Быйыл ғинуарҙа “Дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡытыу шарттарына һәм уҡытыуҙы ойоштороуға санитар-эпидемиологик талаптар”ға үҙгәрештәр ғәмәлгә инде.Үҙгәрештәр Рәсәйҙең Баш дәүләт санитария табибының 2015 йылдың 24 ноябрендә ҡул ҡуйылған ҡарарына ярашлы раҫланды. Был хаҡта Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең төбәк идаралығындағы матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Санитария ҡағиҙәләрендә йәмғеһе 29 үҙгәреш бар. Улар оҙайтылған көн төркөмдәрендә балаларҙы ҡарауға ла, дөйөм белем биреү ойошмалары урынлашҡан биналарҙағы шарттарға ла ҡағыла. Гардеробтарҙың, кейем алмаштырыу бүлмәләренең, спорт залдарының, кластарҙың йыһазландырылыуына айырым иғтибар бирелә.
Көн дауамында I кластар өсөн уҡыу йөкләмәһе дүрт дәрестән һәм аҙнаһына бер тапҡыр физкультура дәресе иҫәбенә биш дәрестән; II – IV кластарға биш дәрестән һәм аҙнаһына бер тапҡыр физкультура дәресе иҫәбенә алты дәрестән; V – VII класс уҡыусылары өсөн — ете; VIII – XI кластарға һигеҙ дәрестән артмаҫҡа тейеш, тип билдәләнә ведомство белдереүендә. Шул уҡ ваҡытта физкультура буйынса ике йәнәш дәрес үткәрергә лә мөмкин (саңғыла шыуыу, бассейнда йөҙөү). Беренсе класс балаларын уҡытыуға талаптар ҙа үҙгәрҙе. Бынан ары ғинуар—майҙа көнөнә һәр береһе 40 минутлыҡ дүрт дәрес үткәреү ҡарала.
Яңы санитария ҡағиҙәләрендә мәктәп уҡыусылары өсөн компьютерҙа һәм интерактив таҡта менән эшләү оҙайлылығы ла аныҡлана. Мәҫәлән, I—II класс уҡыусыларына дәрестә компьютерҙа – 20 минут, III–IV кластарға — 25, V—VI класc балаларына — 30, VII—XI кластарға 35 минут эшләргә рөхсәт ителә.