Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йондоҙҙар ҙа уға сик түгел
Сәхнәлә – Салауат батыр. Ул ҡурҡыу белмәҫ ҡарашы менән киләсәккә баға һәм: “Халҡым, ҡайҙа тапҡан юлың?” – тип оран һала. Тауышын тауҙар шаңдау итеп ҡабатлай, шул ваҡытта, егеттең бөркөттәй талпыныуын күреп, һинең дә күккә осҡоң килгәндәй була.

Милли батырыбыҙ ролен һәр кем уйнай алмай. Уны оҫта ғына түгел, рухлы итеп башҡарыу беренсе шарт булһа, талапсанлыҡ, һәләт, образды тәрән өйрәнеү, үҙ өҫтөңдә ныҡыш­малы эшләү ҙә төп талаптарҙыр. Һүҙем Ишбулат Иҫәнбаев тураһында.
Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Мостай Кәримдең “Салауат” драмаһын Салауат драма театры артистары сәхнәләштергәйне. Был роль Ишбулат Лоҡман улын бөтөнләй икенсе яҡтан асты. Тамашасылар алҡышҡа күмде уны. “Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемгә лә лайыҡ булды Ишбулат Иҫәнбаев ошо йыл­дарҙа. Маҡсатҡа ынтылыусан, талапсан, ижади шәхесте Салауат ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре уның халыҡсан ябай­лығын юғары баһалай. Халҡы ҡайҙа ҡушһа, шунда ҡайнап йәшәгән ир-егеткә вазифа, эш тә өҫтәлеп тора. Һуңғы йылдарҙа республикала танылыу яулаған Салауат музыка колледжын етәкләүе Ишбулат Иҫәнбаевҡа киләсәккә ынтылыш өҫтәне. Ғаиләһендә абруйлы атай булыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй – туғандары, яҡындары алдында йөҙө яҡты.
Һөнәр һайлауы осраҡлы ғына килеп сыға Ишбулаттың. Буласаҡ ҡатыны Наҙгөлдө Өфө дәүләт сәнғәт институтына имтихан тапшырыуға алып барғанда, коридорҙа СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова, сая ҡарашлы егеттә артислыҡ һәләтен күреп, уға көсөн һынап ҡарарға тәҡдим итә. Йәштәргә уңыш йылмая: икеһе лә уҡыу йортон тамамлап, йүнәлтмә буйынса Салауат ҡалаһына ҡайта.
Тыуған яғы Күгәрсен районының Бикес ауылында абруйлы ғаиләлә тәрбиә ала Ишбулат. Атаһы һүҙен сәсәндәрсә оҫталыҡ менән еткерә белеү һәләтенә эйә булһа, әсәһе – һәр һүҙен үлсәп, күңел кисерештәрен тышҡа сығармай торған ил инәһе. Кендек ҡаны тамған нигеҙгә форсаты сыҡҡан һайын ҡайтырға ашҡына Ишбулат, ауылдағы мәҙәни сараларҙы ойоштороусы, ҡанат өҫтәүсе лә ул.
Салауат ҡалаһы йәмәғәтселеге Ишбулат Иҫәнбаевты юҡҡа ғына IV Бөтә донъя башҡорт­тары ҡорол­тайына делегат итеп һайла­ма­ғандыр. Халҡы, милләте өсөн янып йәшәгән шәхес мәҙәниәт өлкәһенә яңы һулыш, йүнәлеш бирерҙәй идеялар башланғысында тора.




Автор: Рәзилә Ҡотлогилдина. Район: Мәләүез ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә