Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кино буласаҡ... Вәғәҙә итәләр!
Кино буласаҡ... Вәғәҙә итәләр! Бөгөн кино ҡарамаған, ғөмүмән, ҡарарға яратмаған кешене табыуы ҡыйын. Сәнғәттең был төрө уҙған быуатта кешелекте арбаны, сит ил, Рәсәй режиссерҙарының эштәре беҙҙе бер миҙгелгә генә булһа ла хыял донъяһында йәшәргә, тарихи үткәндәргә, хатта аҡыл һәм эске аңға сәйәхәт ҡылып, үҙ булмышыбыҙға, яҙмышыбыҙға башҡалар күҙе менән ҡарарға мәжбүр итте.

Кино – кешеләрҙең донъяға ҡара­шын үҙгәрткән сәнғәт төрө. Рәсәй, Башҡортостан етәкселегенең йылды тап шуға бағышлауы юҡҡа түгел, сөнки халыҡ бөгөн кино ҡарай, һәм уға ихтыяж ҙур. Күпме фильмдарҙан фекерҙәр бөгөн цитаталар булып халыҡ араһында таралған!
Баш ҡалабыҙҙа даими булмаһа ла, милли интеллигенцияны туплаған саралар ойошторола килә. Рәсәй киноһы йылын асыу тантанаһы ла төрлө өлкәлә эшләгән, киноға төш­мәһә лә, төрлө жанрҙағы фильм­дарҙы ҡарарға яратыусыларҙы башта Башҡортостандың Милли музейында йыйҙы. Аҙаҡ, бер сәғәт тә үтмәне, тамашасылар Өфөнөң “Родина” кинотеатрына эркелде.
Кино буласаҡ... Вәғәҙә итәләр!Милли музейҙағы күргәҙмә “Баш­ҡорт киноһы тарихы” тип аталды. Унда 1895 йылда бер туған Луи менән Огюст Люмьерҙар эшләгән аппарат ярҙамында кино төшөрә башлауҙары, 1901 йылдың 25 сен­тябрендә Өфөлә беренсе тапҡыр кино күрһәтеүҙәре хаҡындағы мәғлүмәттән алып һуңғы яңылыҡ­тарға тиклем күрһәтмә материал йыйылған.
Күргәҙмәне Башҡортостандың мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Валентина Латипова асып ебәрҙе. Уның һүҙен республи­калағы кино төшөрөү эше хаҡында күпте белгән фекерле замандашыбыҙ Фәрит Ғәбитов дауам итте. Ул Баш­ҡорт­останда был сәнғәт төрөнөң үҫеше хаҡында бик ентекле һөйләне. Милли музейҙың генераль директоры Ғәли Вәлиуллин “Башҡортостан” киностудияһы директоры Азамат Хужәхмәтовҡа мәғлүмәттәр, фотолар, экспонаттар менән ярҙам иткәне өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы. Йыл дауамында уҡ музей яңы фильмдарҙан фотолар, материалдар менән байыр, тип өмөт итәйек.
“Родина” кинотеатры байрам күлдәген кейгән затлы ҡатынды хәтерләтте был көндө. Бөтәһе лә ҡупшы, сағыу, заманса. Байрамды билдәле артист Шәһит Хамматов менән телевидение “йондоҙо” Дмитрий Каретко йәнле итеп башлап ебәрҙе. Ошонда уҡ кино тарихына сәйәхәт ҡылынды, күргәҙмәләр төбәктә генә түгел, Рәсәйҙә, донъя кимәлендә төшөрөлгән фильмдар иленә сәйәхәткә саҡырҙы.
Кино буласаҡ... Вәғәҙә итәләр!Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, ижадҡа ҡағылышлы йыл башланыу менән барыһын да ҡотлап, яңы кинолар кө­төп ҡалабыҙ, тигән теләген бел­дерҙе. Ошо уҡ көндө Рәсәй киноһы йылына бағышланған марафонға старт бирелде. Ул Сибайҙа башланып, баш ҡалабыҙҙа тамамланасаҡ.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов үҙ сиратында баш ҡала халҡын кино ҡарарға саҡырҙы. Сара сценарист Шәүрә Шәкүрова әҫәре буйынса Айнур Асҡаров төшөргән “Ауыҙыңдан ел алһын” фильмын ҡарау менән дауам итте.
Кино йылы музейҙа башланып, ошонда уҡ яңы фильм премьераһы менән тамамланыр, тип өмөт итәйек. XX быуаттың киноаппараттары тарихҡа күсһә лә, башҡорт киноһы тыуып ҡына килә әле, минеңсә!.. Ҡаҙаҡ, үзбәк, грузин халыҡтарының милли киноһына ҡарап аһ иткән саҡтар булды. Режиссер Айсыуаҡ Йомағоловтың Әхмәт бабайы кеүек (“Ел аулаусы” фильмынан) образ­дарҙы күрербеҙ әле экрандарҙа. Кино була, тинеләр бит...


Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә