Шүлгәнташ һаҡлаған серҙәр байтаҡ әле19.01.2016
Шүлгәнташ һаҡлаған серҙәр байтаҡ әле Күсемһеҙ мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге етәксеһе Данир ҒӘЙНУЛЛИН – Шүлгәнташ мәмерйәһен өйрәнеү һәм ҡурсалау өсөн бар тырышлығын һалған кешеләрҙең береһе. Күптән түгел был данлыҡлы мәмерйәгә сит илдән билдәле ғалимдар килде. Уларҙың нимә менән ҡыҙыҡһыныуы, Шүлгәнташты һаҡлау һәм унда туристарҙы йәлеп итеү өсөн ниндәй саралар күрелеүе тураһында Данир Әхмәҙи улы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Гәзит уҡыусылар Күсем­һеҙ мә­ҙә­ни ми­раҫты һаҡлау һәм файҙа­ланыу буйынса фән­ни-етештереү үҙәгенең ни­мә менән шө­ғөл­ләнеүен белеп тә етмәйҙер. Эшмә­кәрлегегеҙ ниндәй йүнә­лештә ҡоролған?
Шүлгәнташ һаҡлаған серҙәр байтаҡ әле– Тарих өсөн әһәмиәтле булған кәшәнәләр, мәсеттәр, сиркәүҙәр, археологик ҡаҙыл­маларҙы, кеше тарафынан ҡалдырылған ижад ҡомарт­ҡыларын һаҡлау – беҙҙең төп бурыс. Ә Баш­ҡортостанда улар байтаҡ. Йәмғеһе 5 мең 579 ҡомартҡы һанала. Шуларҙың 3 мең 600-ө – археологик, 1 мең 687-һе – архитектура һәм төҙө­лөш, 192-һе – тарих ҡомарт­ҡыһы, 41-е сәнғәт өлкә­һенә ҡарай. Бынан тыш, объекттарҙы һаҡлау ғына түгел, халыҡҡа күрһәтеү, пропагандалау эшен дә алып барабыҙ.
– Улай булғас, “Өфө-2” боронғо ҡаласығын һаҡлау ҙа һеҙҙең ҡара­маҡта инде.
– Эйе, уникаль ҡаласыҡ ул. Беҙҙең алда уның тарихи, мәҙәни ҡатламын өйрәнеү бурысы тора. Әйткәндәй, уҡытыу­сым, академик Нияз Мәжитов бик ауыр ваҡытта, бөтөн сәйәси, ижтимағи кәртә­ләр­гә ҡаршы тороп, был ҡала­сыҡты һаҡлап ҡалыуға өлгәште. Уҡытыусымдың мираҫын киләсәк быуынға еткереү – хәҙер беҙҙең мөҡәддәс бурыс.
Шүлгәнташ һаҡлаған серҙәр байтаҡ әлеБоронғо “Өфө-2” ҡаласығы­ның музейы төҙөлдө. Уның бурысы – бында табылған археологик ҡаҙылмаларҙы халыҡҡа күрһәтеү һәм артабан ҙур комплекс булдырыу.
– Һуңғы осорҙа йәмәғәт­се­лектең иғтибары – Шүл­гән­таш мәмерйә­һендә. Яңы­раҡ ҡына бында борон­ғо кешенең яңы һүрәттәре табылыуы тура­һында иғлан иттегеҙ. Шүлгән­таш – Рәсәй генә түгел, донъя кимә­лен­дәге үҙенсәлекле мәмерйә. Ниңә ул ЮНЕСКО тарафынан һаҡланған объекттар исемлегенә инмәгән?
– Бөгөн Рәсәйҙән ЮНЕСКО исем­легендә 17 объект теркәл­гән. Бында инер өсөн йәнә 26 объект кандидат булып тора. Шуларҙың береһе – Шүлгән­таш. Фаразлауыбыҙса, сират ике йылдан етергә тейеш. Баш­ҡа объекттар араһында беҙҙең мәмерйә иң лайыҡ­лыһылыр, тип фекер йөрөтәбеҙ. Ысынлап та, донъя тарихы өсөн ифрат әһәмиәтле урын ул.
ЮНЕСКО исемлегенә инер алдынан уларҙың талаптарына яуап бирергә кәрәк. Етешһеҙ­лектәрҙе бөтөрөү буйынса эш башланыҡ.
Шүлгәнташ – Евразия ҡитға­һын­дағы иң көн­сығыш мәмер­йәләрҙең береһе. Уға оҡшаштар Испанияла, Францияла ғына бар. Боронғо кеше йәшәгән мәғәрә­ләрҙең ниңә башҡа тарафтарҙа юҡ икәне әлегә ҙур сер булып ҡала. Европаның йылы өлөшөн­дә йәшәгән боронғо кешеләрҙе аңлап була. Тәбиғәт шарттары уңайлы, тотороҡло, йәнлек күп урында йәшәүе лә рәхәт. Ә бына Уралда, йәғни һауа торошо ҡатмарлы, ҡырыҫ булған төбәктә, ни өсөн боронғо кешеләр туҡталды икән? Быныһын әлегә аңлауы ла, аңлатыуы ла ауыр.
Шүлгәнташтағы һүрәттәрҙе лә телгә алғы килә. Улар Евро­палағыларҙан айырылып тора. Был – үҙаллы тыуған сәнғәт. Хатта төрлө буяуҙар ҡулла­ныл­ған. Бүтән төбәктәрҙә рә­сем­дәр ҡара, һары төҫтәр менән буялһа, беҙҙең мәмер­йәлә боронғо кешеләр оксид­лаштырылған тимерҙән яһалған һары төҫтәрҙе ҡулланған.
2014 йылда ЮНЕСКО эксперттары мәмерйәне килеп ҡараны, өйрәнде. Быйыл уны һаҡлау, өйрәнеү мәсьәләһен күтәргән симпозиум ойошторол­до. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында Фран­циялағы, Испаниялағы мәмер­йәләрҙе барып күрҙек, улар менән тәжрибә уртаҡ­лаштыҡ, сөнки һүрәттәрҙең оҡшашлығы тураһында күп һөйләйбеҙ, әммә сағыштырып ҡарағаныбыҙ юҡ ине. Донъя­лағы бөтөн тау ҡыуыштары араһында Испа­нияның Альтамира мәмерйәһе – иң ныҡ өйрәнелгәне. Уның директоры булып утыҙ йыл инде Хосе Антонио Лачерас тигән кеше эшләй. Уға һоҡланмау мөмкин түгел. Бында бар нәмә шул тиклем һәйбәт ойош­торолған, һәр эш график буйынса атҡарыла. Һүрәттәрҙе һаҡлау, консервациялау эше юғары кимәлдә. Ошо дәүерҙең музейы бар.
Ласка мәмерйәһендә лә булдыҡ. Уларҙа ла өйрәнер һәм уртаҡлашыр тәжрибә ҙур. Бында эшләгән белгес­тәрҙең бары­һы ла, Шүлгәнташ мәмер­йәһен Антон Эудаль Гийаме исемле белгескә күрһәтергә кәрәк, тип кәңәш бирҙе. Беҙ уның менән бәйләнешкә индек һәм ноябрҙә Шүлгәнташҡа ике аҙналыҡ экспедиция ойошторҙоҡ. Белгесте иң аптыратҡаны туристар ҡал­дырған граффити өлгөләренең күплеге булды. Әйткәндәй, уларҙы 2007 йылда юйып ҡарағандар, әммә бында махсус технология буйынса эш итергә кәрәк. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк: Рәсәйҙә быға тиклем Шүлгәнташтан башҡа бер мәмерйәне лә таҙартҡандары булмаған.
– Граффити төрҙәре тура­һында ентеклә­берәк һөйлә­геҙ әле.
– 14 квадрат метр майҙан таҙар­тылды. Мәмерйә эсендәге микроклимат ҡаҡшамаһын, химик состав һүрәттәргә йоғонто яһамаһын тигән тәүшарт бар бит инде. Гийаме шул тиклем ябай ғына әйберҙәр менән стеналарҙы тәүге хәленә ҡай­тарҙы. Беҙ шаҡ ҡаттыҡ. Белгес тәжрибәһе менән уртаҡлашты, хеҙмәткәрҙәребеҙгә үҙ алымда­рын өйрәтте. Артабан был эш­те үҙ көсөбөҙ менән атҡа­ра­саҡбыҙ. Дөйөм алғанда, мә­мерйәләге граф­фитиҙарҙы бө­төрөр өсөн алтмыш көн эш­ләргә кәрәк. Тәүҙә яҙыуҙарҙы фотоға төшөрәбеҙ. Технология буйынса атҡарғанда, быға ике йыл самаһы ваҡыт китәсәк. Әйт­кәндәй, граффити яҙма­лары араһында үҙҙәре үк та­рихҡа әүерелгәндәре лә бар. Мәҫәлән, 1936 йылда (фа­разлауыбыҙса) Ғабдулла Амантай ҡалдырған яҙыуға юлыҡтыҡ. Нисек итеп уны юйып ташламаҡ кәрәк? Был бит хәҙер үҙе тарих!
