Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мал эйәһенә оҡшаһа...
Мал эйәһенә оҡшаһа... Белорет – Өфө юлы тауҙар аша бормаланып үтә. Ҡаршы килгән машиналарҙы ғәмәлдә һинең менән тиңләшкәс кенә күрәһең. Ләкин уларҙан башҡа ла хәүеф етерлек: боролоштан сығыу менән һинең һыҙатта торған һыйыр йәки атҡа тап булаһың. Айырыуса төнөн ҡурҡыныс – фар яҡтыһында мал кинәт пәйҙә була, тимәк, һәләкәттән ҡасыр өсөн бер-ике генә секунд ваҡытың бар...

Күптән түгел Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьә­ләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитетында ошо проблеманы хәл итеүгә арналған закон проектын тик­шерҙеләр. Юлда ҡарауһыҙ мал­дың күбәйеүе һуңғы осорҙа йыш телгә алына. Автомобиль менән аттарға бәрелеп, кеше һәләк булған бер нисә ваҡиғанан һуң был мәсьәлә көнүҙәккә әйләнде.
Мал эйәһенә оҡшай – бул­дыҡ­һыҙ кешенең малы ла тәртипһеҙ, ти торған ине элек ололар. Юлдағы фажиғәле ваҡиғаға сәбәпсе булған малдың эйәһен был осраҡта яуапҡа тарттырыу мөмкин түгел тиерлек, сөнки берәү ҙә йорт хайуанының уныҡы икәнлеген танырға теләмәй. Ҡарауһыҙ йөрөүе арҡаһында тапалып әрәм булған малды хужаһы килеп тә алмай, сөнки хоҡуҡи яҡтан яуап биреүҙән һәм зыянды ҡаплатыуҙарынан ҡурҡа.
– Шуға күрә малдың мотлаҡ биркаһы булырға тейеш, – ти депутат Әмир Ишемғолов. Тимәк, биркаһыҙ малды тотоп ябып ҡуясаҡтар һәм хужаһы табылғас та унан штраф түләтәсәктәр. Шунһыҙ тәртип булмаҫ та, моғайын.
Закон проекты ауылдарҙа малдың хужаһы йәки көтөүсе ҡарауы аҫтында ғына йөрөргә тейешлеген дә күҙ уңында тота. Көтөү өсөн урындар һәм юл маршруттары алдан билдә­ләнергә тейеш. Бындай ҡануниәт Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә уңышлы эшләп килә, ә малды тимер юл эргәһендә көтөү һәм уның аша сығарыу шарттарын Федераль закон да билдәләп ҡуйған. Беҙҙең республика мал һаны буйынса илдең иң алдынғы төбәк­тәренең береһе иҫәпләнә. Шуға ла был өлкәлә күптән тәртип урынлаштырырға ваҡыт, милексе статусы һәр саҡ башҡалар алдында яуаплы булыуҙы ла аңлата. Депутаттар мал көтөү һәм ҡыуыу буйынса Әбйәлил районы тәжрибәһен дә иҫәпкә алырға йыйына.
– Мал көтөү һәм ҡыуыуға арналған закон проекты беҙҙең парламент сайтында һәм “Асыҡ республика” порталында халыҡ тикшереүенә сығарылды, – тине комитет рәйесе Рәсүл Ғосманов. – Уның буйынса тәҡдимдәр һәм иҫкәрмәләрҙең күп килеүе был мәсьәләнең көнүҙәк булыуын да, халыҡ менән ошолай кәңәшләшеү алымын артабан дауам итергә кәрәклеген дә аңғарта.



Автор: Р. КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә