Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ринат ВӘЛИУЛЛИН: “Әҫәрҙәремде үҙен үҙе эҙләгәндәр уҡый”
Ринат ВӘЛИУЛЛИН: “Әҫәрҙәремде   үҙен үҙе  эҙләгәндәр уҡый” Юғары технологиялар, Интернет, скайп, тибеҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, миңә ҡалһа, һуңғыһы бигүк ихтирамды яулай алмай әле. Эйе, оҙаҡ күрешмәгән туғандар, һағынышҡан ғашиҡтар, һалдаттар өсөн уныһы ла ярап ҡалалыр, әммә әңгәмә эшләр өсөн уңайлы нәмә тип әйтә алмайым скайпты. Анау мәлдә боксер Денис Шафиҡов менән һөйләшкәндә берсә һағып, берсә бәйләнеш бөтөнләй юғалып аптыратты. Был юлы ла шулайыраҡ булды: яҡташыбыҙ, Салауат ҡалаһында тыуып, Әлшәй районында үҫкән, бөгөнгө Рәсәйҙә иң билдәле яҙыусыларҙың береһе, бестселлерға әйләнгән “В каждом молчании своя истерика”, “Где валяются поцелуи”, “Соло на одной клавише” романдары авторы, социаль селтәрҙәрҙә иң күп “лайк”тар йыйған, әҫәрҙәренән цитаталар йыш ҡулланылған, статус итеп алынған егет Ринат ВӘЛИУЛЛИН менән әңгәмә барышында бәйләнеш өҙөлөп ҡаҡшатты. Бына бер епкә теҙелеп, илһамланып китеп һөйләшә генә башлаһаң, экранда йә йөҙө юғала, йә тауышы ишетелмәй башлай Ринаттың. Ә мин уны күптән белгән кеүекмен, шуға күрә әҫәрҙәренә, эске донъяһына, кисерештәренә инеп китеп һөйләшкәндә замана машинаһының аралашыуға ҡамасаулауына йән көйөп алды. Шулай ҙа, кеҫә телефонын, “Бәйләнештә” социаль селтәрен дә йәлеп итеп, бер аҙ танһыҡты ҡандырғансы әңгәмәләшеп алдыҡ. Хәйер, һәр кеше – үҙе бер Йыһан. Ә инде ижад кешеһенең донъяға булған үҙенсәлекле ҡарашы уның Ғаләмендәге һәр күренеште балҡышлы итә. Шуға күрә танһыҡ ҡандырыуҙың кимәлен үҙегеҙ самалағыҙ.
– Сәләм, Ринат! Нисек хәл­дәр? Һорауҙы башҡортса бирәйемме?
– Аңлауын-аңлармын инде ул, әммә яуаптарым... Минең телем шул тиклем бай (көлә), татар телендә әсәйем менән генә һөйләшә алам, башҡортса ла нимәлер әйтә алырмын, тик фекерҙәрҙе урыҫ телендә еткереү уңайлыраҡ миңә, сөнки ул һүҙҙәр менән уйнарға күнеккәнмен.
– Тәүге һорауым, бәлки, бик баналь тойолор, әммә ҡасан­дан башлап яҙышаһың?
Ринат ВӘЛИУЛЛИН: “Әҫәрҙәремде   үҙен үҙе  эҙләгәндәр уҡый”– Ҡасан яҙғанмындыр беренсе шиғырымды, уныһын хәтерлә­мәйем. Берәй 5-6 йәштәр тирәһе булғандыр. Йоҡлар алдынан әсәй әкиәт һөйләй, мин уны үҙемсә тамамлайым, яңыларын яҙам. Атайым Риф Зәкәриә улы Салауат ҡала­һында тимерсе булып эшләне, әсәйем крансы булды. Атайым менән ер тирәләй сәйәхәттә булып ҡайтыуым бала саҡта донъяға ҡарашымды үҙгәртеп ебәргәйне.
– Әсәйең нисек сығарып ебәрҙе ул сәфәргә балаһын?
– Атай ғүмер буйы диңгеҙҙә йөҙҙө. Әрмегә алынғас та флотҡа эләккән, шуға күрә 12 йәшемдә даръяны астым үҙем өсөн. Атай – өс океанда булған кеше. Әсәйем ышанып ебәрҙе был сәйәхәткә. Һәр күргән урындың бер өлөшө иҫтәлек булып минең менән бергә әйләнеп ҡайтты.
Бала сағым атай-әсәйемдең мөхәббәте һәм хәстәре менән уратып алынғайны. Атайымдан ҡыйыулыҡ һәм үҙ-үҙеңә талап­санлыҡ һабаҡтарын алһам, әсәй изгелек һәм тирә-яҡтағыларға ҡарата ихтирам тойғоларын тәрбиәләне.
– Бер әңгәмәңдә ағайың барлығы хаҡында ла әйтәһең...
– Эйе, Альберт минән өлкә­нерәк. Ул мине ике йәшемдә уҡырға өйрәтте.
– Һин бөгөн Санкт-Петербургта йәшәйһең. Тыуған яғың менән бәйләнеш нисек?
– Өфөлә, Башҡортостандың бик күп ҡалаларында минең уҡыусыларым йәшәй. Мәскәү, Питер һәм Ҡазандан ҡала, Өфө китаптарымды уҡыусылар ара­һында 4-се урында тора.
Ринат ВӘЛИУЛЛИН: “Әҫәрҙәремде   үҙен үҙе  эҙләгәндәр уҡый”Былтыр Әҙәбиәт йылы уңайы­нан скайп аша республиканың йәш яҙыусылары менән аралаш­тыҡ. Шул осрашыу иҫтәлеге итеп Башҡортостандың Милли музейына бер картинамды бүләк ит­кәйнем. Һылтанмаһын һалыр­мын, был хаҡта Интернет сел­тәрендә лә материал булды ул. Картинаның электрон вариантын ебәрермен.
– Ярай, шиғриәт менән ҡы­ҙыҡһыныу бала саҡтан булған, әммә һин бит Санкт-Петер­бург дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инһәң дә, испан теле бүлеген һайлай­һың? Нимәгә бәйле был?
– Беренсе тапҡыр уҡырға инеп ҡарағанда, әйткәндәй, мин урыҫ филологияһы өсөн имтихан тапшырғайным, әммә инеп булманы. Шунан әрмегә киттем. Ә инде унан һуң испан телен өйрәнеү бүлегенә индем. Ни өсөн испан? Ошоға тиклем Испанияға барып килеп өлгөрҙөм, моңло телдәре бик оҡшаны. Ул милләт яҙыусыларының әҫәрҙәрен уҡып сыҡтым, бына ошо хәл тәьҫир итте лә инде.
– Уларҙың бейеүҙәре ҡо­марлы, осошло булыуы менән башҡорттоҡона ла оҡшап тора.
– Эйе, эйе, бар шул ундай һыҙат. Ана шул испан сәнғәте, әҙәбиәте, бейеүҙәре менән танышыу минең күңелемде урынына ултыртҡан һымаҡ булды.
– Шиғырҙарыңдың жанры хаҡында һөйләшеп алайыҡ әле.
– Донъя үҙгәрә, ул элеккегә ҡарағанда күпкә һиҙгерерәк, хатта телефонда һүҙҙәрҙе йыйыр өсөн ҡаты итеп баҫырға кәрәкмәй, саҡ ҡына ҡағылыу ҙа етә. Шуға күрә шиғриәт тә үҙенә нескә күңел менән килеүҙе талап итә. Заман шиғриәтендә юғары пафос менән әйтелгән мөхәббәт, йән, тәҡәт кеүек һүҙҙәр былай ҙа етерлек. Етмәһә, уларҙы был төшөнсә­ләрҙең мәғәнәһен белмәгәндәр әйтеүе лә ихтимал. Сенсорлы шиғриәт дәүере килде, һәм ул биш тойоу органында ла бергә уйнауҙы талап итә. Шағир тип аталыу өсөн нескә тойғоло романтик, тәрән кисерешле лирик, ғашиҡ рыцарь йәки үҙ-үҙенә мөкиббән киткән нарцисс ҡына булыу аҙ. Шағир күҙәтеүсән психолог, нескә тәм тойоусы, оҫта ашнаҡсы һәм ҡағыҙҙа ғына булһа ла ысын псих булырға тейеш.
– Ә нимә ул сенсорлы поэзия? Тәфсирләп аңлатһаңсы.
Ринат ВӘЛИУЛЛИН: “Әҫәрҙәремде   үҙен үҙе  эҙләгәндәр уҡый”– Шиғриәт – кешенең теләһә ҡайһы тойоу ағзаһына тәьҫир итеү ул. Уҡыусы әҫәрҙең теләһә ҡайһы битен асып уҡыһа ла йөкмәткенең эсенә үтеп инә. Һәр хәлдә, мин ынтылған форма бына ошолай. Бөгөн бик күп хаттар алам, шуға күрә теләгемдең күпселегенә өлгәштем тип иҫәпләйем.
Ә инде тәрәндән алып әҫәр­ҙәремдең эске структураһы ха­ҡында һөйләгәндә, уларҙа кешене уратып алған мөхитте бар ту­лылығында ҡабул итергә ынтылышты яҙам. Билдәле булыуынса, бар Йыһанды ҡабул итеү мәлендә кешенең биш органы ҡатнаша. Әгәр яҙғандарым аша әҙәм балаларының күңеленә үтеп инә, хистәрен, донъяны ҡабул итешен ҡуҙғытып ебәрә алдым икән, был минең өсөн бик мөһим.
– Интернетта һинең ижадың хаҡында етди фекер алышыу­ҙар бара. Күптәр үҙҙәренең кисерештәрен йәшермәй, тәрән уй-тойғолары менән уртаҡ­лаша. Шул уҡ ваҡытта бигүк ыңғай булмаған ҡараштар ҙа юҡ түгел. Быға ни әйтерһең?
– Китаптарҙы йота торған кешеләр була, улар диагональ буйынса уҡый, тиһәң дә ярай. Ә минең әҫәрҙәремдә һәр фраза – цитата. Шуға күрә күҙ йүгертеп кенә сыҡҡандар уның тәрән мәғәнәһенә төшөнмәй, нимә хаҡында икәнен дә аңлап етмәй. Улар мин тәҡдим иткән тәмде ала алмай ҡала. Шуға күрә ундайҙарҙы китаптарымды ҡабул итергә әҙер түгелдәр тип иҫәп­ләйем. Улар әҫәрҙең өҫтөнән генә йүгереп сыға, башҡарған эшемде тоймай.
Ә ҡабул итеп уҡыусыларҙың күбеһе – тәрән кисерешле кеше­ләр. Улар яҙғандарымдан ҡәнә­ғәтлек таба, төрлө социаль сел­тәрҙәрҙә хат алышҡанда үҙҙә­ренең кисерештәрен асып һала. Яҙғандарҙың байтағы депрессиянан сығырға ярҙам иткән, кемгә­лер уйлағанына инанырға ярҙам­лашҡан, үҙ-үҙен аңлауға этәргән. Был мине ныҡ ҡыуандыра.
– Ә үҙеңдең депрессияға тарығаның бармы?
– Әлбиттә, була ундай саҡтар. Ике йыл элек атайым үлеп китте...
– Йәл... Атайыңа бәйле һорауҙарым да бар ине.
– ...Был минең өсөн ҙур юғалтыу булды. Бик ауыр эмоциональ хәлдә инем, әммә үҙемде яғанан эләктереп алып тартып сығарҙым был төшөн­көлөктән. Бер мәл “Ватаным – Татарстан” гәзитенә интервью биргәндә минән: “Яҙыусыларға күпселек осраҡта нимә етмәй?” – тип һорағайнылар. Былай тип яуап бирҙем: “Уларҙың күптәре рух, күңел ҡыйралыштары кисер­мәгән, шуға күрә әҫәрҙәре уҡыу­сының йөрәгенә үтеп инмәй”.
– Әсәйең иҫән-һауҙыр? Альберт ағайың нимә менән шөғөлләнә?
– Улар әсәй менән Сочи ҡала­һында йәшәй. Альберт психология менән шөғөлләнә. Үҙенең дауалау үҙәге бар, унда башлыса ДЦП менән яфаланғандар мөрә­жәғәт итә. Ата-әсәләр килеп дәрестәр ала, семинарҙарҙа ҡатнаша. Хәҙер ағайымдың төп шөғөлө – дөрөҫ тын алыу өсөн гимнастика һәм терапия.
– Атай-әсәйегеҙ – ябай һөнәр эйәләре. Ә улдары – ижад кешеләре. Был ҡайҙан килә?
– Тамырҙарҙан барыбер. Әлшәй районының Уразмәт ауылында йәшәгән олатайыбыҙ биш тел белгән, колхоз рәйесе булған.
– Ниндәй биш тел икән ул?
– Латин, грек, ғәрәп, баш­ҡорт, татар телдәре. Моғайын, филологияға ынтылыш унан күскәндер. Атай-әсәйебеҙгә белем алырға насип булмаған һәм заводта көс түгергә тура килгән. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, уларҙа ижадҡа ынтылыш көслө булды. Әсәйем бик күп китаптар уҡый торғайны. Ауылда беҙҙең Минура апайыбыҙ – әйткәндәй, бөгөн иҫән – китапханасы булып эшләй ине, шуға йәй көндәрендә ялға ҡайтҡанда әҙәбиәт донъяһына сума торғайным.
– Һиңә Әлшәй районында тыуған шағир Шамил Анаҡтың шиғырҙарын ебәргәйнем бит әле. Ул да бит тап шул яҡтарҙа тыуған. Әйткәндәй, уҙған быуаттың 60-сы йылдарында уҡ аҡ шиғыр яҙған.
– Был минең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Бик аптыраным уның яҙғандарын уҡып. Тәрән һәм көслө әйтелә фекерҙәр уның әҫәрҙәрендә.
– Заманында уны аҡ шиғыр­ҙары өсөн ҡаты тәнҡитлә­гән­дәр, шағирға ла һанамағандар...
– Шуның өсөнмө? Уҡыусы классик стилгә өйрәнгән, өйрә­телгән булған бит инде. Ә ижад төрлө булырға тейеш.
– Шундай уҡ стилдә яҙған татар шағиры Рауил Фәйзул­лин бар.
– Әйткәндәй, исеме таныш кеүек. Иҫәнме ул?
– Эйе. Ҡазанда йәшәп, ижад итә. Башҡорт шиғриәтендә был стилде үҙ иткән Ғилман Ишкинин бар ине. Автоһәләкәттә был яҡты донъя­нан китеп барҙы. Беҙҙең гә­зиттең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев аҡ шиғырҙар яҙа.
– Уға күп сәләм! Әйткәндәй, уларҙың китаптары бармы?
– Бар, әлбиттә. Улар баш­ҡорт шиғриәтенә аҡ шиғыр, верлибр жанрын мәңгелеккә “пропис­каға индерҙе”. Бына Өфөгә килһәң, Азамат китабын үҙе бүләк итер.
– Рәхмәт, уҡырға яҙһын ул китаптарҙы.
– Әрмелә диңгеҙҙә хеҙмәт итмәнеңме?
– Юҡ, ил сиген һаҡланым. Мурманск өлкәһендә уҙҙы хеҙмәт йылдары. Норвегия сиге. Поляр ҡулса, төньяҡ балҡышы. Һәм үтә лә һыуыҡ унда.
– Әйткәндәй, һинең шундай юлдарың бар: “Ҡыш – ул кешелеккә ҡарата енәйәт”. Быны нисек аңларға? Һуң ҡышын бит саф һауа, микроб­тар юҡҡа сыға, аҡлыҡ, паклыҡ...
– Белмәйем, мин тиҙ өшөп барам, шуға күрә һыуыҡты яратмайым. Минус 10 тирәһе бул­ғанда ҡыш оҡшай миңә, ә инде температура минус 20-гә етһә, туңам.
– Минус 20? Ул һыуыҡмы ни ул? Һин бит Уралда тыуған егет, 40 градуслыҡ ҡыштар ҙа булғанын күреп беләһең?
– Әлбиттә, беләм. Юҡ, һы­уыҡты яратмайым. Питерҙа минус 20 гра­дустан күтәрелһә, дым юға­рылығы минус 40 самаһын хә­терләтә лә ҡуя. Түҙеп торорлоҡ булмай башлай тышта. Спорт менән шөғөлләнмәһәң, сәләмәт­легең ҡаҡшай.
– Әйткәндәй, спортсы булып китеүең дә ихтимал, тип яҙа виртуаль донъя...
– Эйе, бәләкәйҙән йөҙөү менән етди мауыҡтым. Ярыштарҙа ҡатнаштым, әммә 10-сы класс тирәһендә ташланым. Китап нығыраҡ ҡыҙыҡһындырған, кү­рәһең. Спорт мастерлығына кандидатмын. Нормально. Уның ҡарауы, йөҙөргә өйрәндем. Хәҙер инде сноуборд, тау саңғыһы, йәйен дайвинг менән шөғөл­лә­нәм. Һәр нәмәнең – үҙ ваҡыты. Мине һүҙ донъяһы, ҡатын-ҡыҙ ке­үек, үҙенә нығыраҡ ылыҡ­тырған.
– Әйткәндәй, ҡатын-ҡыҙ ти­гәндән. Һинең әҫәрҙәрҙе күбе­рәк гүзәл зат уҡый, социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәренә күсереп алалар, статус итеп ҡуялар фекерҙәреңде. Быға ҡарашың нисек?
– Эйе, уҡыусыларымдың кү­беһе – ҡатын-ҡыҙ. Уларға был әҫәрҙәр күберәк кәрәк, китап­тарымдағы мәғлүмәткә уларҙың күңеле мохтаж, тимәк. Ҡатын-ҡыҙ күберәк уҡый ҙа бит инде. Күберәк ҡыҙыҡһына, һорауҙар бирә, ризаһыҙлыҡ белдерә, мө­рәжәғәт итә... Социаль селтәр­ҙәрҙә лә улар әүҙемерәк, әммә тәғәйен ҡатын-ҡыҙ өсөн генә яҙам, тип әйтмәҫ инем. Мәҫәлән, “Повесть о настоящем шарике”, “Путешествие в бескрайнюю плоть” тигән романдарым гүзәл зат өсөн түгел, уның теле лә ҡырҡыу ғына. Мәҫәлән, һуңғы­һындағы сюжет ысынбарлыҡтағы тормош ваҡиғаларына нигеҙ­ләнгән. Ваҡытың булһа, һин дә уҡып сыҡ.
Социаль селтәрҙәрҙә ҡатын-ҡыҙ күберәк ултыра, шуға күрә уларҙың күберәк “лайк” ҡуйыуы­на, әйткәндәремде цитата итеп алыуына аптырамайым. Был – тәбиғи күренеш. Ҡатын-ҡыҙ ил­һамландырырға, ә ир-егет ҡыбыр­ларға тейеш. Был юлдарҙы хәҙер күптәр үҙенә күсереп алды. Идеаль мөнәсәбәттәр өсөн кәрәк был. Хәрәкәт итергә яратмағандар, ҡатын-ҡыҙ өсөн нимәлер эшләргә теләмәгәндәр ризаһыҙлыҡ бел­дерә. Ундайҙар китап уҡымай ҙа, уҡыһа ла, үҙенең ҡайһы бер сифаттарын танып, ҡәнәғәтһеҙлек менән тулыша. Алда әйткәнемсә, хә­ҙер минең әҫәрҙәремде нескә күңеллеләр, үҙенең кисереш­тәренән үҙе тартынмағандар, үҙен үҙе эҙләгәндәр уҡый.
– Һиңә психолог вазифаһын үтәнегеҙ тип әйткәндәре юҡ­мы? Ғөмүмән, шиғриәт – ул пси­хотерапиямы? Ни әйтер­һең? Виртуаль психотерапевт, тиһәләр?
– Шиғриәт ул – терапия, уныһы шулай. Миңә бик күп шәхси хаттар килә. Бик күп ыңғай фекерҙәр ишетәм асылда. Әйткәндәй, кешеләрҙең яҙғандары тап һинең формулаңа тап килә лә инде. Үкенескә ҡаршы, һәр береһе менән аралаша, хәбәрләшә алмайым. Әҫәрҙәремде уҡып, улар аша үҙҙәренә табан юлды таба алған, ғаиләһендә, эшендә, дуҫ­тары, туғандары араһында яҡшы мөнәсәбәттәр ҡороуға өлгәшкән икән, был ҙур ваҡиға, ижадтың тәьҫир көсө хаҡында һөйләй.
– Нимә ул ижад һинең өсөн?
– Йәнгә ял. Нервыларым ҡуҙ­ғала башлаһа, ҡулыма ҡылҡәләм алам. Ул минең тойғоларымды, уйҙарымды бер балансҡа кил­терә. Был – минең өсөн иң йо­ғонтоло психотерапия.
– Иң шәп шиғырҙарыңдың, цитаталарыңдың береһе тип ҡайһыһын атар инең бөгөн?
– “Әгәр һеҙгә был тормошта нимәнелер үҙгәртергә кәрәклеге тойола икән, тимәк, юҡҡа тойолмай”. Әгәр кешене был тормошта нимәлер ҡәнәғәтләндермәй икән, тимәк, ул нимәнелер үҙгәртергә тейеш. Берәй хәлгә тарыһалар, кешеләр тиҙ арала хәл-ваҡиғаны үҙгәртергә тырыша, ә бит улай­тырға кәрәкмәй. Киреһенсә, үҙ-үҙеңә тәрәндән күҙ һалыу мөһим. Тормошоңдо тик үҙең генә ыңғайға үҙгәртә алаһың.
– Бер әңгәмәңдә фортепианола уйнарға өйрәнмәүеңә үкенес белдерәһең. Был нимә­гә бәйле?
– Бәләкәйҙән фортепианола уйнарға теләгем булды, баян класына йөрөп тә алғайным. Хәҙер бик үкенәм фортепианола өйрән­мәгәнемә. Күңелдәге кисерештәр донъяны ижади ҡабул итеүгә көйләнгән булған, күрәһең.
– Бер китабың да музыкаль яңғырашлы бит – “Соло на одной клавише”. Әйткәндәй, уларҙың исемдәре нисек тыуа?
– Төрлөһөнөкө төрлөсә. Әлеге китаптың исемен ҡуйғанда кеше­нең тормошо бер төрлөлөккә ҡоролоуына ишараланым. Беҙ хатта үҙебеҙҙең, балыҡ һымаҡ, ваҡиғалар ағышында йәшәп ятыуыбыҙҙы һиҙмәйбеҙ ҙә. Ошо хаҡта уйландым был әҫәрҙә.
Ә инде “Кулинарная книга”ның исеме аш-һыу бүлмәһендә тыуҙы. Был романды яҙа башлағанда ҡул аҫтында рецепттар дәфтәре­нән башҡа бер ни ҙә юҡ ине. Йөкмәткеһенә килгәндә, әлбиттә, һеҙ унда аш-һыу әҙерләү серҙә­рен тапмаясаҡһығыҙ. Бары тик ир-егет менән ҡатын-ҡыҙ араһын­дағы мөнәсәбәт рецепттары ғына тупланған. Улар мөхәббәт тоҙо, тән таты һәм йән тәмләткестәре менән байытылған һәм ризыҡ­тарға һис ҡабатланмаҫ тәм бирә. Уларҙың тәҡдим ителеше һәм сервировка ла һеҙҙе ҡыуаныслы аптыратасаҡ.
– “Бөтә серҙәрен дә асып бөтмәйем, сөнки был тәмдең үҙенең хуш еҫен юғалтыуы ихтимал, әммә шуны аныҡ бе­ләм: “Кулинарная книга” тәмле уҡырға яратҡандарҙың күңе­ленә хуш киләсәк”, – тигәйнең бер әңгәмәңдә. Оҙаҡламай яңы китабың сыға. Ҡотлайбыҙ һи­не! Уның исеме лә иғтибарҙы йәлеп итә – “Аҡылдан шашыу” (“Безумие”).
– Эйе, 21 ғинуарҙа Санкт-Петербургта уның исем туйы үтте.
– Әйткәндәй, быныһының тышын да үҙ рәсемең биҙәй.
– Биҙәүсе-рәссамға уҡыным, был – минең һөнәрҙәремдең береһе. Бигерәк тә плакат живописы оҡшай: сағыу, иғтибарҙы йәлеп итеп тора. Әрменән һуң биҙәүсе-рәссам булып эшләнем. Хәтерләй китһәң, ниндәй генә һөнәр эйәһе булманым икән! Урам һепереүсе, официант, ҡыйыҡ ябыусы, реставратор... Беренсе йыйынтыҡты – “Стихи для гурманов” – әҙерләгәндә, китап тышын бик үҙенсәлекле итеп эшләге килде. Ҡулға йәнә ҡылҡәләм алдым. Аҙаҡ барыһы ла яйланды ла ҡуйҙы: үҙемдең күп һүрәттәрем китаптарымдың тышлығына әйләнде.
Ишетеүемсә, күп­тәр китапты тышындағы һүрә­тенә ҡарап ала. “Тышына ҡарап торҙом да, эсен асып, һатып алдым”, – тиеүселәр ҙә бар.
Ғәҙәттә, майлы буяу менән төшөрәм, ә бына был аҙаҡҡы китаптың тышын аппликация техникаһы менән эшләнем. Миңә ҡалһа, тап ошо ысул кешенең аңында тыуған ҡаршылыҡтарҙы сағыу сағылдырырға ярҙам итә.
– Нимә хаҡында ул “Аҡыл­дан шашыу”?
– Ул йәмғиәт үҫешенең бер формаһы булған аңһыҙлыҡ тура­һында. Әгәр һеҙ уны өйөгөҙҙә уҡыһағыҙ, үҙегеҙҙе танырһығыҙ, транспортта ҡулға алһағыҙ – башҡаларҙың, асыҡ һауала уҡыһағыҙ, тотош планетаның аҡылдан яҙыуын тойорһоғоҙ.
– Хәтәр итеп аңлаттың! Яҙыусы үҙе хаҡында яҙа, тиҙәр. Һинең фекерең?
– Берәй 50 – 60 процентҡа шулайҙыр. Кеше, һәр хәлдә, үҙе күргән, белгән, кисергәндәр ха­ҡында бәйән итә. Беҙ тышҡы донъяны үҙгәртергә тырышабыҙ, ә бит эске асылыбыҙҙан баш­ларға кәрәк был донъяға йоғон­тоно һәм үҙгәрештәрҙе.
– Беҙ китапты уҡығанда ла нимәне ҡабул итергә әҙербеҙ, шуны алабыҙ әҫәрҙән. Әле һине тыңлағанда ла мин нимә ишетергә теләһәм, шуны ише­тәм. Һин ни уйлайһың был хаҡта?
– Һәр ваҡыт шулай. Шуға күрә алда әйтеп киттем: кемдәрҙер яҙғандарымды ҡабул итергә әҙер түгел. Уҡыусының да кисереш­тәрҙе, фекерҙәрҙе аңлауға әҙер булыуы мөһим.
“В каждом молчании своя истерика” тип атала романдарым­дың береһе. Берәү аралашыр кешеһе булмағанға өнһөҙ ҡала икән, был уның тыныс ҡына тороуын аңлатмай. Истерикаһын ул үҙенең эске донъяһында кисерә.