ЮНЕСКО ҡуйған талаптар буйынса ошо граффитиҙарҙы бөтө­рөргә һәм һүрәттәрҙе консерва­цияларға кәрәк. Туристар йөрөгән баҫҡыстарҙы рәткә килтереү мотлаҡ. Ҡомартҡыларҙан торған ер ҡатламы һаҡланырға тейеш. Быларҙың барыһын да тор­мошҡа ашырыу өсөн киләсәктә бында музей комплексы асырға кәрәк.
Сит илдәге мәмерйәләргә туристар күп килә. Йылына яҡынса 350 мең кеше, боронғо һүрәт­тәрҙе үҙ күҙҙәре менән күрергә хыялланып, мәмер­йәләргә сәйә­хәт ҡыла. Бөрйәндең дә киләсәге ту­ризмға бәйле. Туристарҙы ылыҡтырыу өсөн был төбәктәге данлыҡлы мәмерйә эргәһендә мәҙәни үҙәк булдырыу мотлаҡ. Яҡын киләсәктә музей эшләргә хыялланабыҙ. Ул Бөрйәндең иҡти­са­дына ҙур йоғонто яһар, тип фараз­лайбыҙ. Тарих, археология, мәҙәниәт менән ҡыҙыҡ­һынған интеллектуаль туристар бит ниндәйҙер аныҡ маҡсат менән килә. Беҙ уларҙың талаптарына яуап бирерҙәй сервис һәм ҡыҙыҡ­һыныуҙы ҡандырыр­ҙай музей булдырырға тейеш.
– Граффитиҙарҙы таҙарт­ҡанда быға тиклем билдәһеҙ булған һүрәт­тәр ҙә тапҡан­һығыҙ икән...
– Эйе, тик был ҙур асыш тип яр һалырға иртәрәк әле. Бер нисә һүрәттең фрагментына юлыҡтыҡ. Улар ҡыҙғылт-һары тәбиғи буяу менән яһалған. Боронғо кешеләрҙең һүрәттәре тип фараз ҡылырға була. Әммә экспертиза үтмәйенсә ҡысҡыр­май торайыҡ.
– Шүлгәнташ эргәһендәге музей комплексы проектына конкурс иғ­лан ителде. Тимәк, еңеүсе билдә­ләнеү менән эш башланасаҡ?
– Эйе. Проект алдағы йылда ҡабул ителер тип күҙаллана. Оҙаҡҡа һуҙылмаҫ тип өмөтлә­нәйек. Ғаиләһе менән музейға килгән кеше бында үҙенә көнө буйына етерлек шөғөл тапһын тибеҙ. Музей булғас, туҡланыу, ял урыны ла кәрәк. Ғөмүмән, музей экспозицияһы “Урал батыр” эпосы персонаждары, сюжеттары аша эшләнәсәк. Был, бер яҡтан, ҡыҙыҡлы булһа, икенсе яҡтан, мәмерйә тарихы башҡорт халыҡ эпостары, легендалары менән тығыҙ бәйләнгәнлеген күрһәтәсәк. Быларҙың барыһы ла башҡорт халҡының тарихын, ауыҙ-тел ижадын, донъяға ҡарашын, фәлсәфәһен донъя кимәленә күтәрәсәк. Киләсәктә музей эргәһендә “Башҡорт балы” солоҡсолоҡ музейы, этнографик комплекстар төҙөү күҙаллана.
Башҡортостан Ҡырым, Байкал, Алтай төбәктәренән туризм үҫеше буйынса артта ҡалмаҫҡа тейеш. Күп төбәктәргә туристы инфраструктура ылыҡтыра. Беҙҙә әлегә был йәһәттән атҡараһы эш күп әле.
– Башҡорттар Шүлгәнде изге мәмерйә тип һанаған. Бөтөн боронғо эпостары­быҙ­ҙа ла тиерлек ул телгә алы­на. Ата-бабалар был изге урынға инергә лә ҡый­маған. Ә бөгөн беҙ граффити өлгөләрен юйыу тураһында һүҙ алып барабыҙ...
– Үкенесле, әлбиттә. Үткән быуаттың 30-сы йылдарына тиклем башҡорттар мәмерйәгә кермәгән, йолаларға, ата-бабалар һүҙенә тоғро ҡалған. Шуға ла ул һәйбәт һаҡлан­ғандыр. Мәмерйәнең стеналарында төр­лө яҙыуҙар ҡалдырыу, вәхшиҙәр­сә ҡыланыу осраҡтары совет осоронда башланған.
– Һеҙ Шүлгәнташ эргәһен­дәге музей комплексы тура­һында шундай йәнле итеп һөйләнегеҙ. Барыһы ла йәнһүрәт кеүек күҙ алдына килеп баҫты. Ҡоролған пландар­ҙың тиҙерәк тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.



Вернуться назад