Былтыр Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Башҡортостан автомобилдәрҙең һатылмауы буйынса рекорд ҡуйған. Шулай ҙа дилерҙар “тимер ат”ҡа ихтыяждың һаҡланыуына өмөт итә.“Автостат” аналитика агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, яңы машиналар менән һатыу итеү беҙҙә 48,1 процентҡа кәмегән. Был – автомобиль баҙарындағы минимумдың һуңғы йылдарҙағы рекорды. Рәсәйҙә, Европа бизнесы ассоциацияһының баһалауынса, кәмеү уртаса 36 процент тәшкил итә. Төбәктә был йәһәттән күрһәткес (15%) 2014 йылда уҡ дөйөм илдекенән (8%) алда бара ине, әммә бының сәбәбе 2013 йылда республикала еңел машиналарға ихтыяждың артыуына бәйле. Ул ваҡытта, Рәсәй баҙарының һүлпәнәйеүенә ҡарамаҫтан, Башҡортостан дилерҙарының һатыу күләме 16,6 процентҡа күтәрелгән булған. Сауҙа күрһәткесенең кәмеүе йәнә Мордовияла (46,8%) һәм Түбәнге Новгород өлкәһендә (46,7%) күҙәтелгән.
Һумдың осһоҙланыуы һәм халыҡтың килеме аҙайыу сәбәпле, сит ил машиналарына ихтыяж кәмей. Бигерәк тә “Chevrolet” (63,8%), “Skoda” (60,8 %), “Nissan” (59,4%) автомобилдәрен һатыу ауырлаша. Шулай ҙа үҫеш йүнәлешендәге маркалар ҙа бар. Мәҫәлән, “Porshe” (2014 йылға ҡарата 10,3 процентҡа артҡан), “Lexus” (2014 йылға ҡарата 10 процентлыҡ үҫеш).
Ҡулдан һатылған машиналар менән дә ҡатмарлыҡтар тыуған икән. Тик өр-яңылары менән сағыштырғанда хәл яҡшыраҡ.
“АвтоПремьер-М” компанияһы директоры Илдар Ҡарасурин билдәләүенсә, долларҙың курсы тотороҡланмайынса тороп, хаҡтар буйынса нимәлер күҙаллауы ауыр. Әлегә, уның һүҙҙәренсә, сауҙа күләме насар түгел, сөнки былтырғы хаҡтар һаҡланып килә. “Лексус ленд”тың етәксеһе Александр Климов иһә: “Үткән йылдағы кеүек уңыш быйыл булмаясаҡ, сөнки халыҡ хаҡ артыуынан хәүефләнә”, – ти.
“Баҙарҙа кире күренештәр дауам итәсәк, сөнки үҫешерлек шарттар юҡ”, – ти “Автостат”тың генераль директоры Сергей Целиков. Эксперт билдәләүенсә, машиналарға хаҡты күтәрмәй һаҡлап ҡалғандар ғына уңышҡа өлгәшәсәк. “Әле “Hyundai”, “Kia”, “Toyota”, “Lada” машиналарын һатыу отошло, премиум-кластан иһә – “Mersedes”, “BMW”, “Audi”. Көрсөктөң кире эҙемтәләре айырыуса уртаса хаҡтағы автомобилдәргә ҡағыла. Ҡытай һәм Америка тауарына ихтыяж кәмейәсәк, уларҙың хаҡын ауыҙлыҡлап булмаясаҡ”, – тип тә өҫтәй ул.