Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Автобаҙар антирекорд ҡуя
Автобаҙар антирекорд ҡуя Былтыр Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Башҡортостан автомобилдәрҙең һатылмауы буйынса рекорд ҡуйған. Шулай ҙа дилерҙар “тимер ат”ҡа ихтыяждың һаҡланыуына өмөт итә.

“Автостат” аналитика агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, яңы машиналар менән һатыу итеү беҙҙә 48,1 процентҡа кәмегән. Был – автомобиль баҙарындағы минимумдың һуңғы йылдарҙағы рекорды. Рәсәйҙә, Европа бизнесы ассоциацияһының баһалауынса, кәмеү уртаса 36 процент тәшкил итә. Төбәктә был йәһәттән күрһәткес (15%) 2014 йылда уҡ дөйөм илдекенән (8%) алда бара ине, әммә бының сәбәбе 2013 йылда республикала еңел машиналарға ихтыяждың артыуына бәйле. Ул ваҡытта, Рәсәй баҙарының һүлпәнәйеүенә ҡарамаҫтан, Башҡортостан дилерҙарының һатыу күләме 16,6 процентҡа күтәрелгән булған. Сауҙа күрһәткесенең кәмеүе йәнә Мордовияла (46,8%) һәм Түбәнге Новгород өлкәһендә (46,7%) күҙәтелгән.
Һумдың осһоҙланыуы һәм халыҡтың килеме аҙайыу сәбәпле, сит ил машиналарына ихтыяж кәмей. Бигерәк тә “Chevrolet” (63,8%), “Skoda” (60,8 %), “Nissan” (59,4%) автомобилдәрен һатыу ауырлаша. Шулай ҙа үҫеш йүнәлешендәге маркалар ҙа бар. Мәҫәлән, “Porshe” (2014 йылға ҡарата 10,3 процентҡа артҡан), “Lexus” (2014 йылға ҡарата 10 процентлыҡ үҫеш).
Ҡулдан һатылған машиналар менән дә ҡатмарлыҡ­тар тыуған икән. Тик өр-яңылары менән сағыштырғанда хәл яҡшыраҡ.
“АвтоПремьер-М” компанияһы директоры Илдар Ҡарасурин билдәләүенсә, долларҙың курсы тотороҡ­ланмайынса тороп, хаҡтар буйынса нимәлер күҙаллауы ауыр. Әлегә, уның һүҙҙәренсә, сауҙа күләме насар түгел, сөнки былтырғы хаҡтар һаҡланып килә. “Лексус ленд”тың етәксеһе Александр Климов иһә: “Үткән йылдағы кеүек уңыш быйыл булмаясаҡ, сөнки халыҡ хаҡ артыуынан хәүефләнә”, – ти.
“Баҙарҙа кире күренештәр дауам итәсәк, сөнки үҫешерлек шарттар юҡ”, – ти “Автостат”тың генераль директоры Сергей Целиков. Эксперт билдәләүенсә, машиналарға хаҡты күтәрмәй һаҡлап ҡалғандар ғына уңышҡа өлгәшәсәк. “Әле “Hyundai”, “Kia”, “Toyota”, “Lada” машиналарын һатыу отошло, премиум-кластан иһә – “Mersedes”, “BMW”, “Audi”. Көрсөктөң кире эҙемтәләре айырыуса уртаса хаҡтағы автомобилдәргә ҡағыла. Ҡытай һәм Америка тауарына ихтыяж кәмейәсәк, уларҙың хаҡын ауыҙлыҡлап булмаясаҡ”, – тип тә өҫтәй ул.


Автор: Денис ҒИЛМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә