Белорет – Өфө юлы тауҙар аша бормаланып үтә. Ҡаршы килгән машиналарҙы ғәмәлдә һинең менән тиңләшкәс кенә күрәһең. Ләкин уларҙан башҡа ла хәүеф етерлек: боролоштан сығыу менән һинең һыҙатта торған һыйыр йәки атҡа тап булаһың. Айырыуса төнөн ҡурҡыныс – фар яҡтыһында мал кинәт пәйҙә була, тимәк, һәләкәттән ҡасыр өсөн бер-ике генә секунд ваҡытың бар...Күптән түгел Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитетында ошо проблеманы хәл итеүгә арналған закон проектын тикшерҙеләр. Юлда ҡарауһыҙ малдың күбәйеүе һуңғы осорҙа йыш телгә алына. Автомобиль менән аттарға бәрелеп, кеше һәләк булған бер нисә ваҡиғанан һуң был мәсьәлә көнүҙәккә әйләнде.
Мал эйәһенә оҡшай – булдыҡһыҙ кешенең малы ла тәртипһеҙ, ти торған ине элек ололар. Юлдағы фажиғәле ваҡиғаға сәбәпсе булған малдың эйәһен был осраҡта яуапҡа тарттырыу мөмкин түгел тиерлек, сөнки берәү ҙә йорт хайуанының уныҡы икәнлеген танырға теләмәй. Ҡарауһыҙ йөрөүе арҡаһында тапалып әрәм булған малды хужаһы килеп тә алмай, сөнки хоҡуҡи яҡтан яуап биреүҙән һәм зыянды ҡаплатыуҙарынан ҡурҡа.
– Шуға күрә малдың мотлаҡ биркаһы булырға тейеш, – ти депутат Әмир Ишемғолов. Тимәк, биркаһыҙ малды тотоп ябып ҡуясаҡтар һәм хужаһы табылғас та унан штраф түләтәсәктәр. Шунһыҙ тәртип булмаҫ та, моғайын.
Закон проекты ауылдарҙа малдың хужаһы йәки көтөүсе ҡарауы аҫтында ғына йөрөргә тейешлеген дә күҙ уңында тота. Көтөү өсөн урындар һәм юл маршруттары алдан билдәләнергә тейеш. Бындай ҡануниәт Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә уңышлы эшләп килә, ә малды тимер юл эргәһендә көтөү һәм уның аша сығарыу шарттарын Федераль закон да билдәләп ҡуйған. Беҙҙең республика мал һаны буйынса илдең иң алдынғы төбәктәренең береһе иҫәпләнә. Шуға ла был өлкәлә күптән тәртип урынлаштырырға ваҡыт, милексе статусы һәр саҡ башҡалар алдында яуаплы булыуҙы ла аңлата. Депутаттар мал көтөү һәм ҡыуыу буйынса Әбйәлил районы тәжрибәһен дә иҫәпкә алырға йыйына.
– Мал көтөү һәм ҡыуыуға арналған закон проекты беҙҙең парламент сайтында һәм “Асыҡ республика” порталында халыҡ тикшереүенә сығарылды, – тине комитет рәйесе Рәсүл Ғосманов. – Уның буйынса тәҡдимдәр һәм иҫкәрмәләрҙең күп килеүе был мәсьәләнең көнүҙәк булыуын да, халыҡ менән ошолай кәңәшләшеү алымын артабан дауам итергә кәрәклеген дә аңғарта.