Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Балалар клубҡа ҡуҙғалғас, тәмле аш табыны янына күр­шеләргә лә өндәш­те­ләр, үрге ауылдан өй хужа­һы­ның энеһе Карам ҡатыны менән килеп өлгәште. Уҡытыусы килене илдәге бол­ған­сыҡтарҙың көн­дән-көн көсәйеүен, чечен һуғышы ҡор­бандарының яҡын-тирә ауылдар­ҙан да булыуын һөй­ләп әсендерҙе. Киске табын һүрән генә батып барған, ҡанһыраған ҡояш нурҙары кеүек таралды. Шунда уртаҡ уйға килеп, ысынлап та, Ғайсаны тиҙерәк Ташкентҡа ебәрергә ҡарар иттеләр.
Аҙна эсендә бесән эшен тамам­лап, оло улдарын юлға төйнәнеләр. Ул арала Дәриғәттең элекке һабаҡташтары Өфө эргәһендә генә төҙө­лөп бөтмәгән йорттар һатылған ауыл бар­лығын әйтте. Альбина уҡырға китер алдынан ғына Ғай­санан да яҡшы хәбәр килеп төш­тө: Ташкентҡа яҡын ғына торған хәрби гарнизонға хеҙ­мәткә саҡырылғайны ул. Бө­тәһе лә көй­ләнә башланы кеүек. Шишмә юлын­да ятҡан ауылдағы өс бүлмә­ле фа­тирҙың бер бүлмәһен үҙ ҡулдары менән төҙөп бөтөп, ҡыш сығырлыҡ итте ғаилә. Әнисә менән Дәриғәт ауыл халҡын аптыратып, көнө-төнө эшләне лә, һалҡын­дарҙы еткереп, фатир­ҙарына инде. Ярай әле Фәрғәт егәрле, барыһын үҙе белеп яһай, атаһынан күреп, кирбесте лә ҡупшы итеп һала, бысраҡ тип тормай, балсыҡҡа ла йәбешә! Улдарының күҙгә күре­неп нығыныуына һөйөнөп тор­һалар ҙа, уның Ташкентта алған һөнәр­селек училищеһы доку­ментының бында вузға инерлек булмауы йөрәктә шик тыуҙыра, уйландыра ине. Таныш түгел ерҙә лә тиҙ генә дуҫтар табып, кистәрен клубҡа сығып киткән улдары өсөн берсә көйөндөләр, берсә һөйөн­дөләр ата менән әсә. Иренә белдермәй генә Әнисә көнө-төнө Кавказ яҡтарына тыныслыҡ теләне, Хоҙайҙан шул халыҡтың һуғыш утын туҡтатыуын ялбарҙы, йөрәген әрнеткән шикте күҙ йәше менән ҡыуып ҡараны.
Фәрғәтте ауыл мәктәбенә ут яғыусы итеп эшкә алғас, бер аҙ тормоштары көйләнгәндәй булды. Ғайса хат яҙып тора, Альбина ла ялға ҡайтасаҡ, уҡыуы уңышлы бара.
Йылы яҡтарҙан һуң бындағы һалҡын ҡышҡа өйрәнеүе ҡыйын булды. Шулай ҙа, ауылдағы тө­ҙөлөш эштәренә саҡырылғас, Дәриғәткә лә йән ингәндәй булды. Аталы-уллы эшкә китәләр. Фәр­ғәткә иһә ҡарлы-буранлы ҡыш бик тә оҡшаны, уның ҡабатланмаҫ матурлығын, сафлығын тәүге мөхәббәте менән бәйләне егет. Сөнки ябалаҡлап ҡар яуғанда бурандар эсенән бер сер кеүек килеп инде уға һөйөүе. Ҡуйы ҡара сәс­тәрен ҡупшы итеп төйнәп ҡуйған, оҙон керпекле мөләйем бер ҡыҙ уның тормошона мәғәнә өҫтәне, ҡәҙерле кешеһенә әйләнде.
Йәшлек мөхәббәте Фәрғәтте тағы ла күркәмерәк итте. Хәҙер инде армияға барыу уның өсөн намыҫ эше булып күренде. Һөйгән ҡыҙы алдында армияла булып ҡайтыуҙы мөҡәддәс бурыс тип ҡабул итте һәм яҙын, тәүге тамсылар мә­лендә, әсәһенең тыуған көнөндә саҡырыу ҡағыҙы алды ул. Армияға китәһе көнгә аҙна самаһы ҡалғас, Таймаҫҡа ҡайтып, олаталарын күреп китергә булды. Был хәбәрҙе әйткәс, олатаһы менән өләсәһе бәләкәсәйеп ҡалғандай булды, тынып ҡалды. Ҡупшы кәү­ҙәһенә һы­лашып торған кейеме, үҙенсә көйәҙлек менән ҡайтарылған күлдәк яғаһы, ышаныслы ҡарашы ейәненең малайлыҡтан сығып, тормошҡа үҙаллы мөнәсәбәте барлығын күрһәтеп, үҙһүҙле Миңле­гәрәйҙе лә тынып ҡалырға мәжбүр итте.
– Олатай, һин мине уҡтан тура атырға өйрәттең. Бына хәҙер шулар кәрәгә лә инде, — тине Фәрғәт, уларҙың күңелен күреп. Өләсәһе, ҡарттарса түҙемһеҙләнеп:
– Алға сыҡма, башыңды баҫып ҡына йүгер, кешегә атма, улар бит дошман түгел, үҙебеҙ­ҙекеләр… — тип үкһеп ебәрҙе.
— Өләс, тыныслан инде, беләм, мин унда эләкмәм, Себер яғына ебәрерҙәр, бәлки, но унда һыуыҡ…
– Һыуыҡҡа түҙерһең, утҡа түҙеп булмай, улым, әллә ниндәй утлы осорға тура килде әрмең!
– Ничего, олатай, Чечняға эләкһәм, минең авторитет күтәреләсәк…
–Ай, шул холҡоңдо! — тип әсенде өләсәһе, — һин йәшһең, бер ни белмәйһең! Афтаритит, имеш...
Мәстүрә әбей шулай бер килке сутырланы. Унан урынынан йәштәрсә ырғып торҙо ла йоҡо бүлмәһенә инеп китте, элекке тартманан ниҙер алды ла ҡайсы менән ҡырҡты, унан ишеккә йүнәлде.
– Хәҙер бер нәмә бирәм. Һине һаҡлар ул, бәпкәм.
Тиҙҙән тыштан кескәй генә төйөнсөк тотоп килеп инде. Үҙе яратып ябынған һары-ҡыҙыл ерлекле яулығынан ҡырҡылған кескәй ҡулъяулыҡҡа нимәлер төрөп алған.
— Мә, бәләкәсем, үҙең менән алып кит, тупһа янынан ғына алынған ер бында. Ул һине һаҡлар.
Фәрғәт тәүҙә көлдө, аҙаҡ ҡарт­тарҙың болоҡһоу йөҙҙәренән уларҙың ни кисергәнен аңланы. Уларҙы ырғып тороп ҡосаҡлап алды, үҙенсә ты­нысландырҙы. Ҡапыл күҙҙәренә йәш килде: улар кеүек меңәрләгән әсәй-өләсәйҙәр, бәлки, ошо минутта үҙҙәренең улдары менән хушлашалыр…
…Фәрғәттән тәүге айҙарҙа бик күп хат килде. Ул үҙенең тәбиғи бөхтәлеге менән барса хатҡа ла яуап яҙырға ваҡыт тапты, Тоцкиҙан Чечняға эләккәс, үҙенең тиҙ арала снайпер мәктәбен үтеп, иң яҡшылар араһында Грозныйҙы азат итеүҙә ҡатнашасағына ғорурланыуын белдерҙе. ”Секретта ултырам. Ҡараһам, һыйыр килеп сыҡты. Атырғамы, юҡмы? Атһаң йәл, атмаһаң, минала шартлаясаҡ. Тиҙ генә етәкләп, егеттәр янына алып килдем. Егеттәргә — һөт, ә миңә — авторитет!” — тигән ине бер хатында.
Икенсеһендә: “Секретта ултырһам, бер дух килә. Атырғамы, юҡмы? Атһам, кеше үлә, атмаһаң, хәрби ант боҙола! Күҙҙе йомдом да аттым. Күҙҙе асһам, дух та юҡ, мәйет тә юҡ. Мылтығы ғына ятып ҡалған. Егеттәргә — мылтыҡ, миңә — авторитет! Бына нисек һуғышам мин, фортуна ярҙам итә. Хәҙер исемемде ҡыҫҡартып “Фора” тип йөрөтәләр. Миңә оҡшай, һеҙгә нисек?” — тигән.
Олатаһының холҡон яҡшы белгән­гәме, уға рухлы хаттар яҙҙы: “Олатай, ышан, ошо һуғыштан ҡайтҡас, үҙем­деке кеүек мылтыҡты табып, саңға әйләндергәнсе бысҡылайым, әлегә миңә уны ныҡ һаҡларға ҡуштылар. Һуңғы талаптарға яуап бирерлек итеп эшләнгән ҡорал дошман ҡулына төшөргә тейеш түгел”.
Үҙәк радио һәм телевидение октябрҙә иң ҡурҡыныслы алыштар барғанлығын һөйләп торҙо. Тап шул мәлдәрҙә Фәрғәттән хаттар туҡтаны. Тәүҙә тыныс булырға тырышып көттөләр, аҙаҡ военкомат юлын тапанылар. Ике ай үткәс, Дәриғәт ике туған ҡустыһы менән юлға сыҡты. Ҡот осҡос хәлгә әйләндерелгән Грозный буйлап айҙан ашыу эҙләнеләр: тереләр араһында Фәрғәт юҡ ине. Бәлки, әсирлеккә төшкәндер, тигән өмөт йәшәне. Ләкин һуңғы сиктә уның полкы һуғыштың иң ҡыҙыу нөктәһенә эләккәнлеге асыҡланды. Ярҙамға килгән йәш лейтенант, Фәрғәттең снайпер булғанлығын белгәс, өмөтһөҙ генә ҡул һелтәне.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республикала Олокүл – Ҡабаҡ – Һыуыҡ Шишмә юлының ете саҡрымын ремонтлайҙар