– Роман жанрының форма­һы икенсе төрлөрәк булырға тейеш, тип әйткәндәре юҡмы һиңә? Яҙғандарыңда ҡабул ителгән дөйөм ҡалыптарҙан ситкә китеп, хис, фекер сюжеты барлыҡҡа килә.
– Әҫәрҙәремде заманса тормошобоҙҙоң 3D-ысынбарлығы тип атар инем. Йәшәйешебеҙҙең, беҙҙе уратып алған кеше яҙ­мыштарының реаль картиналары, шуға күрә лә һин шунда уҡ эске хәрәкәткә инеп китәһең. Беҙ эргәләге диалогтарҙы, төрлө ауаз­дарҙы ишетәбеҙ, шуны китаптарымда сағылдырырға тырышам. Төрлө кодтар, паролдәр аша тасуирланған мөхиткә барып инә уҡыусы. Минең романдарым – ул үҙ-үҙеңде эстән күҙәтеү, уҡыусы менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү. Уларҙа диалогтар күп, улар беҙҙе лә тормошта уратып алған, улар аша табам герой­ҙарымдың асылын.
– Әйткәндәй, испанса яҡшы белгәс, шул телдә яҙыусы­ларҙы төп нөсхәлә уҡый­һыңмы?
– Эйе, уҡығаным булды, әммә, дөрөҫөн әйткәндә, урыҫ телендә уҡығандағы кисерештәр менән сағыштырып булмай. Тәржемә­селәр юҡҡа тырышмаған, буш эш башҡармаған. Испан телен­дәге китап испанса уйлаған, хис-тойғолар кисергән кеше өсөн тәғәйенләнгән.
Кортасар менән Маркесты ла урыҫса уҡыным, шул рәүешле үҙем өсөн яратҡан авторҙар таптым. Ҙур ҡәнәғәтлек менән уҡы­ным. Латин Америкаһы әҙәбиә­тенең идеяһы яҡын миңә. Тормош мәңгелек һәм һәр беребеҙ мәңгелектең йомолған әйләнәһе буйлап атлай. Йән – үлемһеҙ. Кешенең ғүмере циклдарға бү­ленгән, ана шул берсә ҡыҙыҡ­тыра, берсә ымһындыра.
– Аллаһ Тәғәләгә ышана­һыңмы?
– Мәсеткә йыш йөрөмәйем. Атай баҡыйлыҡҡа киткәс, ғибә­ҙәтханаға барып килдем, әммә йома һайын изге ҡорамға ашы­ғам, тип әйтә алмайым. Шуны беләм – Аллаһ берәү. Мосолман йолаларына ярашлы байрам итәм Ҡорбан, Ураҙа ғәйеттәрен.
– Шиғриәткә ҡайтып, тағы бер һорау биргем килә: поэзия – ул һүҙҙәр уйыны, тиһең?
– Эйе, һүҙҙәр менән уйнау аҡ ши­ғырға хас. Унда рифма, ритмға үҙеңде бәйләп ҡуймайһың, кире­һенсә, иркенләп образды тасуир­лайһың. Уй, фекер, хис иркенлеге һүҙҙәр менән иркен эш итеүгә мөмкинлек тыуҙыра.
Бала саҡтан һүҙ менән уйнарға ярата торғайным. Ребус, кроссвордтар, эпиграммалар менән ҡыҙыҡһындым. Йән аҙығы була торғайны шулай шөғөлләнеүем. Һүҙҙең күп төҫө, нуры, мәғәнәһе, көсө була, уны ҡайҙа һәм ниндәй һүҙҙәр менән бергә ҡуйыуыңа бәйле әйтәсәк фекерең. Бер һүҙҙең тотош тексты үҙгәртеп ебәреүе ихтимал. Уҡыусының күңелен эләктереп алыр һүҙ менән эш итергә өйрәнәһең, йылдар аша тәжрибә лә туплана. Шул рәүешле уҡыусы менән диалогка, бәйләнешкә инәһең.
– Шағир булараҡ, ни тиклем асыҡ күңеллеһең?
– Тормошта мин йомоҡ кеше.
– Йомоҡ?
– Дуҫтарым, яҡындан аралашыр кешеләрем күп түгел. Үҙемә генә ҡағылған интим нәмәләр хаҡында һөйләшер кешеләр ҙә быуа быуырлыҡ тип әйтеп булмай. Уҡыусыға тәҡдим ителгән тауар – минең тарафтан кисе­релгән, күңел бушатылған нәмә. Тимәк, миңә күпкә еңелерәк. Бер танышым хатта: “Шағирҙар иртә китә. Яҙыусылар оҙаҡ йәшәй”, – тигәйне. Миңә ҡалһа, шағир кеше ялҡын һымаҡ, ул яна. Хатта нимәлер әйтергә теләп түгел, ишетелергә теләп дөрләй. Ә бына прозаны яҙғанда үҙ-үҙең менән аралашыу мөмкинлеге бар.
– Һине уҡыйҙар, танылған яҙыусыһың. Әммә, мәҫәлән, сираттағы китабыңдан һуң уҡыусының күңеле ҡайтыуы һине ҡурҡытмаймы? Уға бит әленән-әле яңы энергетика кәрәк.
– Һуңғы һөйләм менән бигүк килешеп тә бөтмәйем. Нисек кенә булмаһын, мин уҡыусы ыңғайына барырға тейеш түгелмен тип иҫәп­ләйем. Мин яҙам, ә инде ҡабул итеү-итмәү – уларҙың эше. Үҙ-үҙем менән асыҡ булыу мөһим минең өсөн. Нимә әйтергә телә­йем, шуны яҙам. Әлбиттә, уҡыу­сыларҙың ҡарашы ҡәтғи рәүештә ҡаршы икән, алдамайым, миңә күңелле булмаясаҡ. Минең өсөн яҙғаным, ижад емешем, балам кеүек бит.
– Әйткәндәй, балаларың бармы?
– Улым Руслан 18 йәшлек, ә ҡыҙым Алиса бәләкәй әле – 25 декабрҙә генә тыуҙы.
– Уҡыусының ыңғайына китмәүең оҡшаны...
– Әйткәндәй, ундай яҙыусылар бар. Конъюнктурщиктар. Йәмғиәт нимә талап итә, шуны яҙалар. Һәр заманда оҫталар һәм өйрән­сектәр булған. Кемдәрҙер эта­лонға ҡарай ҙа яңы әйбер ижад итергә тырыша. Эталон эшлә­гән­дәр кеүек, шаблон менән ма­уығыусылар ҙа юҡ түгел.
– Ул сағында бит авторҙың тере энергетикаһы булмаясаҡ!
– Әлбиттә! Тап ана шул кү­ңелдә тыуған, йөрәктә яралған кисерештәр йәлеп итә уҡыусыны. Яҙыусы уларҙы еткерә лә белергә тейеш.
– Һинең ҡайһы цитатала­рыңды башҡаларҙың исеме менән яҙалар? Ҡарашың?
– Эйе, халыҡ араһында популяр булып китеүе яҡшы, әммә авторҙы бутауҙары килешеп еткән эш түгел. Әйтәйек, “Бәй­ләнештә” социаль селтәрендә шундай ялған яҙмаларҙы бил­дәләгән паблик бар. Улар миңә ҡайһы бер афоризмдарҙың башҡалар исеменән китеүен күрһәтте. Ҡайһы бер цитаталар көләмәс булараҡ та журналдарҙа, гәзиттәрҙә баҫыла, үҙ балаңды таныған һымаҡ, таныйһың уларҙы.
– Яҙғандарыңа әсәйеңдең мөнәсәбәте нисек?
– 74 йәштә һәм мосолманса тәрбиә алыуына ҡарамаҫтан (ғүмере буйы бер ир менән йәшәне), әсәйем Минерайхана Ғимаҙислам ҡыҙы – заманса фекерләгән ҡатын һәм минең геройҙарымдың ҡайһы бер бәйһеҙ ҡылыҡтарын бик тыйнаҡ ҡабул итә. Ул – бик йомшаҡ күңелле, йомарт һәм ғәҙел кеше. Китаптарыма һәр саҡ шат. Уға яңы романымды, мәҡәләмде йәки гәзиттәге әң­гә­мәмде ебәрһәм, әхирәте Фаина менән ултырып уҡыйҙар, фекер алышалар. Әйткәндәй, дуҫы шиғырҙар яҙа.
– Әле һин Санкт-Петер­бургтағы юғары уҡыу йортонда студенттарҙы испан, итальян телдәренән уҡытаһың. Студенттарың нисек ҡарай быға?
– Даими рәүештә зачет кенә­гәләренә автограф ҡуям. Студент өсөн зачетка – тормошондағы иң ҡиммәтле китап, киләсәк яҙмаһы.

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Айли
    Айли от 01.03.2016, 00:37
    Ике таланттың әңгәмәһе шул тиклем күңелгә ятты... Икегеҙгә лә ижадығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!!!






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 718

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 855

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 787

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 502

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 136

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 820

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 066

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 193

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 806

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 846

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 641

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 898