Күсемһеҙ мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге етәксеһе Данир ҒӘЙНУЛЛИН – Шүлгәнташ мәмерйәһен өйрәнеү һәм ҡурсалау өсөн бар тырышлығын һалған кешеләрҙең береһе. Күптән түгел был данлыҡлы мәмерйәгә сит илдән билдәле ғалимдар килде. Уларҙың нимә менән ҡыҙыҡһыныуы, Шүлгәнташты һаҡлау һәм унда туристарҙы йәлеп итеү өсөн ниндәй саралар күрелеүе тураһында Данир Әхмәҙи улы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.– Гәзит уҡыусылар Күсемһеҙ мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәгенең нимә менән шөғөлләнеүен белеп тә етмәйҙер. Эшмәкәрлегегеҙ ниндәй йүнәлештә ҡоролған?
– Тарих өсөн әһәмиәтле булған кәшәнәләр, мәсеттәр, сиркәүҙәр, археологик ҡаҙылмаларҙы, кеше тарафынан ҡалдырылған ижад ҡомартҡыларын һаҡлау – беҙҙең төп бурыс. Ә Башҡортостанда улар байтаҡ. Йәмғеһе 5 мең 579 ҡомартҡы һанала. Шуларҙың 3 мең 600-ө – археологик, 1 мең 687-һе – архитектура һәм төҙөлөш, 192-һе – тарих ҡомартҡыһы, 41-е сәнғәт өлкәһенә ҡарай. Бынан тыш, объекттарҙы һаҡлау ғына түгел, халыҡҡа күрһәтеү, пропагандалау эшен дә алып барабыҙ.
– Улай булғас, “Өфө-2” боронғо ҡаласығын һаҡлау ҙа һеҙҙең ҡарамаҡта инде.
– Эйе, уникаль ҡаласыҡ ул. Беҙҙең алда уның тарихи, мәҙәни ҡатламын өйрәнеү бурысы тора. Әйткәндәй, уҡытыусым, академик Нияз Мәжитов бик ауыр ваҡытта, бөтөн сәйәси, ижтимағи кәртәләргә ҡаршы тороп, был ҡаласыҡты һаҡлап ҡалыуға өлгәште. Уҡытыусымдың мираҫын киләсәк быуынға еткереү – хәҙер беҙҙең мөҡәддәс бурыс.
Боронғо “Өфө-2” ҡаласығының музейы төҙөлдө. Уның бурысы – бында табылған археологик ҡаҙылмаларҙы халыҡҡа күрһәтеү һәм артабан ҙур комплекс булдырыу.
– Һуңғы осорҙа йәмәғәтселектең иғтибары – Шүлгәнташ мәмерйәһендә. Яңыраҡ ҡына бында боронғо кешенең яңы һүрәттәре табылыуы тураһында иғлан иттегеҙ. Шүлгәнташ – Рәсәй генә түгел, донъя кимәлендәге үҙенсәлекле мәмерйә. Ниңә ул ЮНЕСКО тарафынан һаҡланған объекттар исемлегенә инмәгән?
– Бөгөн Рәсәйҙән ЮНЕСКО исемлегендә 17 объект теркәлгән. Бында инер өсөн йәнә 26 объект кандидат булып тора. Шуларҙың береһе – Шүлгәнташ. Фаразлауыбыҙса, сират ике йылдан етергә тейеш. Башҡа объекттар араһында беҙҙең мәмерйә иң лайыҡлыһылыр, тип фекер йөрөтәбеҙ. Ысынлап та, донъя тарихы өсөн ифрат әһәмиәтле урын ул.
ЮНЕСКО исемлегенә инер алдынан уларҙың талаптарына яуап бирергә кәрәк. Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса эш башланыҡ.
Шүлгәнташ – Евразия ҡитғаһындағы иң көнсығыш мәмерйәләрҙең береһе. Уға оҡшаштар Испанияла, Францияла ғына бар. Боронғо кеше йәшәгән мәғәрәләрҙең ниңә башҡа тарафтарҙа юҡ икәне әлегә ҙур сер булып ҡала. Европаның йылы өлөшөндә йәшәгән боронғо кешеләрҙе аңлап була. Тәбиғәт шарттары уңайлы, тотороҡло, йәнлек күп урында йәшәүе лә рәхәт. Ә бына Уралда, йәғни һауа торошо ҡатмарлы, ҡырыҫ булған төбәктә, ни өсөн боронғо кешеләр туҡталды икән? Быныһын әлегә аңлауы ла, аңлатыуы ла ауыр.
Шүлгәнташтағы һүрәттәрҙе лә телгә алғы килә. Улар Европалағыларҙан айырылып тора. Был – үҙаллы тыуған сәнғәт. Хатта төрлө буяуҙар ҡулланылған. Бүтән төбәктәрҙә рәсемдәр ҡара, һары төҫтәр менән буялһа, беҙҙең мәмерйәлә боронғо кешеләр оксидлаштырылған тимерҙән яһалған һары төҫтәрҙе ҡулланған.
2014 йылда ЮНЕСКО эксперттары мәмерйәне килеп ҡараны, өйрәнде. Быйыл уны һаҡлау, өйрәнеү мәсьәләһен күтәргән симпозиум ойошторолдо. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында Франциялағы, Испаниялағы мәмерйәләрҙе барып күрҙек, улар менән тәжрибә уртаҡлаштыҡ, сөнки һүрәттәрҙең оҡшашлығы тураһында күп һөйләйбеҙ, әммә сағыштырып ҡарағаныбыҙ юҡ ине. Донъялағы бөтөн тау ҡыуыштары араһында Испанияның Альтамира мәмерйәһе – иң ныҡ өйрәнелгәне. Уның директоры булып утыҙ йыл инде Хосе Антонио Лачерас тигән кеше эшләй. Уға һоҡланмау мөмкин түгел. Бында бар нәмә шул тиклем һәйбәт ойошторолған, һәр эш график буйынса атҡарыла. Һүрәттәрҙе һаҡлау, консервациялау эше юғары кимәлдә. Ошо дәүерҙең музейы бар.
Ласка мәмерйәһендә лә булдыҡ. Уларҙа ла өйрәнер һәм уртаҡлашыр тәжрибә ҙур. Бында эшләгән белгестәрҙең барыһы ла, Шүлгәнташ мәмерйәһен Антон Эудаль Гийаме исемле белгескә күрһәтергә кәрәк, тип кәңәш бирҙе. Беҙ уның менән бәйләнешкә индек һәм ноябрҙә Шүлгәнташҡа ике аҙналыҡ экспедиция ойошторҙоҡ. Белгесте иң аптыратҡаны туристар ҡалдырған граффити өлгөләренең күплеге булды. Әйткәндәй, уларҙы 2007 йылда юйып ҡарағандар, әммә бында махсус технология буйынса эш итергә кәрәк. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк: Рәсәйҙә быға тиклем Шүлгәнташтан башҡа бер мәмерйәне лә таҙартҡандары булмаған.
– Граффити төрҙәре тураһында ентекләберәк һөйләгеҙ әле.
– 14 квадрат метр майҙан таҙартылды. Мәмерйә эсендәге микроклимат ҡаҡшамаһын, химик состав һүрәттәргә йоғонто яһамаһын тигән тәүшарт бар бит инде. Гийаме шул тиклем ябай ғына әйберҙәр менән стеналарҙы тәүге хәленә ҡайтарҙы. Беҙ шаҡ ҡаттыҡ. Белгес тәжрибәһе менән уртаҡлашты, хеҙмәткәрҙәребеҙгә үҙ алымдарын өйрәтте. Артабан был эште үҙ көсөбөҙ менән атҡарасаҡбыҙ. Дөйөм алғанда, мәмерйәләге граффитиҙарҙы бөтөрөр өсөн алтмыш көн эшләргә кәрәк. Тәүҙә яҙыуҙарҙы фотоға төшөрәбеҙ. Технология буйынса атҡарғанда, быға ике йыл самаһы ваҡыт китәсәк. Әйткәндәй, граффити яҙмалары араһында үҙҙәре үк тарихҡа әүерелгәндәре лә бар. Мәҫәлән, 1936 йылда (фаразлауыбыҙса) Ғабдулла Амантай ҡалдырған яҙыуға юлыҡтыҡ. Нисек итеп уны юйып ташламаҡ кәрәк? Был бит хәҙер үҙе тарих!
ЮНЕСКО ҡуйған талаптар буйынса ошо граффитиҙарҙы бөтөрөргә һәм һүрәттәрҙе консервацияларға кәрәк. Туристар йөрөгән баҫҡыстарҙы рәткә килтереү мотлаҡ. Ҡомартҡыларҙан торған ер ҡатламы һаҡланырға тейеш. Быларҙың барыһын да тормошҡа ашырыу өсөн киләсәктә бында музей комплексы асырға кәрәк.
Сит илдәге мәмерйәләргә туристар күп килә. Йылына яҡынса 350 мең кеше, боронғо һүрәттәрҙе үҙ күҙҙәре менән күрергә хыялланып, мәмерйәләргә сәйәхәт ҡыла. Бөрйәндең дә киләсәге туризмға бәйле. Туристарҙы ылыҡтырыу өсөн был төбәктәге данлыҡлы мәмерйә эргәһендә мәҙәни үҙәк булдырыу мотлаҡ. Яҡын киләсәктә музей эшләргә хыялланабыҙ. Ул Бөрйәндең иҡтисадына ҙур йоғонто яһар, тип фаразлайбыҙ. Тарих, археология, мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһынған интеллектуаль туристар бит ниндәйҙер аныҡ маҡсат менән килә. Беҙ уларҙың талаптарына яуап бирерҙәй сервис һәм ҡыҙыҡһыныуҙы ҡандырырҙай музей булдырырға тейеш.
– Граффитиҙарҙы таҙартҡанда быға тиклем билдәһеҙ булған һүрәттәр ҙә тапҡанһығыҙ икән...
– Эйе, тик был ҙур асыш тип яр һалырға иртәрәк әле. Бер нисә һүрәттең фрагментына юлыҡтыҡ. Улар ҡыҙғылт-һары тәбиғи буяу менән яһалған. Боронғо кешеләрҙең һүрәттәре тип фараз ҡылырға була. Әммә экспертиза үтмәйенсә ҡысҡырмай торайыҡ.
– Шүлгәнташ эргәһендәге музей комплексы проектына конкурс иғлан ителде. Тимәк, еңеүсе билдәләнеү менән эш башланасаҡ?
– Эйе. Проект алдағы йылда ҡабул ителер тип күҙаллана. Оҙаҡҡа һуҙылмаҫ тип өмөтләнәйек. Ғаиләһе менән музейға килгән кеше бында үҙенә көнө буйына етерлек шөғөл тапһын тибеҙ. Музей булғас, туҡланыу, ял урыны ла кәрәк. Ғөмүмән, музей экспозицияһы “Урал батыр” эпосы персонаждары, сюжеттары аша эшләнәсәк. Был, бер яҡтан, ҡыҙыҡлы булһа, икенсе яҡтан, мәмерйә тарихы башҡорт халыҡ эпостары, легендалары менән тығыҙ бәйләнгәнлеген күрһәтәсәк. Быларҙың барыһы ла башҡорт халҡының тарихын, ауыҙ-тел ижадын, донъяға ҡарашын, фәлсәфәһен донъя кимәленә күтәрәсәк. Киләсәктә музей эргәһендә “Башҡорт балы” солоҡсолоҡ музейы, этнографик комплекстар төҙөү күҙаллана.
Башҡортостан Ҡырым, Байкал, Алтай төбәктәренән туризм үҫеше буйынса артта ҡалмаҫҡа тейеш. Күп төбәктәргә туристы инфраструктура ылыҡтыра. Беҙҙә әлегә был йәһәттән атҡараһы эш күп әле.
– Башҡорттар Шүлгәнде изге мәмерйә тип һанаған. Бөтөн боронғо эпостарыбыҙҙа ла тиерлек ул телгә алына. Ата-бабалар был изге урынға инергә лә ҡыймаған. Ә бөгөн беҙ граффити өлгөләрен юйыу тураһында һүҙ алып барабыҙ...
– Үкенесле, әлбиттә. Үткән быуаттың 30-сы йылдарына тиклем башҡорттар мәмерйәгә кермәгән, йолаларға, ата-бабалар һүҙенә тоғро ҡалған. Шуға ла ул һәйбәт һаҡланғандыр. Мәмерйәнең стеналарында төрлө яҙыуҙар ҡалдырыу, вәхшиҙәрсә ҡыланыу осраҡтары совет осоронда башланған.
– Һеҙ Шүлгәнташ эргәһендәге музей комплексы тураһында шундай йәнле итеп һөйләнегеҙ. Барыһы ла йәнһүрәт кеүек күҙ алдына килеп баҫты. Ҡоролған пландарҙың тиҙерәк тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.