Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ислам ҡанунына нигеҙләнһә...
Ислам ҡанунына нигеҙләнһә... Өфөлә Рәсәйҙәге Мосолман эшҡыуарҙары ассоциацияһының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе һәм бушлай юридик консультация үҙәге асылды.

Тантаналы саранан һуң “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Унда мосолман эшҡыуарҙары хәрәкәтен үҫтереү, ассоциацияның дәүләт, йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлеген нығы­тыу мәсьәләләре тикшерелде. Сығыш­тарҙа билдәләнгәнсә, яңы үҙәктә юридик ярҙам бөтөн мохтаждарға күрһә­теләсәк. Йәшәү урыны ла, милләт тә айырып ҡаралмаясаҡ. “Бындай консультация үҙәктәрен Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә асыу күҙаллана”, – тине ассоциация президенты Марат Кабаев.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙең Мосолман йүнселдәре ассоциацияһы дүрт йыл элек ойошторолғайны. Ул эшмә­кәрлеген Ислам ҡанундарына нигеҙ­ләнеп алып барған малтабар­ҙарҙы туп­лай. Төп маҡсат – хәләл бизнестың мөмкинлектәрен киңәйтеү, иҡтисадтың бөтөн тармаҡтары менән стратегик мөнәсәбәт булдырыу. Былтыр ассоциация тәүге ҙур проектын тормошҡа ашырҙы: быйылдан “Аэрофлот” ком­панияһының барлыҡ рейстарында халыҡҡа хәләл аҙыҡ-түлек тәҡдим ителәсәк.
Эшҡыуарҙар ойошмаһы, Рәсәй мосолмандары өммәтенең тормошонда әүҙем ҡатнашыу менән бер рәттән, мәрхәмәтлек акциялары ла ойоштора. Проекттары дәүләт власы структуралары тарафынан да, дини ойошмалар яғынан да яҡлау таба. Сит илдәр менән хеҙмәттәшлек тә емешле.
Ассоциацияның Башҡортостанда былтыр яҙ асылған вәкиллеге йүнсел­дәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән әүҙем хеҙмәт алып бара. Мәҫәлән, Азия һәм Яҡын Көнсығыш илдәренең эшҡы­уар­ҙары ҡатнашлығында даими осра­шыуҙар үткәрелә; ойошма ағзалары бизнес нигеҙҙәренә бәйле төрлө мәғлүмәт менән тәьмин ителгән; семи­нарҙар, “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәрелә.
Вәкиллек республика эшҡыуар­ҙарының үҙ-ара, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙәге коллегалары менән хеҙмәттәшлеген нығытыу, партнерлыҡ мөнәсәбәте булдырыу маҡсатын алға ҡуя. Былтыр сентябрь һәм октябрь айҙарында, мәҫәлән, беҙҙекеләргә Индонезиялағы йүнселдәрҙе яҡындан күреү, аралашыу мөмкинлеге тыуҙы­рылды. Республика эшҡыуарҙары алдынғы хеҙмәт өлгөләрен күрһәтте. Хәҙер был проекттар Индонезияла өйрәнелә.
Ойошманың ҡарарына ярашлы, Яҡын Көнсығыштағы, Ҡытайҙағы ин­весторҙар менән эшлекле осрашыуҙар даими үткәреләсәк. Йүнселдәр тәҡдим иткән иң яҡшы проекттарҙы һайлап алыу өсөн эксперт комиссияһы бул­дырылған. Быйыл февралдә Татарстан эшҡыуарҙары менән төҙөлөш материалдарын ташыуҙы ойоштороу ха­ҡында һөйләшеү планлаштырыла.
Башҡортостан вәкиллегендә йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе, бушлай юридик консультация үҙәге асҡандан һуң ассоциация вәкилдәре республика ра­йондары буйлап сәфәр ҡылды. Улар урындағы эшҡыуарҙар, диндарҙар менән аралашты, үҙенсәлекле тәбиғәт һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын күрҙе, туризмды үҫтереү мөмкинлектәрен баһаланы. Артабан ассоциация деле­гацияһы Башҡортостандың Премьер-министры менән дә осрашты. Рөстәм Мәрҙәнов ассоциацияның эшмәкәр­леген юғары баһаланы, төбәккә ошо йүнәлештә яңы инвестициялар кә­рәклеген билдәләне. Ике яҡ республикала хәләл индустрияны, шул иҫәптән хәләл туризмды үҫтереү, башҡа бер нисә проектты тормошҡа ашырыу юлдарын ҡараны.



Автор: Тимур ВӘЛИТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә