Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Хаҡлы ял хаҡы Һуңғы осорҙа пенсия тирәләй әйләнгән ваҡиғалар “күсе” ҡуйырғандан-ҡуйыра. Пенсия йәшен күтәреү тураһында Дәүләт Думаһы депутаттарының төрлө фекерҙәре былай ҙа сәйәсәттән арыған халыҡты ҡымжытып ебәрҙе. Кемдәрҙер был фекерҙе хуплаһа, икенселәрҙең асыуы ҡабарҙы, ниндәйҙер яҡшылыҡҡа өмөттәре өҙөлгәндәр ҡул һелтәне.

Рәсәйҙәге пенсия тураһындағы яңылыҡтарҙы ҡарағанда, социаль түләүҙәрҙән баш тартмайынса, бюджет аҡсаһын тәләфләмәү өсөн ил етәк­селеге төрлө алымдар ҡулланырға мәжбүр. Атап әйткәндә, эшләүсе пенсио­нерҙарға түләүҙе индексацияламау тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был иһә ошо “ҡатлам”ға ҡараған хаҡлы ялдағылар араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Ә башҡа категория пенсионер­ҙарына борсолмаҫҡа мөм­кин, сөнки уларҙың пенсияһын ике тапҡыр индексациялау күҙ уңында тотола. Тәүгеһе февралдә булһа, икен­сеһе йәй айҙарында башҡарыласаҡ. Хәйер, был турала оло ышаныс менән әйтеп тә булмай. Рәсәйҙең элекке финанс министры Алексей Кудриндың һүҙҙәренә ҡарағанда, нефткә хаҡ төшкән саҡта уны башҡарыуы еңел түгел. Әгәр нефть барреленең хаҡы 35 доллар тирәһендә сайҡалһа, быйыл пенсияларҙы индексациялау мөмкин­леге булырмы, юҡмы – билдәһеҙ. Ул шулай уҡ пенсия йәшен күтәреү тураһында һүҙ алып бара. Ғөмүмән, элекке министр киҫкен саралар күрергә саҡыра, был иһә үҙ сиратында йәмәғәтселек араһында ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра. Ләкин ил етәкселәре киҫкен саралар күреүгә ҡаршы, пенсия йәшен арттырыуға халыҡ бар йәһәттән әҙер булырға тейеш, тип иҫәпләй улар. Әлегә был мәсьәлә көн ҡаҙағында тормай.
Бөгөн Рәсәйҙә 14 миллион эшсе-пенсионер иҫәпләнә. Әгәр уларҙың пенсиялары индексацияланмай икән, йыл һайын 100 миллиард һум аҡса бюджет “кеҫәһе”ндә ҡаласаҡ. Ләкин эксперттар был алым менән килешмәй: файҙаһынан зыяны күберәк, тиҙәр.
Нисек кенә булмаһын, Рәсәй иҡтисадының ауыр хәле арҡаһында Финанс министрлығы бюджет аҡсаһын тәләфләмәҫкә тырыша. Быйыл, мәҫә­лән, хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшөн экономиялау ҡаралған. Пенсия­ларҙың 7 процентҡа индексацияланыуы мөмкин. Финанс министрлығының фе­керенсә, был — иң ҡулай ысул. Ольга Голодец пенсионерҙарға айлыҡ түләүҙәрҙе 11,9 процентҡа арттырырға тәҡдим итте, ә Финанс министрлығы 5,5 процент менән мөрхәтһенә. Ләкин Рәсәй Президенты Финанс министр­лығының ҡарашы менән риза түгел.
Рәсәйҙә пенсия реформаһы 2002 йылда уҡ башланғайны. Ошо осорҙа төрлө үҙгәреш кисерһә лә, уның бер урында тапаныуҙан ары китә алғаны юҡ.
Билдәле булыуынса, 1967 йылдан һуң тыуған Рәсәй граждандары пенсияға бәйле яңы закон талаптарына эләгә. Уның буйынса эш стажына һәм эш хаҡына балл ҡуйыла. Хоҡуҡ һаҡсылары менән профсоюз вәкилдәре быға ҡырҡа ҡаршы: юғары вазифала ҙур эш хаҡы алғандар балдарҙы тиҙ йыясаҡ, ә түбән хаҡҡа эшләгән кешеләр, балл туплай алмау сәбәпле, хаҡлы ялға сыҡҡас та эшләргә мәжбүр буласаҡ. Кем әйтмешләй, бушлай сыр ҡапҡанда ғына була...
Әҙәм балаһы ғүмер буйына нин­дәйҙер йөкләмәләрҙән азат булырға, йәне теләгән ваҡытта йоҡонан торорға, тормошон үҙе теләгәнсә ҡорорға хыяллана. Әгәр финанс йәһәтенән мох­тажлыҡ кисермәйһең икән, быларҙың барыһын да бойомға ашырырға мөмкин. Тимәк, кеше азатлыҡты ниндәйҙер кимәлдә хаҡлы ялға сығыуҙа ла күрә. Почтальон Печкин әйтмешләй: “Бәлки, мин йәшәй генә башлайымдыр – тиҙҙән пенсияға сығам”. Көнбайышта шундайыраҡ лаҡап та йөрөй: “Кешенең тормошо 50 йәштән һуң башлана”. Был осорҙа балалар үҙаллы тормош ҡора, ейән-ейәнсәрҙәр үҫә, дәүләт алдында бурыс үтәлгән, хәҙер үҙең өсөн йәшәргә лә була. Рәхәтләнеп ил гиҙ, кинотеатр­ҙарға, спектаклдәргә йөрө... Ләкин ошо “хаҡлы ял” өсөн көс-ҡеүәтең һәм сәләмәтлегең булһын.
Конституция ирҙәр менән ҡатын­дарҙың тиң хоҡуҡлы булыуын раҫлай. Статистар иһә ҡатын-ҡыҙҙың ирҙәргә ҡарағанда 7-8 йылға оҙағыраҡ йә­шәүен билдәләй. Уйлап ҡараһаң, көслө заттың уларҙан 5 йылға һуңыраҡ хаҡлы ялға сығыуы ғәҙел түгел һымаҡ. Шулай ҙа ике енес араһындағы айыр­малар юҡҡа сыға бара шикелле. Хәҙер ир-ат бала тәрбиәләү буйынса ялға китә ала, сабыйы сирләһә, больнич­ныйға сыға, хатта әсәлек капиталына ла дәғүә итә башланылар... Ир менән ҡатын араһындағы тигеҙһеҙ­лек ил алдындағы хәрби бурысты үтәүҙә һәм ҡайһы бер һөнәрҙәрҙә генә сағыла буғай. Әйткәндәй, ҡатындар бер юлы өс ерҙә көс түгеүҙәре хаҡында ла ил етәкселәренең иҫенә төшөрөргә теләй: хеҙмәткәр булыуҙан тыш, йорт хужабикәһе, балаларҙы һәм ирҙе ҡараусы ла бит улар.
Шулай итеп, илебеҙҙә пенсия йәше үҙгәрерме-юҡмы – депутаттар баш вата әлегә.
Бөгөн ирҙәр – 60, гүзәл зат 55 йәш­тән хаҡлы ялға сыға. Депутаттарҙың күпселеге был һандарҙы арттырыу яҡлы. Шулай уҡ ирҙәр менән ҡатын­дарҙың пенсияға сығыу йәшен тигеҙ­ләргә теләй улар.
Статистикаға күҙ һалайыҡ. Рәсәйҙә ғүмер оҙонлоғо — уртаса 65 йыл. Ир-ат өсөн ул тағы ла түбәнерәк – 58. Ҡатын-ҡыҙҙар яҡынса 70 йыл йәшәй. Күңелһеҙ күренеш, әлбиттә, бигерәк тә пенсия күләмен иҫәпкә алғанда. Рәсәйҙә уртаса пенсия күләме — 10 мең һум. Нәҡ шуға күрә лә урам һепереүселәрҙең, вахтерҙарҙың, кондукторҙарҙың ғүмер оҙонлоғо көс-хәлгә 50 йәштең тупһаһы аша атлай. Әгәр һин бишенсе тиҫтәне үткәнһең икән, йәшәү ауырлашҡандан-ауырлаша. Өҫтәүенә төрлө “химия” менән туҡланып үҫкән яңы быуындың ғүмер оҙонлоғо күпме булыр – бер Хоҙай ғына белә. Тимәк, пенсияға сығыу йәше күтәрелә ҡалһа, хаҡлы ял “ҡапҡа”һы аша кемдәр генә үтә алыр икән?!



Автор: Салауат ӘБҮЗӘРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә