡуйма, – тип әйтә һалдым ниңәлер. Үҙемдең елкәлә татығанғалыр инде.
– Ниңә улай тиһең?
– Һин бит тәнҡитсе, – тинем.
– Аңлайым һинең хәлеңде, күңелеңде төшөрмә. Тәнҡит ул – әҙипте үҫтереү, уның ижадына халыҡ исеменән баһа биреү. Ана шуны төшөнмәй бит ҡайһы бер тәнҡитсе бәндәләр”.
Өҙөктән күренеүенсә, Рафаэль ағайҙың әле яңы ғына ыуыҙ япраҡ яра башлаған ижадына кемдер ҡаты ҡырау тынын өргән – ҡыяҡтар япраҡҡа әйләнә алмай шиңгән. Күңел – быяла шул, һаҡһыҙ ҡағылһаң, ыуала. Баштан үткән хәл, кешенән ул нисек була, тип һорарға түгел. Йәл, әлбиттә. Халыҡ моңдарын нескә бөгөлдәренә еткереп ҡурайҙа башҡарыу ҡөҙрәтенә эйә Аҙнағоловтың шиғриәте лә ул нескәлектән, ул халыҡсан аһәңдән мәхрүм булмағандыр, шәй. Шуға ла әйтмәксемен: тәнҡитсе Рафаэль Аҙнағоловтың ижады яҙыусының әҫәрҙәренең эске моңон, аһәңен тотоп ала белеү һәләте менән айырылып торҙо. Уның анализын башҡа һис кемдеке менән дә бутау мөмкин түгел! Улар бары тик уныңса, Рафаэлсә. Бары тик юғары күңел генә яҙыусы башынан түгел, әҫәр юғарылығынан фекер йөрөтөүгә һәләтле. Әйтелгәндәргә ҡеүәт итеп, Рафаэль Аҙнағоловтың “Йәштәр йәшнәр мәл” (“Башҡортостан”, 2007 йыл, 4 март, № 43) мәҡәләһендәге һүҙҙәрҙе килтерергә булалыр: “Һүҙем шул: шиғриәт, йыр-моң, образлы һүҙ, күркәм телмәр, тапҡыр һүҙ, ҡанатлы һүҙ сәнғәте. Моңдо һөйләп, хикәйәләп аңлатып булмай. Проза әҫәрҙәрендә поэтика хупланһа ла, шиғриәттә прозаизмға юл ҡуйырға ярамай”. Быларға өҫтәп ни ҙә булһа әйтеү ҡыйын: бына ул ниндәй критерийҙарға таянып яҙған тәнҡит мәҡәләләрен!
Ғалим, университет профессоры, әҙәби тәнҡитсе, педагог Рафаэль Аҙнағолов тураһында әллә күпме уйланһаң да, табаҡ-табаҡ китап яҙһаң да, һөйләп бөтөрлөк түгел. Уның хаҡында күберәк белгән кеше, тәғәйен, күберәк тә яҙа алыр, миңә мәғлүм булмаған холоҡ-фиғел һыҙаттарын тасуирлар, уҡыусыға уның ижади портретын тулыраҡ та аса алыр ине. Иншаллаһ: был шулай булыр ҙа. Бәндә ғүмере ваҡыт арауығы менән сикләнһә лә, үҙенән ун ғүмергә етерлек хеҙмәт емештәре ҡалдырып, илем, телем, халҡым тип йәшәй-йәшәй янғандар өсөн бындай сик юҡ. Ундайҙар ваҡыт хөкөмөнән уҙған була, сөнки улар халҡы йөрәгенә ерләнә, ә халыҡ, Йыһандың үҙе кеүек үк, мәңгелек. Килер бер көн, Рафаэль Аҙнағолов исеме үҙе иңләгән-буйлаған, “халҡының сәскә күңеленән бал ҡортолай бал” – ауыҙ-тел ижады йыйған ауыл йә ҡалаларҙа уның исемен йөрөткән урам да, мәктәп тә булыр. Рафаэль Аҙнағолов шәхесе хаҡындағы уйҙар ирекһеҙҙән Ғәлимов Сәләмдең:
Ун ғүмергә бөтмәҫ йәшәү дәрте
Йөрөтәм мин йөрәк түрендә,–
тигән шиғыр юлдарын иҫкә төшөрә. Бушҡа түгел: халҡыбыҙҙың арҙаҡлы зыялыһы Рафаэль Ғәйнетдин улы Аҙнағолов башҡарған эштәр ошолай уйларға мәжбүр итә.