Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡариҙелем – Ҡары илем
“Башҡортостан” гәзитендә А. Абҙа­ҡовтың “Ҡариҙел түгел, Өфө” (2015 йыл, 17 июнь) тигән мәҡәләһен уҡып, ҡулыма ҡәләм алырға мәжбүр булдым. Ошо йылға буйында үҫкән Балыҡсы ырыуының Ҡолсоҡай нәҫеле вариҫы булараҡ, мине мәҡәләләрҙәге мәғлүмәттәр хәүефкә һалды.

Беренсенән, ер-һыуға атама биреү ҡағиҙәһе бар. Йылғалар бер ҡасан да башланған еренән исем алмаған, күп осраҡта тамағына бәйләп аталған. Мысыр кешеләре Нилдың ҡайҙан, ниндәй күлдән сыҡҡанын да белмәгән. Волганың да, әйткәндәй, ҡайҙан сыҡҡаны хаҡында күп быуаттар буйына мәғлүм булмаған. Мәҫәлән, Иҙриси картаһында Волганың башы булып нәҡ Ҡариҙел йылғаһы тора ла инде. Ул ваҡытта шулай тип уйлағандар.
Икенсенән, арҙаҡлы ғалимыбыҙ М. Өмөт­баев, халыҡ үҙ тарихын үҙе яҙырға тейеш, тип әйткән, ә беҙ һаман шул П. Рычковтың хеҙмәттәрен төп дәлил итеп килтерәбеҙ. Сит-яттарҙан түгел, халыҡтың үҙ хәтер ҡаҙнаһынан эҙләргә кәрәк мәғлүмәтте. Минең бер ҡасан да башҡорт халыҡ ижадында Өфө, Иҙел тураһында легенда осратҡаным булманы. Ә Ҡариҙел тураһында бихисап.
Өсөнсөнән, баш ҡалабыҙ беҙҙең халыҡ өсөн дә, башҡа милләттәргә лә Башҡорт исеме менән билдәле булған. Боронғо карталарға күҙ һалығыҙ. Төрки һүҙе “баш” – главный, фарсы һүҙе “керд” – город, ҡала. Ҡала исеме уның халҡына ла күскән. Тарихта быға миҫалдар күп: спартандар, мәскәүҙәр, ҡазандар һәм башҡалар.
Батша хөкүмәте тарафынан һалынған ҡәлғә башҡортом өсөн Имән ҡала булған, ә урыҫтар Уфа тип исемләгән. 1876 йылда А.Н. Сергеев былай тип яҙған: “Был исем башҡорт телендәге “уба” тигән һүҙҙән алынған. Ысынлап та, ҡала Ағиҙелдән 100 сажин самаһы юғарыраҡ түбәләр, убалар өҫтөндә һалынған”. Шулай итеп, ҡәлғә ҡайһы йылға буйында торған тигән һорау тыуа. Ҡала атамаһы йылғаның түгел, ә боронғо урындың исеменән алынған.
Мәғрифәтсе ғалимыбыҙ М. Өмөтбаевтың Өфө — Иҙел тип яҙыуына килгәндә, шуны әйтеү урынлы булыр кеүек. Белеүебеҙсә, ул халҡыбыҙ мәҙәниәтен Көнсығыш, бөйөк урыҫ мәҙәниәте һәм әҙәбиәте ҡанундарына яраҡлаштырыу, яҡынайтыу позиция­һында торған. Ә башҡалар — Т. Ялсығол , Ә. Кейеков — Ҡариҙел тип яҙыуын дауам иткән.
Ҡала исемен Өпәй ырыуы исеме менән бәйләп аңлатырға тырышыусылар иһә “Өпәй ырыуы Ҡариҙел тамағында ҡасан йәшәгән һәм ниндәй шарттарҙа ул бынан киткән?” тигән һорауға яуап бирмәй һәм үҙ фекерен ғилми яҡтан нығытыуға иғтибар итмәй. Шуға күрә лә был фараз һис бер төрлө нигеҙләнмәгән көйөнсә ҡала. Ағиҙелдең түбәнге ағымын һәм Ҡариҙел тамағын ХVI быуатҡа тиклем Өпәй һәм уларға ҡәрҙәш Балыҡсы, Танып ырыуҙары биләгән. Ләкин, Уфа ҡәлғәһе һалыныу сәбәпле, улар төньяҡҡараҡ күсенергә мәжбүр булған. ХVII быуат аҙаҡтарына ырыуҙар Байһы, Төй, Ҡариҙел, Танып йылғалары буйына килеп төпләнгән.
Әгәр ҙә үҙ позицияғыҙҙы өр-яңы документтарға таянып нигеҙләй алаһығыҙ икән, ул саҡта инде рәхим итегеҙ. Ошо фекеремде әйтмәксе булып ҡулыма ҡәләм алғайным да инде.



Автор: Ф. САФИН. Район: Ҡариҙел районы, Болмаҙы ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә