Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Дәрес ваҡыты ҡыҫҡарҙы
Дәрес ваҡыты ҡыҫҡарҙы Быйыл ғинуарҙа “Дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡытыу шарттарына һәм уҡытыуҙы ойоштороуға санитар-эпидемиологик талаптар”ға үҙгәрештәр ғәмәлгә инде.

Үҙгәрештәр Рәсәйҙең Баш дәүләт санитария табибының 2015 йылдың 24 ноябрендә ҡул ҡуйылған ҡарарына яраш­лы раҫланды. Был хаҡта Ҡулла­ныусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең төбәк идаралы­ғындағы матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Санитария ҡағиҙәләрендә йәмғеһе 29 үҙгәреш бар. Улар оҙайтылған көн төркөмдәрендә балаларҙы ҡарауға ла, дөйөм белем биреү ойошмалары урынлашҡан биналарҙағы шарттарға ла ҡағыла. Гардеробтарҙың, кейем алмаштырыу бүлмәләренең, спорт залда­рының, кластарҙың йыһазландыры­лыуына айырым иғтибар бирелә.
Көн дауамында I кластар өсөн уҡыу йөкләмәһе дүрт дәрестән һәм аҙнаһына бер тапҡыр физкультура дәресе иҫәбенә биш дәрестән; II – IV кластарға биш дәрестән һәм аҙнаһына бер тапҡыр физкультура дәресе иҫәбенә алты дәрестән; V – VII класс уҡыусылары өсөн — ете; VIII – XI кластарға һигеҙ дәрестән артмаҫҡа тейеш, тип билдәләнә ведомство белдереүендә. Шул уҡ ваҡытта физкультура буйынса ике йәнәш дәрес үткәрергә лә мөмкин (саңғыла шыуыу, бассейнда йөҙөү). Беренсе класс балаларын уҡытыуға талаптар ҙа үҙгәрҙе. Бынан ары ғинуар—майҙа көнөнә һәр береһе 40 минутлыҡ дүрт дәрес үткәреү ҡарала.
Яңы санитария ҡағиҙәләрендә мәктәп уҡыусылары өсөн компьютерҙа һәм интерактив таҡта менән эшләү оҙайлылығы ла аныҡлана. Мәҫәлән, I—II класс уҡыусыларына дәрестә компьютерҙа – 20 минут, III–IV кластарға — 25, V—VI класc балаларына — 30, VII—XI кластарға 35 минут эшләргә рөхсәт ителә.




Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә