Бөгөн кино ҡарамаған, ғөмүмән, ҡарарға яратмаған кешене табыуы ҡыйын. Сәнғәттең был төрө уҙған быуатта кешелекте арбаны, сит ил, Рәсәй режиссерҙарының эштәре беҙҙе бер миҙгелгә генә булһа ла хыял донъяһында йәшәргә, тарихи үткәндәргә, хатта аҡыл һәм эске аңға сәйәхәт ҡылып, үҙ булмышыбыҙға, яҙмышыбыҙға башҡалар күҙе менән ҡарарға мәжбүр итте. Кино – кешеләрҙең донъяға ҡарашын үҙгәрткән сәнғәт төрө. Рәсәй, Башҡортостан етәкселегенең йылды тап шуға бағышлауы юҡҡа түгел, сөнки халыҡ бөгөн кино ҡарай, һәм уға ихтыяж ҙур. Күпме фильмдарҙан фекерҙәр бөгөн цитаталар булып халыҡ араһында таралған!
Баш ҡалабыҙҙа даими булмаһа ла, милли интеллигенцияны туплаған саралар ойошторола килә. Рәсәй киноһы йылын асыу тантанаһы ла төрлө өлкәлә эшләгән, киноға төшмәһә лә, төрлө жанрҙағы фильмдарҙы ҡарарға яратыусыларҙы башта Башҡортостандың Милли музейында йыйҙы. Аҙаҡ, бер сәғәт тә үтмәне, тамашасылар Өфөнөң “Родина” кинотеатрына эркелде.
Милли музейҙағы күргәҙмә “Башҡорт киноһы тарихы” тип аталды. Унда 1895 йылда бер туған Луи менән Огюст Люмьерҙар эшләгән аппарат ярҙамында кино төшөрә башлауҙары, 1901 йылдың 25 сентябрендә Өфөлә беренсе тапҡыр кино күрһәтеүҙәре хаҡындағы мәғлүмәттән алып һуңғы яңылыҡтарға тиклем күрһәтмә материал йыйылған.
Күргәҙмәне Башҡортостандың мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Валентина Латипова асып ебәрҙе. Уның һүҙен республикалағы кино төшөрөү эше хаҡында күпте белгән фекерле замандашыбыҙ Фәрит Ғәбитов дауам итте. Ул Башҡортостанда был сәнғәт төрөнөң үҫеше хаҡында бик ентекле һөйләне. Милли музейҙың генераль директоры Ғәли Вәлиуллин “Башҡортостан” киностудияһы директоры Азамат Хужәхмәтовҡа мәғлүмәттәр, фотолар, экспонаттар менән ярҙам иткәне өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы. Йыл дауамында уҡ музей яңы фильмдарҙан фотолар, материалдар менән байыр, тип өмөт итәйек.
“Родина” кинотеатры байрам күлдәген кейгән затлы ҡатынды хәтерләтте был көндө. Бөтәһе лә ҡупшы, сағыу, заманса. Байрамды билдәле артист Шәһит Хамматов менән телевидение “йондоҙо” Дмитрий Каретко йәнле итеп башлап ебәрҙе. Ошонда уҡ кино тарихына сәйәхәт ҡылынды, күргәҙмәләр төбәктә генә түгел, Рәсәйҙә, донъя кимәлендә төшөрөлгән фильмдар иленә сәйәхәткә саҡырҙы.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, ижадҡа ҡағылышлы йыл башланыу менән барыһын да ҡотлап, яңы кинолар көтөп ҡалабыҙ, тигән теләген белдерҙе. Ошо уҡ көндө Рәсәй киноһы йылына бағышланған марафонға старт бирелде. Ул Сибайҙа башланып, баш ҡалабыҙҙа тамамланасаҡ.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов үҙ сиратында баш ҡала халҡын кино ҡарарға саҡырҙы. Сара сценарист Шәүрә Шәкүрова әҫәре буйынса Айнур Асҡаров төшөргән “Ауыҙыңдан ел алһын” фильмын ҡарау менән дауам итте.
Кино йылы музейҙа башланып, ошонда уҡ яңы фильм премьераһы менән тамамланыр, тип өмөт итәйек. XX быуаттың киноаппараттары тарихҡа күсһә лә, башҡорт киноһы тыуып ҡына килә әле, минеңсә!.. Ҡаҙаҡ, үзбәк, грузин халыҡтарының милли киноһына ҡарап аһ иткән саҡтар булды. Режиссер Айсыуаҡ Йомағоловтың Әхмәт бабайы кеүек (“Ел аулаусы” фильмынан) образдарҙы күрербеҙ әле экрандарҙа. Кино була, тинеләр бит...