Өфөлә Рәсәйҙәге Мосолман эшҡыуарҙары ассоциацияһының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе һәм бушлай юридик консультация үҙәге асылды.Тантаналы саранан һуң “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Унда мосолман эшҡыуарҙары хәрәкәтен үҫтереү, ассоциацияның дәүләт, йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлеген нығытыу мәсьәләләре тикшерелде. Сығыштарҙа билдәләнгәнсә, яңы үҙәктә юридик ярҙам бөтөн мохтаждарға күрһәтеләсәк. Йәшәү урыны ла, милләт тә айырып ҡаралмаясаҡ. “Бындай консультация үҙәктәрен Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә асыу күҙаллана”, – тине ассоциация президенты Марат Кабаев.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙең Мосолман йүнселдәре ассоциацияһы дүрт йыл элек ойошторолғайны. Ул эшмәкәрлеген Ислам ҡанундарына нигеҙләнеп алып барған малтабарҙарҙы туплай. Төп маҡсат – хәләл бизнестың мөмкинлектәрен киңәйтеү, иҡтисадтың бөтөн тармаҡтары менән стратегик мөнәсәбәт булдырыу. Былтыр ассоциация тәүге ҙур проектын тормошҡа ашырҙы: быйылдан “Аэрофлот” компанияһының барлыҡ рейстарында халыҡҡа хәләл аҙыҡ-түлек тәҡдим ителәсәк.
Эшҡыуарҙар ойошмаһы, Рәсәй мосолмандары өммәтенең тормошонда әүҙем ҡатнашыу менән бер рәттән, мәрхәмәтлек акциялары ла ойоштора. Проекттары дәүләт власы структуралары тарафынан да, дини ойошмалар яғынан да яҡлау таба. Сит илдәр менән хеҙмәттәшлек тә емешле.
Ассоциацияның Башҡортостанда былтыр яҙ асылған вәкиллеге йүнселдәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән әүҙем хеҙмәт алып бара. Мәҫәлән, Азия һәм Яҡын Көнсығыш илдәренең эшҡыуарҙары ҡатнашлығында даими осрашыуҙар үткәрелә; ойошма ағзалары бизнес нигеҙҙәренә бәйле төрлө мәғлүмәт менән тәьмин ителгән; семинарҙар, “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәрелә.
Вәкиллек республика эшҡыуарҙарының үҙ-ара, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙәге коллегалары менән хеҙмәттәшлеген нығытыу, партнерлыҡ мөнәсәбәте булдырыу маҡсатын алға ҡуя. Былтыр сентябрь һәм октябрь айҙарында, мәҫәлән, беҙҙекеләргә Индонезиялағы йүнселдәрҙе яҡындан күреү, аралашыу мөмкинлеге тыуҙырылды. Республика эшҡыуарҙары алдынғы хеҙмәт өлгөләрен күрһәтте. Хәҙер был проекттар Индонезияла өйрәнелә.
Ойошманың ҡарарына ярашлы, Яҡын Көнсығыштағы, Ҡытайҙағы инвесторҙар менән эшлекле осрашыуҙар даими үткәреләсәк. Йүнселдәр тәҡдим иткән иң яҡшы проекттарҙы һайлап алыу өсөн эксперт комиссияһы булдырылған. Быйыл февралдә Татарстан эшҡыуарҙары менән төҙөлөш материалдарын ташыуҙы ойоштороу хаҡында һөйләшеү планлаштырыла.
Башҡортостан вәкиллегендә йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе, бушлай юридик консультация үҙәге асҡандан һуң ассоциация вәкилдәре республика райондары буйлап сәфәр ҡылды. Улар урындағы эшҡыуарҙар, диндарҙар менән аралашты, үҙенсәлекле тәбиғәт һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын күрҙе, туризмды үҫтереү мөмкинлектәрен баһаланы. Артабан ассоциация делегацияһы Башҡортостандың Премьер-министры менән дә осрашты. Рөстәм Мәрҙәнов ассоциацияның эшмәкәрлеген юғары баһаланы, төбәккә ошо йүнәлештә яңы инвестициялар кәрәклеген билдәләне. Ике яҡ республикала хәләл индустрияны, шул иҫәптән хәләл туризмды үҫтереү, башҡа бер нисә проектты тормошҡа ашырыу юлдарын ҡараны.