Республикала Олокүл – Ҡабаҡ – Һыуыҡ Шишмә юлының ете саҡрымын ремонтлайҙар 16.05.2025 // Йәмғиәт

Республикала Олокүл – Ҡабаҡ – Һыуыҡ Шишмә юлының ете саҡрымын ремонтлайҙар...

Тотош уҡырға 12

2025 йылда Өфөлә математика лицейы төҙөлә башлай

2025 йылда Өфөлә математика лицейы төҙөлә башлай 16.05.2025 // Йәмғиәт

2025 йылда Өфөлә математика лицейы төҙөлә башлай...

Тотош уҡырға 13

Башҡортостанда 133 йәш ғалим торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан

Башҡортостанда 133 йәш ғалим торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан 16.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 133 йәш ғалим торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан...

Тотош уҡырға 11

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең йәйгеһен ҡайҙа ял итергә йыйыныуы билдәле булды

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең йәйгеһен ҡайҙа ял итергә йыйыныуы билдәле булды 16.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең йәйгеһен ҡайҙа ял итергә йыйыныуы билдәле булды...

Тотош уҡырға 16

Ҡаҙмаштар «Айыҡ ауыл» конкурсында еңгән призға ҡиммәтле техника һатып аласаҡ

Ҡаҙмаштар «Айыҡ ауыл» конкурсында еңгән призға ҡиммәтле техника һатып аласаҡ 16.05.2025 // Йәмғиәт

Ҡаҙмаштар «Айыҡ ауыл» конкурсында еңгән призға ҡиммәтле техника һатып аласаҡ...

Тотош уҡырға 16

Ял көндәрендә республикала йылы һәм яуым-төшөмһөҙ була

Ял көндәрендә республикала йылы һәм яуым-төшөмһөҙ була 16.05.2025 // Йәмғиәт

Ял көндәрендә республикала йылы һәм яуым-төшөмһөҙ була...

Тотош уҡырға 13

Өфөлә сәләмәтлек байрамы ойошторола

Өфөлә сәләмәтлек байрамы ойошторола 15.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә сәләмәтлек байрамы ойошторола...

Тотош уҡырға 16

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре иғлан ителде

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре иғлан ителде 15.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре иғлан ителде...

Тотош уҡырға 18

Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова Дуҫлыҡ орденына лайыҡ булды

Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова Дуҫлыҡ орденына лайыҡ булды 15.05.2025 // Йәмғиәт

Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова Дуҫлыҡ орденына лайыҡ булды...

Тотош уҡырға 23

Баш ҡалала «Айыҡ ауыл» республика конкурсы әүҙемселәре бүләкләнде

Баш ҡалала «Айыҡ ауыл» республика конкурсы әүҙемселәре бүләкләнде 15.05.2025 // Йәмғиәт

Баш ҡалала «Айыҡ ауыл» республика конкурсы әүҙемселәре бүләкләнде...

Тотош уҡырға 19

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы әүҙемселәре бүләкләнде

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы әүҙемселәре бүләкләнде 15.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы әүҙемселәре бүләкләнде...

Тотош уҡырға 18

Июндә республика халҡын өҫтәмә ял көнө көтә

Июндә республика халҡын өҫтәмә ял көнө көтә 15.05.2025 // Йәмғиәт

Июндә республика халҡын өҫтәмә ял көнө көтә...

Тотош уҡырға 18